+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ветеранды байрам менән ҡотланылар

Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, туғыҙ бала әсәһе, 94 йәшлек Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы Ғәзизованы Бөйөк Еңеү көнө уңайынан ауыл советы вәкилдәре байрам менән ҡотланы.

Ветеранды байрам менән ҡотланылар
Ветеранды байрам менән ҡотланылар

Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин ауылдың иң оло кешеһе, хөрмәтле Мөнирә инәйгә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм уға сәләмәтлек, именлек һәм оҙон ғүмер теләне. Данлы ҡурайсы, думбырасы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһам Хәннән улы Байбулдиндың ҡурайҙа боронғо башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнауын тулҡынланып тыңлағандан һуң, инәй Еңеү көнөн хәтеренә төшөрҙө: “Сәйетбабаға 17 йәшемдә килен булып төшкәнсәгә тиклем, Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында балалығым үтте. 1945 йылдың 9 майында ауылыбыҙ күген ҡояш киң йылмайып йылытҡаны хәтерҙә ҡалған. Еңеү тураһында күптән көткән ҡыуаныс хәбәрен ишеткәс тә ауылда ығы-зығы башланды. Бар халыҡ, шатлыҡ йәштәре аша, бер-береһен һөйөнсөләп, ҡотлап, байрам итте. Йыр-моң көнө буйы яңғырап торҙо. Баҫыуҙағы эш тә бер аҙға тынып торҙо. Еңеү хәбәре, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡыуаныс алып килде. Яу яланында атайҙары үлеп ҡалған балаларға бер яҡтан Еңеү шатлығы булһа, икенсе яҡтан юғалтыуҙың ҡара ҡайғыһын кисерҙеләр.

Ун өс йәш ине миңә һуғыш башланғанда. Бер туған ағайым Тәхәүетдин, өс йыл үҙ хеҙмәтен тултырып торған сағы. Һуғыш башланды. Өйгә ҡайтып та торманы, ул тура фронтҡа китте. Әсәйемдең Аллаһ Тәғәләгә бер туҡтауһыҙ ялбарыуы ярҙам иткәндер: аяуһыҙ яу яландарын үтеп, һигеҙ йылдан ағайым күкрәк тулы орден-миҙалдар тағып, иҫән-һау, тыуған яғына әйләнеп ҡайтты.

Һуғыш осоро тылдағыларға ла еңел бирелмәне. Олоһонан-кесеһенә тиклем тотош ауыл халҡы көнө-төнө ҡара эш менән мәшғүл булды. “Тик Еңеү өсөн! Тик фронт өсөн!” тип, бар етештергән нәмә фронтҡа оҙатылды. Арышын да урҙыҡ, ай яҡтыһында көлтәһен дә бәйләнек. Ир-ат көсө юҡ. Шуға бөтөн ауыр эш ҡатын-ҡыҙ елкәһендә. Бына шулай, фронтовик ғаиләләренең аслы-туҡлы көнө хеҙмәттә үтте.
Әсәйем, апайым менән мине гел үҙе янында, эшкә өйрәтеп, күрһәтеп йөрөттө. Ҡайҙандыр миңә бишле салғы табып килтерҙе. Бесәнде шул салғы менән саптым.
Хәтерләйем, дүрт тиҫтер ҡыҙ менән гектар ярым ер ҡаҙҙыҡ. Асығабыҙ, эҫегә һыуһайбыҙ. Йүгереп барып, күл һымағыраҡ ерҙән һыу эсәбеҙ. Уның эсе тулы йылмырҙап торған ҡылйылан, бөжәк. Яулыҡтарыбыҙҙы һыу өҫтөнә ҡатлап-ҡатлап ырғытабыҙ ҙа, һөҙөлгән һыуҙы услап һемерәбеҙ.
Хәҙер донъялар бөтөн. Рәхәтләнеп йәшә генә. Беҙҙең заманда бындай тормош төшөбөҙгә лә инеп сыҡманы. Бөйөк Еңеүҙе үҙ ҡаны менән яулаған кешеләр генә күрә алманы ошо матур көндәрҙе. Бик ҡыҙғаныс... Илебеҙ тыныс булһын. Һәммәбеҙгә лә именлектә йәшәргә яҙһын. Һуғыштың әсеһен татыныҡ, һеҙ, балалар, күрмәгеҙ уны. Изге уйҙарығыҙға, сауаплы эштәрегеҙгә юлдарығыҙ һәр ваҡыт асыҡ булһын!” – тигән матур теләктәрен еткерҙе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1-се төркөм һуғыш инвалиды Ғәзизов Мәүлембирҙе Зиннәт улының тол ҡатыны, Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы.

Илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеү көнөн тантаналы билдәләгәндә, һуғыш ветерандарын да онотмай, өйҙәренә килеп, хәлдәрен белешеп, күңел йылыһын мул өләшеп киткән ауыл биләмәһе етәксеһе Венер Сәхиулла улы Ҡунафинға, башҡорт эпостарын башҡарыусы халыҡ сәсәне булып танылған мәшһүр ауылдашыбыҙ Илһам Хәннән улы Байбулдинға оло рәхмәттәрен белдерә сал сәсле ағинәй.

Ветеранды байрам менән ҡотланылар
Ветеранды байрам менән ҡотланылар
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: