+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ!

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре, райондаштар!

Еңеү өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ!
Еңеү өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ!

Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығы менән ихлас ҡотлайым. Совет яугирҙарының ҡаһарманлығы, тылда совет халҡының берҙәмлеге һәм көн һайын күрһәткән батырлығы Бөйөк Еңеүгә илтте. Был еңеү тоталь фашист геноцидынан тотош халыҡтарҙы ҡотҡарҙы.
Ветерандарыбыҙ Еңеү яуланы, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырҙы, районды төҙөнө һәм үҫтерҙе. Еңеү өсөн, тыныс тормошобоҙ өсөн, һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, фронтовиктарҙың тол ҡатындары һәм балалары алдында баш эйәбеҙ. Һаулыҡ һәм оҙон ғүмер һеҙгә, тыныс һәм яҡты көндәр! Яу яланында ятып ҡалған һәм ошо йылдар эсендә арабыҙҙан киткән яугирҙар беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Ошо байрам һәр беребеҙ өсөн ғорурлыҡ билдәһе булһын, йөрәгебеҙҙе шатлыҡ, тыуған еребеҙ мәнфәғәте өсөн йәшәү һәм эшләү теләге менән тултырһын. Өлкән быуындың хәрби һәм хеҙмәт батырлығын лайыҡлы дауам итәйек! 45-се йылда яуланған бөйөк илебеҙ тыныслығын, азатлығын, бойондороҡһоҙлоғон һаҡлайыҡ!
Еңеү байрамы киләсәктә лә беҙҙе берләштерһен, Рәсәйҙең ҡеүәтен нығытыуға яңы көс бирһен. Һәр йортҡа тыныслыҡ, ғаилә именлеге, бәхет теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район
хакимиәте башлығы.

Еңеү өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ!
Еңеү өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: