-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәтендә - хөрмәтле, ғаиләһендә - бәхетле

Хоҙайҙан бирелгән һәләт менән бергә кешеләрҙе сикһеҙ яратҡан, һөнәренә тоғро булып, үҙен аямай эшкә бирелгән кешеләр генә медицина өлкәһендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, ихтирам яулай алалыр. Үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһе стационары шәфҡәт туташы Роза Миниғәли ҡыҙы Салауатованың ошо өлкәлә эшләй башлауына 36 йыл булған. Йәмле йәйҙең икенсе айы, 2 июлдә ул күркәм юбилейын - 55 йәшен ҡаршылай.

Хеҙмәтендә - хөрмәтле, ғаиләһендә - бәхетле
Хеҙмәтендә - хөрмәтле, ғаиләһендә - бәхетле

Мәндем ауылында ишле ғаиләлә иң кесеһе булып донъяға килгән Розаның, апай-ағайҙарына иркәләнеп кенә үҫһә лә, үҙ ҡарашы була. Тыуған ауылы мәктәбендә белем алып, өлгөргәнлек аттестатына эйә булғас, Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә. Тырыш, үҙ-үҙенә талапсан ҡыҙ яҡшы билдәләргә уҡый. Училищены уңышлы тамамлап, шәфҡәт туташы һөнәренә эйә була. Эшкә ҡайҙа барырға тигән һорау борсомай уны, тыуған районына ҡайтып, Красноусол үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһе стационарында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлап, балаларға медицина ярҙамы күрһәтә ул. Районға йәш белгес булып ҡайтып, һөнәренең айышына тап ошонда төшөнә һәм һөнәр һайлауҙа яңылышмағанлығына яҙмышына, һәр саҡ ярҙамға әҙер торған хеҙмәттәштәренә рәхмәтле Роза Миниғәли ҡыҙы. Коллегалары менән уртаҡ тел таба, ярҙамсыл, кешелекле һәм кеселекле булыуы менән үҙе янына кешеләрҙе ылыҡтыра белә. Ихлас шәфҡәт туташы сирле балаларҙы дарыу-уколдар менән генә түгел, йылы һүҙе, яғымлы ҡарашы менән дә дауалай.
1987 йылда Роза Миниғәли ҡыҙы ауылдашы Минибай Миниәхәт улы менән ғаилә ҡороп, гөрләтеп туй үткәрәләр (әйткәндәй, бер ғаилә булып йәшәүҙәренә лә – 35 йыл - юбилей). Бәхет эҙләп ситкә сығып китмәйҙәр, Красноусолда төпләнеп, матур итеп донъя көтәләр. Яҙмыш был икәүҙе юҡҡа ғына ҡауыштырмағандыр. Икеһе лә Мәндем ауылының ихтирам-хөрмәт ҡаҙанған күмәк балалы татыу ғаиләләрендә: Роза - Шәрифә менән Миниғәли Фәттәховтарҙың ишле ғаиләһендә кинйә ҡыҙ булып үҫһә, Минибай ҙа Зөһрә менән Миниәхәт Салауатовтарҙың һигеҙ балалы (4 малай, 4 ҡыҙ) ғаиләһендә етенсеһе булып буй еткергән. Бер үк йылда тыуғандар, Минибай Миниәхәт улы ла быйыл февралдә 55 йәшен билдәләгән. Шуға күрә холоҡтарында, донъяны ҡабул итеүҙә уртаҡлыҡтары ла етерлек. Бер-береһен аңлап, татыулыҡта, һәр кемгә өлгө булып, бәхетле йәшәүҙәренең, теләктәренең тап килеп тороуының сере лә шундалыр, күрәһең.
Роза Миниғәли ҡыҙы яратҡан эшенән, тормош иптәшенән генә түгел, балаларынан да уңған. Ҡатын-ҡыҙ – әсә ниндәй генә үрҙәр яуламаһын, ниндәй генә эштә эшләмәһен, ерҙә йәшәүенең төп мәғәнәһе – үҙ артынан быуындар ҡалдырыу. Был йәһәттән дә уның яҙмышы һоҡланғыс: бынамын тигән, аҡыллы, тәрбиәле, тәүфиҡлы балалар – бер ул һәм ҡыҙға ғүмер бүләк иткән изге әсә лә ул. Атайҙың тәрбиә маһирлығы, әсәйҙең сабырлығы һөҙөмтәһендә балалары атай-әсәйҙәре өлгөһөндә уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙ ояларын ҡороп, матур йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр, үҙ һөнәрҙәренең оҫталары. Икеһе лә Красноусол башҡорт гимназия-интернатын уңышлы тамамлағандар. Улдары Айнур – Башҡорт дәүләт аграр университетында юғары белемгә эйә була, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта төпләнгән, кәләше – Ейәнсура ҡыҙы Гөлфиә менән Самира һәм Мәликә исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Ләйсән Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡтағы филиалын тамамлаған. Кейәүҙәре - Айрат (Татарстанда тыуып үҫкән) менән Яр Саллы ҡалаһында йәшәйҙәр, Рафаэль исемле улдың ата-әсәһе. Ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетен кисереп, яратҡан олатай-өләсәй булып, ғүмер йомғағын һүтә Роза менән Минибай.
Салауатовтар Красноусолда үҙ көстәре менән күркәм йорт һалып кергәндәр. Ғаилә башлығы Ғафури леспромхозында, артабан район юл ремонт-төҙөлөш идаралығында, хәҙер оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Розаға бер ай элек дауаханалағы хеҙмәт урынын ҡалдырырға тура килгән, хәҙер ул Балалар шифаханаһында эшләй.
Ғаиләһендә уңған, булдыҡлы, бөтмөр хужабикә, һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй, өләсәй, үҙ эшен төплө белгән, ҙур тәжрибәгә эйә булған, эшендә хеҙмәттәштәренең, етәкселектең ихтирам-хөрмәтен яулаған, ғүмерен балалар һаулығын һаҡлауға бағышлаған оло йөрәкле, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ - шәфҡәт туташы ул Роза Миниғәли ҡыҙы. Ике яҡлап та туғандарын бергә туплаусы ла, һәр йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙыусы ла, ихлас ҡаршы алып, хәстәрләп оҙата, йылы һүҙҙәре, ихлас, аҡыллы кәңәш-теләктәре һәр кемдең күңеленә йылылыҡ өҫтәй, туғанлыҡ ебен нығыта.
Үҙенең ике “5”-легә торошло күркәм юбилейын Роза бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ихтирам итеп торған тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән тормошонан да, яҙмышынан да ҡәнәғәт булып, хеҙмәтенән йәм-ғәм табып, киләсәккә ышаныс бағлап ҡаршылай.
Роза Миниғәли ҡыҙы ғаиләһенең дә, хеҙмәттәштәренең дә, туғандарының да ғорурлығы ул. Күркәм ғүмер байрамығыҙ менән, хөрмәтле юбиляр, тағы ла күп юбилейҙар ҡаршыларға яҙһын!

Хеҙмәтендә - хөрмәтле, ғаиләһендә - бәхетле
Хеҙмәтендә - хөрмәтле, ғаиләһендә - бәхетле
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: