+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкуррс
8 Июнь 2018, 12:33

Ярҙам да итәләр, күңел йылыһы ла бирәләр

8 июндә Рәсәйҙең халыҡты социаль яҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Розалия Фәрит ҡыҙы РАХМАНҒОЛОВАға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

-Социаль хеҙмәткәрҙәр – дәүләт яғынан иғтибарға һәм ярҙамға мохтаж булған ветерандарҙы, инвалидтарҙы, балаларҙың айырым категория-ларын даими хәстәрлек менән солғап алған кешеләр ул. Районыбыҙҙа ошо категорияға ҡараған кешеләрҙе хеҙмәтләндереү бурысы тап беҙҙең “Изгелек шишмәһе” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелде. Был хеҙмәттә үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙың яуаплылығын, барлыҡ нескәлектәрен тулыһынса аңлап һәм уны һәр саҡ еренә еткереп башҡарыусы 47 хеҙмәткәр эшләй. Социаль хеҙмәткәрҙәр мөмкинлектәре сикләнгән, һаулығы ҡаҡшаған кешеләргә, оло йәштәгеләргә көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтергә ярҙам итә. Ябай ғына тойолған эштәрҙе атҡарыу өсөн социаль хеҙмәткәр ярҙамға мохтаж кешене тыңлай белергә, йылы һүҙен йәлләмәҫкә тейеш. Сөнки был һөнәрҙең төп нигеҙе - кешелеклелек, итәғәтлелек һәм иплелек. 2017 йылға йомғаҡ яһап шуны әйтергә була: йыл әйләнәһенә 665 кешегә өйҙә социаль ярҙам күрһәтелгән. Шуларҙың 619-ы оло йәштәге кешеләр булһа, тыл ветерандары - 13, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары - 2, хеҙмәт йәшендәге инвалидтар 3 кеше, 5 инвалид бала тәрбиәләгән ғаилә һәм өс йәшкә тиклемге 23 бала. Был кешеләргә күрһәтелгән хеҙмәттәр 427578 тәшкил итте. 2017 йылдан өс йәшкә тиклемге балаларҙы ваҡытлыса ҡарауға ала башланыҡ. Был уҙ сиратында күп балалы ғаиләләрҙә ата-әсәләргә ҙур ярҙам булып тора. Социаль хеҙмәткәр бала менән шөғөлләнгән ваҡытта ата-әсәләр үҙ мәшәҡәттәре менән була: өй эштәре, дауаханаға барыу, түләүҙәр һәм башҡалар.

Хеҙмәттәрҙе дөрөҫ һәм тулыһынса күрһәтеү өсөн социаль хеҙмәткәрҙәрҙе даими уҡытып, квалификацияларын күтәреп торабыҙ. Уҙған йылда “Беренсе ярҙам күрһәтеү” һәм “Профессиональ яныу” темалары буйынса курстар үткәрҙек.

Социаль хеҙмәткәрҙәр үҙ эштәрен яратып, күңелдәрен һалып башҡара. Улар ҡараған оло йәштәгеләрҙең күптәренең балалары ла бар, ләкин көн һайын ҡайтып ата-әсәләренә ярҙам итергә мөмкинлектәре юҡ. Шуға ла бар мәшәҡәттәр социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә төшә. Ә ауыл ерендә эш “тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел”: иҙән йыуыу, ашарға бешереп ашатыу, кибеттән кәрәк-яраҡтар алып килеү, урам тирәһен таҙартыу, ҡышын утын ярып мейескә яғыу, ҡар көрәү, йәйен һыу килтереп йәшелсә-емешкә һибеү, мунса яғыу һәм башҡалар. Ойошмала 16 һәм унан да күберәк кешене ҡараусы, эшен еренә еткереп башҡарыусы социаль хеҙмәткәрҙәрҙе атап үтке килә. Улар: Зоя Авдеева, Галина Михайлова, Ирина Ғиззәтуллина (барыһы ла Мораҡ ауылынан), Әлфиә Аралбаева (Родина ауылынан), Сәриә Ғәлиәхмәтова (Табын), Илүзә Усманова (Баҡраҡ), Зәлифә Хузина (Красноусол), Айгөл Әхмәтшина (Ҡотлоғужа), Зөлфиә Ниғәмәтуллина (Игенйылға), Эльвира Абдрахманова (Ташбүкән) һәм башҡалар. Улар өсөн социаль хеҙмәт профессия ғына түгел, ә күңел торошо ла. Социаль хеҙмәткәрҙәр ололарға һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итеп, өйҙә тәртип һәм ҡот булдырып ҡына ҡалмай, күңел йылылығын биреп, күңелдәрен тынысландыра, йыуата ла.

Ике йыл дауамында эшләп килгән социаль бөҙрәхана ла киң популярлыҡ яуланы. Беҙҙең оҫталар, алдан яҙылыу буйынса, ауылдарға сығып та, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә өйҙәренә барып та хеҙмәттәр күрһәтә. Һәр ерҙә лә уларҙы көтөп алалар. Хаҡтарҙың түбән булыуы ла һөйөндөрә уларҙы. Шулай уҡ 9 Май, Балаларҙы яҡлау, Оло йәштәгеләр, Инвалидтар көндәренә арнап акциялар уҙғарабыҙ. Был көндәрҙә күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә үҫкән балалар, инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бушлай хеҙмәтләндерелә.

Оло йәштәге кешеләрҙең буш ваҡытын файҙалы итеп үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу теләге менән уҙған йылда “Сәләмәт хәрәкәт” клубы асып ебәрҙек. Был клубта оло йәштәге һәм хеҙмәт йәшендәге инвалидтар шөғөлләнә. Улар хәҙерге ваҡытта киң танылыу алған скандинав таяҡтары менән саф һауала йөрөйҙәр, махсус күнекмәләр яһайҙар. Бөгөнгө көндә клуб ағзаларының һаны 225-кә етте. Был эште лә төркөмдәр менән социаль хеҙмәткәрҙәр башҡара. Ошо проектыбыҙ Президент гранты фондында яҡлау табып 14 социаль хеҙмәткәр күнекмәләр үткәреү өсөн махсус уҡытылды, 70 комплект махсус таяҡ һатып алынды. Иң мөһиме, беҙ оло йәштәге кешеләрҙе саф һауаға алып сыҡтыҡ. Сәләмәтлектәрен нығытырға, башҡалар менән аралашырға мөмкинлек бирҙек.

Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан ойошмала эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡ һәм рух көсө, именлек һәм бәхет, күңел йылыһын һәм изгелектәрен өләшкән кешеләрҙең рәхмәтле булыуын теләйем.
Читайте нас в