+23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкуррс
25 Декабрь 2018, 16:40

Тарихыңды беләһеңме?

БР-ҙың Милли архивы һәм архив эштәре буйынса идаралығы 2018 йылдың 1 сентябренән 2019 йылдың 30 мартына тиклем “Башҡортостан тарихы шәхестәр яҙмышы аша: генеалогик аспект” темаһына ғилми-тикшеренеү эштәренең II республика асыҡ конкурсын иғлан итте.

Ҡатнашыусылар архив документтарын үҙаллы өйрәнеп, Башҡортостан һәм Рәсәй үҫешенә тос өлөш индергән төбәктә йәшәгән билдәле шәхестәрҙең шәжәрәһен төҙөй. Уны төҙөгәндә республиканың Милли архивы (Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы,4), ревизия яҙмалары, музей, ғаилә архивтарындағы документтар һәм тарихсы ғалимдарҙың һәм крайҙы өйрәнеүселәрҙең ғилми эштәре ҡулланылырға тейеш.

Конкурста Башҡортостандан һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренән 8-11 класс уҡыусылары, юғары белем һәм урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары, 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала. Бәйге 3 этапта: 1 этап – 1 февралгә тиклем: ғилми-тикшеренеү эштәрен һәм шәжәрәләрҙе әҙерләү; 2 этап – 1 мартҡа тиклем: ситтән тороп һайлап алыу туры; 3 этап – март аҙағы: презентация, еңеүселәрҙе бүләкләү - үтә.

Ғилми-тикшеренеү эштәрен һәм шәжәрәләрҙе 2019 йылдың 1 февраленә тиклем 450008, Өфө ҡалаһы, Совет урамы,7 адресына ебәрегеҙ. Белешмә өсөн телефон: 8(347)272-89-84.


Читайте нас в