+23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкуррс
8 Июнь 2018, 12:14

Мәрхәмәтле һөнәр эйәһе

Йәмле июнь айында бөтә ил буйлап Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Районыбыҙҙа ошо өлкәлә хеҙмәт иткән барлыҡ изге күңелле, оло йөрәкле, тырыш һәм эшсән хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары уңайынан ҡайнар ҡотлап, изге теләктәремде еткерәм. Ә һүҙем ауылыбыҙҙа социаль хеҙмәткәр булып эшләүсе Эльвира Зиннур ҡыҙы Абдрахманова тураһында.

Бына өс йыл инде, 2015 йылдан алып ололарҙы Эльвира ҡарай. Әлеге ваҡытта ул ике ауылға 16 кешене (ошо көндәрҙә был һан 19-ға барып баҫты) хеҙмәтләндерә. Беҙҙең ауылда ғына түгел, ә күрше Ҡурғашлы ауылында ла бар уның инәйҙәре. Тырыш, үҙ эшенә етди ҡараған, кешелекле ҡатын ул, Эльвира. Тормош иптәше Фәнил Йәнтүрин менән өс бала тәрбиәләп, икәүһен (игеҙәктәрен) гимназияла уҡытып, мал ҡарап, ҡаҙ-өйрәген үҫтереп, матур тормош көтә улар.

- Ауылда тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған эш, мәшәҡәттәр араһында ололарға барып ярҙам итеү ауыр түгелме ? - тип һорайым.

- Юҡ, донъя көтөргә лә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға, уҡытырға кәрәк, ҡул ҡаушырып ултырып булмай, йүгерәһең инде, өлгөрәһең, - ти ул тыйнаҡ ҡына йылмайып.

Эйе, эш еңелдән түгел. Ололар менән уртаҡ тел табып, уларҙың уй-теләктәрен аңлап, хәлдәренә керергә, ай-һай, һәр кем булдыра алмайҙыр! Ололар ҙа ҡәнәғәт Эльвираның эше менән, ваҡытында килә, үҙ эшен белә, тиҙәр. Ҡайһы ваҡыт бит эш, ярҙам ғына түгел, ә ултырып һөйләшеп алыу ҙа ололар өсөн бер ҡыуаныс. Сырхап, күңелһеҙләнеп торған саҡтары ла йыш була бит инәй-бабайҙарҙың. Елме, буранмы, ямғырмы Эльвира ололар янында...

- Ҡурғашлынан автобус булмаған көндәрҙә йәйәү ҡайтҡаным бар, көҙ көнө ҡурҡыныс инде, бүре-фәлән тип уйланаһың, ярай әле еңел машиналар осрап тора, мәрхәмәтле ауылдаштар ултыртып алып ҡайта, - тип һүҙен дауам итә ул. Уңыштар һиңә, Эльвира!

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм рух көсө, именлек һәм бәхет, изгелегегеҙҙе өләшкән кешеләрҙең рәхмәтле булыуын, тормош иптәшегеҙ менән бер берегеҙҙе аңлап, оҙаҡ йылдар емешле эшләүегеҙҙе теләйем!


Читайте нас в