-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғафуриҙар сәләмәтлеге һағында

35 йыл элек Красноусол үҙәк район дауаханаһының заманса бинаһы файҙаланыуға тапшырыла, ә тәүге стационар бында 90 йыл элек барлыҡҡа килә Быйыл Ғафури һаулыҡ һаҡлау системаһы ике мөһим датаны билдәләй. Красноусол район дауаханаһына нигеҙ һалыу датаһын, завод ҡасабаһында тәүге амбулатория һәм бер нисә койкаға иҫәпләнгән стационар асылыуы менән бәйләп, 1932 йыл тип иҫәпләргә була. 1987 йылда Красноусолда дөйөм көс менән район дауаханаһының өр-яңы заманса, күп ҡатлы бинаһын төҙөгәнгә тиклем ярты быуаттан ашыу дауахананың бер нисә бинанан торған базаһы төрлө адрестар буйынса урынлашҡайны. Был мөһим даталар Красноусол үҙәк район дауаханаһы музейында хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәре тарафынан йыйылған экспонаттарҙа һәм документтарҙа сағылыш тапты.

Ғафуриҙар сәләмәтлеге һағында
Ғафуриҙар сәләмәтлеге һағында

Гәзит уҡыусыларҙы музей стендтары буйлап үҙенсәлекле экскурсияла булырға, райондың һаулыҡ һаҡлау тарихы һәм Красноусол үҙәк район дауаханаһының бөгөнгөһө менән танышырға саҡырабыҙ.
XIX быуат урталарына тиклем Ғафури районы биләмәһендә профессиональ медицина хеҙмәтләндереүе булмай. Халыҡ һәр төрлө медицина ярҙамы өсөн им-томсоларға (бағымсы) мөрәжәғәт иткән йәки ҙә булмаһа үҙҙәренсә дауаланған.
1875 йылда земство медицинаһы барлыҡҡа килгәс, бик күп үҙгәрештәр була. Хеҙмәтләндереүҙең участка принцибы индерелә. Тәүге амбулаториялар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары (ярлыларға ярҙам бушлай күрһәтелгән) барлыҡҡа килә башлай, санитария хеҙмәтенә нигеҙ һалына. Ул ваҡытта волость үҙәге булып торған Табын ауылында земство табибы менән земство амбулаторияһы эшләй башлай. Волостың үҙ ветеринары ла була.

Табын ауылынан юл алған

Земство табиптары ауыл ерендә дауахана учреждениеһының даими булырға тейешлеген аңлай, һәм 1878 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙенең Табын ауылында ҡабул итеү (приёмный покой) бүлеге асыла. Бында электән йәшәүселәр хәтерләүенсә, Табын дауаханаһы Усолка йылғаһының хозур күренешле яр буйында урынлашҡан булған. Ҡоймалар менән уратып алынған һомғол тирәктәр араһында ике ҙур һәм бейек ағас биналарҙы – дауахана менән амбулаторияны һәм келәт булып хеҙмәт иткән ҙур булмаған бер таш бинаны үҙ эсенә алған. Башҡа сығанаҡтар буйынса, Табын ауылында 8 койкаға иҫәпләнгән дауахана ХХ быуат башында төҙөлгән.
XIX быуаттың 80-се йылдарында фабрика-завод медицинаһы барлыҡҡа килеүе нигеҙендә Богоявлен баҡыр иретеү заводында дауахана ойошторола. Ул 12 койкаға иҫәпләнгән госпиталь була, унда фельдшер эшләй. Уға хеҙмәт хаҡын завод идаралығы түләгән. Госпиталь янында ҙур булмаған дарыухана булып, унда бушлай йәки тейәр хаҡҡа дарыуҙар һатылған.
Заводты А.В.Пашков һатып алғас, ул быяла сығарыуға ҡулайлаштырыла һәм быяла етештерелә башлай. Заводта эш бик тә ауыр була. Эшселәр үҙ хәлдәрен үҙҙәре яҡшыртырға тырыша. 1907 йылда улар кооператив ойоштора. Эшселәр медицина хеҙмәтләндереүенә өлгәшә. 1918 йылда заводта дауахана кассаһын булдырып, фельдшерҙы эшкә саҡыралар.
Шундай версия ла бар, ХХ быуат башында Богоявленда амбулатория ғына булған. Ҡасабала 10 койкаға иҫәпләнгән дауахана 1919 йылда ғына төҙөлгән. Заводтыҡы булғанлыҡтан, ул нигеҙҙә быяла заводы эшселәрен хеҙмәтләндергән.
Өйәҙҙә сәләмәтлек торошо һәм медицина менән тәьмин итеү Беренсе донъя һуғышы башланыу менән насарая. 1915 йылдың сентябренә Стәрлетамаҡ өйәҙе буйынса бөтөн земство табиптарының өстән бер өлөшө тирәһе ғәмәлдәге армияға саҡырыла, земство фельдшерҙары 15 процентҡа кәмей. Күп кенә участкалар медицина хеҙмәткәрһеҙ ҡала. Һуғыш дауаханаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе тотҡарлай. Шул уҡ ваҡытта өйәҙҙә дизентерия, сабыртмалы, ҡайтмалы, ҡорһаҡ тифтары эпидемияһы көсәйгәндән-көсәйә.
1917 йылғы Февраль һәм Октябрь революцияларынан һуң, дәүләт медицинаһы үҫешенең яңы этабы башлана. 1918 йылда Рәсәй медицинаһының элекке системаһын һәм формаһын берләштергән берҙәм дәүләт һаулыҡ һаҡлау булдырыла. Ил халҡының һаулығын һаҡлау менән Наркомздрав етәкселек итә башлай.
БАССР барлыҡҡа килеүе (1919 йылдың 23 марты) һәм Совет власы урынлаштырылыу менән халыҡтың һаулығын һаҡлау буйынса саралар ҡабул ителә башлай. Медицина ярҙамының дәүләт характеры, һәр кем файҙалана алырлыҡ, буш, профилактик йүнәлешле булыуы һаулыҡ һаҡлауҙың нигеҙе була бара.

Һуғышта һәм тыныс тормошта

1924 йылда 30 койкаға иҫәпләнгән “Красноусол” шифаханаһы йәйге миҙгелле булып асыла, унда 95 сирле дауалана, шуның 85-е эшселәр һәм хеҙмәт инвалидтары, ә ҡалғандары - хеҙмәткәрҙәр (служащийҙар).
1932 йылда Красноусол ауы-лында амбулатория һәм бер нисә койкалыҡ стационар асыла. 1934 йылда - бала табыу йорто, 1940 йылда балалар дауаханаһы үҙ ишектәрен аса. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан районда һаулыҡ һаҡлау тотороҡло үҫешә. Медицина хеҙмәткәрҙәре һаны ла, стационар койкалар иҫәбе лә яйлап арта бара. Сәсәк, йоғошло, холера (ваба) ауырыуҙары бөтөрөлә.
1939-1940 йылдарҙа Красноусол тоҙло-көкөртлө сығанаҡтарында бальнеологик шифахана ойошторола, профессор Н.И.Савченко етәкселегендә ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм табиптар бригадаһы шифалы шишмәләрҙең һәм ләмдең (батҡаҡ) үҙенсәлеген өйрәнә һәм хроник быуындар һыҙлау, нервы, матдәләр алышыныу, енес өлкәһендәге сирҙәр менән яфаланған ауырыуҙарҙы дауалауҙа ҡуллана. Тулыһынса өйрәнеү Красноусолда йыл әйләнәһенә даими эшләүсе шифахана асыуҙың маҡсатҡа ярашлылығын билдәләй.
Һуғыш илдең, республиканың, райондың, һәр ғаиләнең тыныс тормошон селпәрәмә килтерә. 1941 йылдың 22 июнендә тәүгеләрҙән булып фронтҡа район дауаханаһының баш табибы Леонид Феодорович Боровков алына. 1941 йылдың авгусынан Красноусол дауаханаһын Захар Яковлевич Пеккер етәкләй. Һуғыштың тәүге йылында дауахананың күп кенә хеҙмәткәрҙәре фронтҡа китә. Ҡалған медиктар иңенә ҙур йөк һалына. 1943 йылда өлгәшелгән уңыштар һәм инфекция таралыуға юл ҡуймаған өсөн районға БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Ҡыҙыл байрағы тапшырыла.
Красноусол үҙәк район дауаханаһында төрлө йылдарҙа һуғышта ҡатнашҡан һәм тылда хеҙмәт иткән медиктар эшләй, улар: Александр Семёнович Долинин, Прасковья Васильевна Ероховец, Барый Абдулла улы Килмәтов, Екатерина Порфирьевна Комарова, Георгий Алексеевич Лазовский, Людмила Михайловна Латышева, Әсҡәт Әхмәт улы Резбаев, Александра Радионовна Саламатова, Анна Ивановна Суслова, Александр Сергеевич Суслов, Леонид Феодорович Боровков, Прасковья Кузьминична Мишанина, Вера Родионовна Еламанова, Александра Кирилловна Перфильева.

ҺҮРӘТТӘ: 1937 йыл. Тәүге рәттә уртала райондың һаулыҡ һаҡлау бүлеген етәкләгән Афанасьев ултыра. 1941 йылда уны фронтҡа алғас, уның урынына Н.А.Рязанованы (эргәһендә һулда ултыра) тәғәйенләйҙәр.

(Дауамы бар).

Ғафуриҙар сәләмәтлеге һағында
Ғафуриҙар сәләмәтлеге һағында
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: