+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йөҙйәшәр яугирыбыҙ

Вилдан Әйүп улы Шәрипов – Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, мәғариф, партия, ауыл хужалығы эшмәкәре, шағир-яҙыусы, Сәйетбаба урта мәктәбенең 1939-1940 уҡыу йылында 1-се сығарылышта ҡулдарына тәүге аттестат алған 7 уҡыусының береһе.

Йөҙйәшәр яугирыбыҙ
Йөҙйәшәр яугирыбыҙ

Вилдан Әйүп улы 1922 йылда (рәсми документ буйынса – 1923 йылдың 10 ғинуарында) Сәйетбаба ауылында тыуған. Әле Красноусол ауылында йәшәй. Хеҙмәт стажы 54 йылдан артыҡ. Шул иҫәптән 29 йылы педагогик стаж. Толпар, Яңы Заһит мәктәптәрендә 12 йыл мәктәп директоры, Юлыҡ мәктәбендә 2 йыл директорҙың уҡыу-уҡытыу бу-йынса урынбаҫары булып эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, хеҙмәт ерендә партия ойошмаһы секретары итеп һайлана. Барлығы 33 йыл партия ойошмаһы етәксеһе булып эшләй. Шуның 17 йылы Сәйетбаба ауылының “Йондоҙ” колхозында, ҡалған йылдары “Яңы Урал”, “Үҙәк” колхоздарында һәм Толпар промартеленә тура килә.
Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Толпар ауыл Советтарында 17 тапҡыр ауыл Советы депутаты, 2 тапҡыр район Советы депутаты итеп һайлана. 21 йыл “Йондоҙ” колхозы ветерандар советы рәйесе булып эшләй. 19 йыл Ғафури районы ветерандар советы президиумы ағзаһы итеп һайлана.
Һуғыш башланғас 1942 йылдың 20 февралендә һуғышҡа китә. Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Идрица исемендәге дивизияның 710-сы полкында разведчик булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 27 июненән 1943 йылдың ғинуарына тиклем, башта йәйәүле разведка взводында разведчик-автоматсы, һуңынан танкылар ротаһында десантсы-автоматсы була. Разведка взводында алыш ваҡытында 47 кешенән 9-ы ғына иҫән ҡала. Яугир 1943 йылдың 27 июлендә ике ҡултыҡ таяғы менән тыуған еренә аяҡ баҫа. Тормош һынауҙары, һуғыш ғазаптары сынығыуҙары, хеҙмәт юлдары уны көслө рухлы итеп тәрбиәләгәндер ҙә.
Хеҙмәт юлын Яугилде башланғыс мәктәбендә башлай. Ярты йылдан һуң Сәйетбаба мәктәбенә күсерелә. Тәүҙә башланғыс кластарҙа, артабан география фәненән уҡыта. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Вилдан Әйүп улына мәктәптә мөғәллимлек итеү менән бер рәттән колхозда бухгалтерияла ла эшләргә тура килә. Белем алыу теләге менән янған Вилдан Шәрипов институт тамамлап, юғары белемле белгес булып хеҙмәт юлын дауам итә. Вилдан Шәрипов “Ватан һуғышы” ордены, “Германияны еңгән өсөн” миҙалы, колхоз партия ойошмаһы секретары булып эшләгәндә “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы, “Башҡортостан Рес-
публикаһы төҙө-лөүҙең 100 йыллығы” миҙалы, ике тапҡыр Башҡортостан Юға-ры Советы Президиумының, Республика ветерандар советының, РСФСР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. 2011 йылда райондың Ж.Кейекбаев исемендәге премияһына лайыҡ була. Район гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе булараҡ, дүрт тапҡыр "Табын" гәзитенең Н.Фәрхшатов исемендәге премияһы лауреаты тип таныла. Әле лә төрлө темаларға яҙылған шиғырҙары ра-йон һәм республика баҫмаларында сығып тора. Ике тиҫтәнән ашыу китап авторы ла ул Вилдан Әйүп улы. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны ошоғаса әүҙем тормош алып барҙы, төрлө сараларҙа ҡатнашты, ижади мөхиттә йәшәне. Тормош иптәше, шулай уҡ педагогик хеҙмәт ветераны Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы менән бер-береһен ярты һүҙҙән аңлашып, татыулыҡта, үҙ-ара ихтирамда 77 йыл бергә йәшәнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл мартта Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы вафат булды.
Хәфиҙә Мәүлетҡолова ла 1943 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлай. Стәрлетамаҡ ҡалаһында пед-
училище тамамлап уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Артабан балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Хәфиҙә апай Вилдан Әйүп улының уң ҡулы, уң ҡанаты ине. Сабыр холоҡло, баҫалҡы Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы ҡайҙа эшләһә лә, балаларҙың яҡын кешеһе, уҡытыусыһы була. Вилдан Әйүп улы, Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы күп балалы ғаиләлә тыуып, хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫәләр, төрлө һөнәр эйәләре. Улар үҙҙәре лә 5 ул, 3 ҡыҙға атай-әсәй булып, 77 йыл балаларының, 29 ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, уларҙың шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәйҙәр. Ике улы фән кандидаттары, ҡалғандары юғары профессиональ белемлеләр.
Вилдан Әйүп улын әлеге көндә оло улы Рәшит Вилдан улы менән килене Фәриҙә Ихсан ҡыҙы Шәриповтар үҙҙәренә алып ҡайтып ҡарайҙар. Ҡәҙерле әбейен юғалтыу ҡайғыһы кисереүенә, ныҡлы ауы-рып алыуына ҡарамаҫтан, балаларының ысын хәстәрлек менән солғап алыуы, ҡәҙер-хөрмәте үҙенекен итә, ветеран тағы бер Еңеү яҙын яҡты өмөт, йәшәү дәрте менән ҡаршылай.
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА,
уҡытыусы-ветеран.
Сәйетбаба ауылы.

Йөҙйәшәр яугирыбыҙ
Йөҙйәшәр яугирыбыҙ
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: