+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Иң ҡәҙерле байрам

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған көн – шанлы йылдарҙы иҫкә алған, һуғыш һәм тыл батырҙарына мәҙхиә йырлаған Еңеү байрамының 77-се яҙын ҡаршыланыҡ. Байрамда һәр ауылда тип әйтерлек Еңеү көнөнә бағышлап тантаналы саралар уҙғарылды. 9 Май көнөндә иртүк Красноусолдағы Мәжит Ғафури исемендәге майҙанда хәрби-патриотик рухтағы йырҙар яңғырауы ла барса кешене байрамға әйҙәп торҙо.

Иң  ҡәҙерле  байрам
Иң ҡәҙерле байрам

Ғафури районынан Бөйөк Ватан һуғышына 13683 кеше фронтҡа алынып, шуларҙың 5-һе юғары наградаға - Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың барыһына ла тыуған яҡтарына ҡайтыу насип булмай. 6 меңдән ашыу кеше ғәзиз тыуған ерҙәрен батырҙарса һаҡлап, яу яланында ятып ҡалған. Йылдан-йыл ветерандар сафы ла һирәгәйә. Районыбыҙҙан 77-се Еңеү яҙын дүрт кенә ветеран – Рамазан Ғәйнетдин улы Хөснөтдинов, Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡов, Вилдан Әйүп улы Шәрипов һәм Мәсетле ра-йонынан ҡыҙына Сәйетбабаға йәшәргә күсеп килгән Таиф Хәким улы Зарипов ҡаршыланы.
“Үлемһеҙ полк”
Үлемһеҙ полк - Бөйөк Еңеү көнөндәге тантаналағы халыҡтың яратҡан парады булып тора. Районыбыҙҙа ла байрам сараһы Красноусол башҡорт гимназия-интернаты янында йыйылған “Үлемһеҙ полк” акцияһы менән башланып китте. Бында йәш армеецтар, “Десант” патриотик клубы, һуғышсан хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, төрлө ғәскәрҙәр ветерандары, полиция, хеҙмәт коллективтары, мәктәп уҡыусылары, студенттар, пенсионерҙар, хеҙмәт ветерандары, йәштәр һәм район ҡунаҡтары колонналарға теҙелеп үтте. Еңеүҙең 77 йыллығы уңайынан 77 метр оҙонлоҡтағы Георгий таҫмаһы әҙерләнгәйне. Был таҫманы тотоп алып барыу районыбыҙҙың ойошма һәм учреждениеларының хеҙмәт алдынғыларына тапшырылды. “Үлемһеҙ полк” маршруты Ҡыҙыл Партизан, К.Маркс, Калмыков, Ленин, Октябрь урамдары буйлап үтте. Ауыл биләмәләре үҙ ветерандарының исемдәре яҙылған Ҡыҙыл флагты тотоп барҙы. Йыл һайын был акцияға ҡушылыусылар арта бара. Һәр кем ғорурлыҡ менән үҙҙәренең атай-олатайҙарының, ағаларының, туғандарының фотоларын Еңеү байрамында алып сыға. Батырҙар сафы мәңгелек булып Еңеү яҙын ҡаршылай.
“Үлемһеҙ полк” парады М.Ғафури майҙанына килеп теҙелгәс, байрамдың икенсе өлөшөн район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре бу-йынса ярҙамсыһы В.Герасимов асып, хәрбиҙәрсә теүәллек менән рапорт тапшырҙы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Гимндары яңғыраны. Артабан район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа һүҙ бирелеп, ул байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, барыһына ла изге теләктәр еткерҙе, еребеҙгә именлек-тыныслыҡ теләне. Тантаналы өлөштә Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссариаттың мобилизация бүлеге начальнигы, запастағы майор Альберт Тимербулатов, ра-
йон ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, шулай уҡ Красноусолдағы 2-се мәктәп уҡыусылары, эҙләнеү отряды ағзалары Илмира Рәхимова, Илүзә Иғзаҡова сығыш яһап, барыһын да байрам менән ҡотланылар.
Артабан Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарын, яу ҡырында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙҙы иҫ-
кә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Геройҙар Аллеяһына һәм Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә веноктар һәм сәскәләр һалынды, күкте ярып автомат залпы яңғыраны. Был яугирҙарға мәңгелек дан, хөрмәт йөҙөнән башҡарылды.
Иҫләйем һәм ғорурланам!
Тантаналы өлөштән һуң, сәхнәлә байрам концерты башланды. Район мәҙәниәт һарайы ойоштороуындағы театрлаштырылған прологта 120 кеше ҡатнашып, 90-ы мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар ине. Байрамға килеүселәр сәхнә алдына һыбайлылар килеп сығыуын һоҡланып күҙәтте. “Максим” пулеметы ҡуйылған тарантаста Березовка ауылынан Ф.Фәхретдинов, Родина ауылынан биш атлы (Түзбәковтар ғаиләһе) яурындарына ҡорал һалып, ҡулдарына ҡылыс тотоп, легендар комдив, генерал М.Шайморатов яугирҙарын кәүҙәләндерҙе.
Сәхнә янындағы майҙанда хәрби техника парадын да халыҡ мауығып ҡараны. Быйыл тамашасылар “ИЖ”, “Урал”, “Днепр” маркалы 13 мотоциклды, “УАЗ”, “ЛУАЗ”, “Победа” маркалы еңел машиналарҙы, “ГАЗ-53”, “ГАЗ-33”, “УАЗ” йөк автомобилдәрен һәм башҡа, бөтәһе 17 берәмек техниканы һоҡланып күҙәтте. Быйыл улар һәр береһе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм геройҙарға бағышланған ине. Һуңынан хәрби техника колоннаһы район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы һәм уның урынбаҫарҙары, район Советы, район ветерандар советы менән берлектә хөрмәтле ветерандарҙы улар йәшәгән фатир-йорттары эргәһенә барып ҡотлау өсөн юл алды. Улар ветерандарҙы ҡотлап, һаулыҡ, именлек, оҙон ғүмер теләнеләр. 9 Май көнөндә яугирҙар өсөн был көтөлмәгән һәм тулҡынландырғыс бүләк булды.
Байрам майҙанында ялан кухняһы эшләне. Теләүселәр Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе һәм Илфат Закиров етәкселегендәге хәрби бәрелештәр ветерандары әҙерләгән һалдат бутҡаһы һәм ҡайнар сәй менән һыйланып, тамаҡ ялғаны. Һуңынан байрамда ҡатнашыусылар “Ихлас” сауҙа үҙәге янында туҡталған хәрби техника парады янында фотоға төштө һәм айырыуса район мәҙәниәт бүлеге рәссамы Николай Тихонов эшләгән арт-объект - самолет янында фотоға төшөргә теләүселәр күп булды.
Байрам концерты көнө буйы дауам итте. Кисен ошо уҡ майҙанда йәнә концерт дауам итте, дискотека булды, сәғәт 11-ҙә байрам салюты бирелде.

Иң  ҡәҙерле  байрам
Иң ҡәҙерле байрам
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: