+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ауырлыҡтар һеҙҙе һындырмаған

Ҡәһәрле һуғыш... Күпме сабыйҙың яҙмышына үтеп кереп, өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергән, бала саҡ бәхетенән мәхрүм иткән. Уларҙың бала саҡтары булмаған да тиерлек, сөнки улар һуғыш осоро балалары. Етемлек әсеһен дә татығандар, аслыҡ менән дә күҙгә-күҙ осрашҡандар. Тик тормошта ни тиклем ауырлыҡ күрһәләр ҙә, улар һынмайынса-һығылмайынса йәшәүҙәрен дауам итә. Ә күңелдәрендә бер генә теләк: “Һуғыштар ҡабатланмаһын”. Көндәр үткән һайын шул йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәргән ауылдаштарымдың һирәгәйә барыуына ғына күңел борсола.

Ауырлыҡтар һеҙҙе һындырмаған
Ауырлыҡтар һеҙҙе һындырмаған

Тиҙҙән 9 Май - Еңеү байрамы. Йылдар үтеү менән күп ваҡиғалар хәтерҙән юйыла. Әммә беҙ тарихтағы ҡайғылы көндәрҙе оноторға тейеш түгел. Киләсәк быуындарҙың яҡты тормошо өсөн үҙ-үҙҙәрен аямайынса көрәшкән ата-бабаларыбыҙға рәхмәт хисе йөрәктәрҙә мәңге һаҡланһын ине. Тарихи хәтирәләрҙе һаҡларға, мәңгеләштерергә һәм быуындан-быуынға күсерергә тырышайыҡ. Ә бының өсөн һәр мәктәптә тиерлек эшләп килгән “Тыуған яҡты өйрәнеү музейы” ярҙам итергә мөмкин.
Был яҙмамды Ҡормантау ауылында ғүмер кисереүсе Нурия һәм Ғәли Ғиззәтуллиндарға арнарға булдым. Улар икеһе лә һуғыш осоро балалары. Ғаилә башлығы Ғәли Абдулла улы 1936 йылдың ғинуар айында донъяға килгән.
“Һуғыш башланғанда мин алтынсы йәшем менән бара инем”, - тип һүҙен башланы әңгәмәсем үҙенең бала сағын иҫкә төшөрөп.
Урамда малайҙар менән уйнап йөрөгән саҡта, һуғыш башланған тигән хәбәр бөтә ауылға таралды. Илаш, күҙ йәштәре... Бер-нисә көндән һуң ауылдың һөлөк кеүек ир-егеттәрен фронтҡа ала башланылар. Сәләмәтлеге бик насар булыу сәбәпле, минең атайымды һуғышҡа алманылар. Немец илбаҫарҙарынан үҙ илен азат итә алмауына бик уңайһыҙланды ул. Оҙаҡҡа һуҙылған ҡаты сир уны 1941 йылдың көҙөндә арабыҙҙан мәңгелеккә алып китте. Үҙем бала ғына булһам да, атайымдың үлемен бик ауыр кисерҙем. Беҙ әсәй менән өс бала етем тороп ҡалдыҡ. Ул ваҡыттарҙа колхоздың төп терәге булып ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм йәш үҫмерҙәр тороп ҡалды. 1929 йылғы Нурия исемле апайым бик иртә колхоз эшенә егелде. Әсәйгә, беҙгә – туғандарына ҙур терәк булды ул. Күпмелер ваҡыттан һуң бухгалтерҙар курсын тамамлап, Ҡормантау бригадаһында бухгалтер булып эшләне. Ирада һеңлем менән мин дә әсәйгә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итергә тырыштыҡ. Колхозда ҡул көсө етмәгәнлектән, аҙыраҡ үҫә төшкәс, әсәй менән утауға, ә һигеҙ йәшемдә йәй айҙарында колхозға иген таҙартыуҙа, бесән әҙерләү осоронда эшкә йөрөнөм. Башҡа иптәштәрем кеүек миңә лә, үгеҙ егеп ер эшкәртергә лә тура килде. Мал аҙығы әҙерләү ҡыйын булһа ла, әсәй һыйырҙан өҙөлмәне. Дошманды өңөнә тиклем ҡыуып, еңеү менән ҡайтырбыҙ тип киткән ағайҙарҙан бер-бер артлы ҡайғылы хәбәр килеп, ауылда етем балалар һаны арта барҙы. 1945 йылдың 9 май көнө һуғыш туҡтаған, Совет иленең еңеүе менән тамамланған тигән күптән көткән һүҙҙе, башҡа ауылдаштар кеүек, мин дә шатланып ҡабул иттем".
“Һуғыш башланғанда миңә бер генә йәш булғанлыҡтан, ул йылдарҙы бөтөнләй хәтерләмәйем, - тип һүҙгә ҡушылды Ғәли ағайҙың тормош иптәше Нурия Абдулла ҡыҙы. - Бер көндө бер туған апайҙарҙың: “Атай ҡайтты, атай ҡайтты!” - тип шатланып үҙ урындарында һикереүҙәре, ул кешенең мине күтәреп алып, ҡыҙым ҙур үҫкән, тип ҡыҫып һөйөүе аҙыраҡ хәтерҙә кеүек. Был ваҡиға 1944 йылда булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фронтта алған ауыр яраларына түҙә алмайынса, күп тә үтмәй, атай беҙҙе ташлап китте. Уның йөҙөн дә хәтерләмәйенсә, атай наҙынан мәхрүм булып, бала саҡ, йәшлек йылдарым үтте. Беҙҙең әсәй бик аҡыллы, тырыш булды. Уның тырышлығы арҡаһында беҙ һәр ҡышты һыйыр аҫрап сығарҙыҡ. Бында апайҙарҙың да ярҙамы ҙур булды. Балаларын яңғыҙы ғына ҡарап үҫтерһә лә, әсәй беҙгә дөрөҫ, тейешле тәрбиә бирергә тырышты. Уның әҙәпле булырға, кеше әйберен һорауһыҙ алмаҫҡа, алдашмаҫҡа тигән һүҙҙәре тормош юлында ғүмерлек девиз булды”.
Әйткәндәй, ауылдың иң оло парҙары булып иҫәпләнгән был һоҡланғыс пар 1963 йылдың декабрь айында сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Икеһе лә ғүмерҙәрен ауыл хужалығына бағышланы. Ауылдаштары араһында абруй ҡаҙандылар. Ғаилә башлығы, Ғәли Абдулла улы башта колхозда тракторсы булһа, һуңынан 35 йыл трактор паркы мөдире булып эшләне. Ә Нурия Абдулла ҡыҙы бригаданың алмаштырғыһыҙ хисапсыһы булды. Баһадирҙай биш малайға ғүмер биреп, матур туйҙар яһап, һәр береһенә йорт һалырға ярҙам итеп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тигәндәй, улдары ла үҙҙәре кеүек тырыш, эшһөйәр. Ике улы үҙ ғаиләһе менән ҡалала йәшәһә, өс улдары ауылда төпләнеп, матур итеп донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр.
Һуғыш михнәтен күргән быуындың сафы һирәгәйә барһа ла, әле иҫәндәре менән һөйләшеп ҡалырға, хәтирәләрен яҙҙырып алырға тырышайыҡ, дуҫтарым.
Рим ИСЛАМҒОЛОВ,
мәғариф һәм хеҙмәт ветераны.
Ҡормантау ауылы.

Ауырлыҡтар һеҙҙе һындырмаған
Ауырлыҡтар һеҙҙе һындырмаған
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: