+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш балалары – күңел яралары

1418 көнгә һәм төнгә һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яу яланында ғына түгел, тылда ла еңелдән булмай: яҡындары тиҙерәк еңеп ҡайтһын өсөн ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро менән бер рәттән быуындары ҡатып та өлгөрмәгән бала-саға, үҫмерҙәр ҙә бил бөгә. Уларҙың аслыҡ-яланғыслыҡта үткән ауыр тормошо хаҡында беҙ китаптарҙан уҡып, кинофильмдарҙан ҡарап һәм оло быуын вәкилдәренең һөйләүенән ишетеп беләбеҙ.

Һуғыш балалары – күңел яралары
Һуғыш балалары – күңел яралары

28 апрелдә йәш быуынға Бөйөк Ватан һуғышы осоро хаҡында күберәк мәғлүмәт еткереү маҡсатында Үҙәк район китапханаһының уҡыу залында “Һуғыш урлаған бала саҡ” тигән исем аҫтында бала сағын, йәшлектәрен һуғыш урлаған быуын менән осрашыу булды. Үҙенсәлекле, илһөйәрлек рухындағы сараға ҡунаҡтар: Красноусолда йәшәүсе һуғыш йылы балалары - ирле-ҡатынлы Нурия менән Нәбиулла Шәриповтар, Эльвира менән Николай Степановтар, Геннадий Вязовцев, Миңлеғаяз Рәхмәтуллин, Фәнүзә Сабитова, Раиса Булатова, Тамара Штадлер, Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең тарих уҡытыусыһы Рәзил Хәкимов етәкселегендә 9 “В” класы уҡыусылары, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова килде, шулай уҡ китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Уҡыусылар һуғыш осоро балалары - өлкән быуындың бала һәм үҫмер генә көйө бар ауырлыҡтарҙы нескә иңдәрендә күтәреүе, колхоз баҫыуҙарында һәм йорт эштәрендә ал-ял белмәй тир түгеүе, йән аҫрау өсөн үлән ашауҙары, һуғыштан “ҡара ҡағыҙ”ҙар килеүе һәм башҡалар хаҡында һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы.
- Атайым һуғышҡа 1943 йылда алынды, һуңғараҡ ағайымды ла алып киттеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә хәбәрһеҙ юғалдылар, мин өйҙә әсәйем менән генә тороп ҡалдыҡ, - тине Миңлеғаяз Рәхмәтуллин ул аяныслы йылдар хаҡында хәтер йомғағын һүтеп. –Аттар һуғышҡа оҙатылып бөткәс, ҡатын-ҡыҙҙар, һабанға егелеп, ер һөрҙө. 7 йәшемдән мин дә колхоз эшендә ашлыҡ һуҡҡан арыҡ ҡына аттарҙы ҡыуыусы булып торҙом. 13 йәштән иһә тиҫтерҙәрем менән баҫыуҙа көлтә һәм эҫкерт өйөүҙә бар көсөбөҙҙө һалып эшләнек. Ашауға килгәндә, яҙ-йәй көнө һәр төрлө үлән менән туҡландыҡ, ҡышын бәрәңге бар ине, берҙән-бер туйындырыусыбыҙ – һыйырыбыҙ үлеп ҡуйҙы, һөтһөҙ ҡалдыҡ. Өҫкә берҙән-бер кейем – фуфайкамды кейеп йөрөһәм, йоҡлағанда юрған урынына ябынып та ята инем.
Эльвира Степанова иһә уҡыусыларға һуғыш осоронда тамаҡтары ашҡа туймауы һәм был аслыҡ-яланғаслыҡ ваҡытында нисек иҫән-имен ҡалыуҙары хаҡында: “Тамаҡ ялғарлыҡ тәғәм ризыҡ юҡ ине, яҙ-йәй көнө ризыҡланыр өсөн төрлө үләндәр йыя инек. Беҙгә еңелерәк булды, сөнки әсәйем һыйыр тотто, шуның һөтө, ҡатығы менән йәшәнек, ул ғына беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы. Ә атайым һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Уның 1945 йылда Польша ерендә һәләк булыуы хаҡында ҡара ҡағыҙы килә”.
Геннадий Вязовцев атаһының Сталинград янындағы ҡаты алыштарҙа хәбәрһеҙ юғалыуы, әсәһенең ете бала менән яңғыҙы ҡалыуы хаҡында әсенеп һөйләне. “Ашарға аҙығы, кейергә кейеме булмаған үтә лә аяныслы заманда үҫтек, өҫтәүенә, ҙур ғаиләбеҙҙең күҙ төбәп торған һыйырыбыҙ юғалды, уны һуйыуҙары хаҡында билдәле булды. Кейемде алмашлап кейҙек. Мәктәпкә барыр өсөн көн дә ағайҙарымдың уҡыуҙан ҡайтҡанын көтөп ултыра инем, йыш ҡына дәрескә һуңлаған саҡтар ҙа булды, сөнки өҫ кейеме лә, аяҡ кейеме лә уртаҡ ине”.
Нурия Шәрипова ла мәктәпкә барырға аяҡ кейемен таба алмай ялан аяҡ барыуы һәм уҡытыусыһының таҡта алдына саҡырып сығармаҫына ныҡлы ышанып ултырыуы, әммә үҙенең фамилияһын ишетеү менән оялышынан илап ебәреүе хаҡында иҫенә төшөрҙө.
Ә Раиса Булатоваға башҡаларҙан айырмалы рәүештә һуғыштың үҙен күрергә тура килә. Ул Минеральные Воды ҡалаһында тыуып үҫкән һәм ошонда йәшәгән.
-Немецтарҙы ла, ысын партизандарҙы үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, әсәйем менән бер ҡатын партизандар отрядын немецтарға тиклем оҙата бары-уын әлеге кеүек хәтерләйем, - ти Раиса Ивановна. – Атайым һуғыштың тәүге йылында уҡ алынып, пулемётсы булған, ҡамауға эләгә һәм үҙенең ҡалған подразделениеһы менән партизан отрядына ҡушылып китеп, улар менән бергә һуғыша. Был хаҡта юғары командование белмәгән, подразделениелары менән һәләк булыусылар иҫәбендә булғандар. Атайымдың хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр алдыҡ. Әммә ул иҫән булып сыҡты, был хаҡта ишеткәс, шатлығыбыҙҙың сиге юҡ ине! Уның батырлыҡтар ҡылыуы хаҡында ла билдәле булды. Ә үҙемә килгәндә, уҡып бухгалтер һөнәре алғас, йүнәлтмә буйынса Ғафуриға эшкә ебәрелеп, ошонда ғаиләле булып, төпләнеп тороп ҡалдым.
Башҡалар ҙа был шанлы йылдарҙың хәтирәләрен яңыртты. Сара иҫтәлеге итеп хөрмәтле “һуғыш осоро балалары” – хәҙер хеҙмәт ветерандары “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан бүләккә ҡулсатырҙар алып ҡыуанды.
Был дәһшәтле йылдар беҙҙән йырағая барһа ла, уның әселеге “һуғыш осоро балалары”ның хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Был быуындың күҙ йәштәре аша яңғыраған бала саҡ хәтирәләре йәш быуындың аңына мәңгелеккә яҙылып, тормош ҡәҙерен белеп, тыныс йәшәргә яҙһын!

Һуғыш балалары – күңел яралары
Һуғыш балалары – күңел яралары
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: