-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бала саҡ хәтирәләре

...Рәйсәгә 4 йәштәр тирәһе. Ул урамда уйнап ултыра. Үҙе сабый ғына булһа ла, әсәһе илаҡ ҡустыһын ҡарарға ҡуша. Көсө етер-етмәҫ көйөнә туғанын күтәреп, уны әүрәтә, иламаһын өсөн уға уйынсыҡ тоттора. Әсәһе ҡустыһын йоҡлатҡан арала ҡыҙыҡай кәртә аша ҡаршы күршелә йәшәгән ҡыҙҙарға уйнарға китә. Бында башҡа ҡыҙҙар ҙа күпләп йыйылышып, бергә уйнайҙар.

Бала саҡ хәтирәләре
Бала саҡ хәтирәләре

Шулай бер көн күтәрмәлә уйнап ултырғанда, күрше апай (Һөйәрбикә исемле): “Рәйсә, кил әле”, - тип саҡырып ала ла, өйөнә алып инеп бешкән бәрәңге, ҡатыҡ менән һыйлай. Ҡыҙ йәһәт кенә ашап ҡуя. Шунан апай Рәйсәнең сәсен тарап үрә, күлдәген йыуып кейҙерә, уйнарға килгәндә шулай кереп йөрөргә ҡуша. Апайҙың улы (Хәйҙәр) бар, ҡыҙ уның менән уйнай. Бер көндө апай Рәйсәгә матур күлдәк тегеп кейҙерә. Үҙе илай, үҙе арҡаһынан тупылдатып ярата, наҙлай-иркәләй. Ә ҡыҙ бер ни ҙә аңламай. Өйгә ҡайтҡас, әсәһе әрләй, ҡайҙа йөрөйһөң, тип, һуҡҡылап та ала. Шулай йәберләнеп үҫә Рәйсә.
Бер көндө ҡыҙ күҙе-башы күгәреп, бит-ҡулдары сыйылып, Һөйәрбикә апайҙарына килә. Апай Рәйсәне күргәс, йәһәт кенә кейенеп, бик ныҡ асыуланып, сығып китә. Һәм оҙаҡ та үтмәй ҡайта, ошо көндән башлап ҡыҙ Һөйәрбикә апайҙарында һәм уның ире Хәмзә ағайҙарҙа йәшәй башлай. Уларҙы “инәй”, “атай” тип әйтә башлай. Үҫә төшкәс, ҡыҙға Һөйәрбикә апаһы ошоларҙы һөйләй.
...1925 йыл. Төкөн ауылы ҡыҙы Һөйәрбикә Юлыҡ ауылынан Сәлим тигән кешегә кейәүгә сыға. Уларҙың ҡыҙҙары (Рәйсә) менән улдары (Рәсүл) донъяға килә. Сәлим уғата алама кеше була, ҡатынына көн күрһәтмәй. Бик насар йәшәйҙәр һәм оҙаҡ та үтмәй, улар айырылышалар. Малайҙары - Сәлимгә, ҡыҙҙары – Һөйәрбикәгә, мөлкәттәренән быҙаулы һыйырҙарының береһе – иргә, икенсеһе ҡатынға тейә. Ҡыҙҙың атаһы - Төкөн ауылының атаҡлы муллаһы, уҫал, яһил, дүрт ҡатынлы Абдулла быны ишетеп, ат менән ҡыҙын алырға килә. Донъя кәрәк-ярағы арбаға тейәлеп, һыйыр менән быҙау арбаға бәйләнгәс, Һөйәрбикәне һәм ҡыҙын үҙе менән арбаға ултырта. Ҡапҡанан сығабыҙ тигәндә, ҡайтып кергән Сәлим йүгереп килеп арбаға бәйле быҙауҙың арҡанын бысаҡ менән өҙөп ебәрә. Быҙау ысҡынған ыңғайға һарайға инеп китә. Уҫал Абдулла ҡарт оҙаҡ уйлап тормай: “Быҙау һеҙгә булғас, быныһы ла һеҙгә булһын, тип, кескәй Рәйсәне күтәрмәгә ултыртып ҡалдырып, атын бер һыҙыра тартып, ҡайтып китә. Шулай итеп, кескәй ҡыҙ атай йортонда тороп ҡала. Ә атаһының Һөйәрбикәне ғәзиз балаһынан айырыуҙан нимә кисереүен Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Шулай итеп, ике йыл атай йортонда йәшәй Һөйәрбикә.
Юлыҡ ауылында Хәмзә исемле егеттең кәләше ҡапыл йәшләй генә гүр эйәһе була. Ауырыу әсәһе түшәктә ята. Ул улын саҡырып: “Улым, мин оҙаҡ ятмам, үлермен, һин башлы-күҙле булһаң ине”, - ти. Улына донъя көтөргә егәрле, бик тырыш, иренән уңмай ауылына кире ҡайтып киткән Һөйәрбикәне алырға димләй. Ир Төкөнгә бер бара, ике бара, ә ҡатын: “Шул ауылдан ҡайттым, аяғымды ла баҫмайым”, - тип ҡәтғи ҡаршы тороп, кире бора. Бер аҙҙан йәнә яусылап, тағы ла үҙенең яҙмышын һынап ҡарарға була Хәмзә. Был юлы ир: “Һөйәрбикә, ҡыҙыңды ла күреп йөрөрһөң”, - ти. Тәүге ире Сәлим уларҙан бер нисә өй аша ғына йәшәй. Ул инде был ваҡытта өйләнгән була. Ә Һөйәрбикәнән тыуған улдары һыуыҡ тейеп үлгән. Һөйәрбикәгә ҡыҙы хаҡына ризалыҡ биреүҙән башҡа сара ҡалмай. Хәмзә менән бергә булып, ауылға килгәс, Рәйсәне үҙ тәрбиәһенә ала, йәнә ике ул, бер ҡыҙға әсәй була.
Бына шунда ғына Рәйсә сабый сағында Һөйәрбикә апаһының үҙе хаҡында гелән ҡайғыртыуын иҫенә төшөрөп, үҙенең әсәһе булыуын аңлай.
Хәҙер Рәйсә әбей 91 йәшен тултырған, үҙ-үҙен белә башлағандан бирле бала саҡ хәтирәләрен йыш иҫенә төшөрә. Әсәһенә лә, олатаһына ла асыу һаҡламай ул, бары тик яҙмыш шулай ҡушҡандыр, ти. Матур итеп кейәүгә сығып, тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре ҡарамағында, хөрмәтендә ҡәҙерле өләсәй булып, намаҙ, Ҡөрьән уҡып, ураҙа тотоп, бик бәхетле йәшәй.

Әминә САЛАУАТОВА.
Юрмаш ауылы.

Бала саҡ хәтирәләре
Бала саҡ хәтирәләре
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: