Һүҙҙе Түбәнге Ташбүкән ауылында йәшәгән Әминә менән Фәйзулла Баһауетдиновтарҙан башлайыҡ. 1931 йылда өйләнешәләр улар. Колхоз ойошторолған саҡ. Игенселәр ауылынан килгән тирмәнсенең ҡыҙын бер күреүҙә оҡшата Фәйзулла. Мөхәббәт емештәре булып 1932 йылда тәүге балалары Саимә тыуа. Уның артынса Зөлфәр, Миңлегөл, Рузый, Зәйнулла, Фәрүәз, Гөлйөҙөм, Яҡуп, Фәнир, Нурия донъяға киләләр. Ун балаһын да аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итәләр Баһауетдиновтар. Йорт хужаһы ғүмер буйы урманда эшләһә, хужабикә өй эштәрен бөтөрә. Хәйер, Әминә апай ауылдағы тәүге Герой-әсә лә. Бөгөнгө көндә ун баланың өсөһө иҫән-һау.
Фатима менән Сәғит Ғайсиндар 1948 йылда бергәләшәләр. Ул саҡта Сәғит Мазһар улы ауыл Советын етәкләһә, Фатима Зыязетдин ҡыҙы промартелдә эшләй. Ғайсиндар ҙа ун балаға ғүмер бүләк итәләр. Ғаиләлә Сәғит еҙнәнең мәрхүмә булған тәүге ҡатынынан тыуған Минисара ҡыҙы ла була. Бер-бер артлы Сабит, Фәнүзә, Адисса, Алфира, Рәйфә, Раян, Әнис, Фәүзиә, Фәһимә, Гөлнара тыуа. Ишле ғаиләне тәрбиәләү еңелдән булмай, әлбиттә. Бөгөн ун бер баланың һигеҙе иҫән-һау. Һәр береһе үҙ донъяһын үҙе көтә. Үҙҙәре хәҙер олатай-өләсәй булып бөткәндәр. Иҫән саҡта Фатима апай ҙа Герой-әсә исемен ғорур йөрөттө. Үҙе бер нисә йыл элек кенә, туҡһанды үтеп, мәрхүмә булды.
Ғәлиә апай менән Әхмәт ағай Кәбировтар ҙа 1948 йылда өйләнешәләр. Ғәлиә – Әрмет ауылы ҡыҙы, Әхмәт – Үрге Ташбүкән ауылы егете. Һуғышта ла йөрөп ҡайта. Тәүге улдары сабый көйө генә гүр эйәһе була. 1951 йылда Рәмзиә исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Унан һуң Рауза, Рәмилә, Әсҡәт, Рөфҡәт, Мәрйәм, Венера, Ришат, Мөхәмәт, Рәхилә донъяға ауаз һалалар. Әхмәт ағай тәүҙә байтаҡ йылдар хат ташыусы, шунан һуң леспромхозда ҡарауылсы булып эшләй. Хәҙерге ваҡытта ун баланың туғыҙы иҫән. Ғәлиә апай ҙа “Герой-әсә” исеменә лайыҡ булды.
6-9 бала тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәләрҙең исемдәрен ошо яҙмаға теркәп китеү урынлылыр. Бына ул ғаиләләр: Нәзифә менән Мөхәммәт Аҫылгәрәйевтар, Зарифа менән Абдулла Ҡотовтар, Сәғиҙә менән Шәрифулла Камаловтар, Мәстүрә менән Нурислам Мөхәмәтҡоловтар, Фәриҙә менән Рамазан Әсфәндийәровтар, Сәкинә менән Әбделхай Нәбиуллиндар, Гөлсирә менән Ғәйсәр Мөхәмәҙиевтар, Ғәйшә менән Шәмситдин Ғәлимовтар, Миниса менән Шәһит Зөбәйҙуллиндар, Зәйтүнә менән Зәки Вәлиевтар, Тәскирә менән Таһир Булатовтар, Зөбәйҙә менән Ғаззалый Мөхәмәтшиндар, Наилә менән Ихсан Бәхтейәровтар, Тәслимә менән Мөхәммәт Ибәтуллиндар, Люциә менән Мөхәммәт Мөхәмәтйәновтар, Фәниә менән Ғәйфулла Ҡадировтар, Ғәшиә менән Мостафа Аллаяровтар, Орҡоя менән Ҡадир Усмановтар, Зарифа менән Забир Булатовтар, Зәйтүнә менән Ғәли Ғайсиндар, Ғәтифә менән Ибраһим Аллаяровтар.
Ҡурғашлы – леспромхоз дәүерендә ҡапыл ғына ҙурайып киткән ауыл. Ауылға төрлө яҡтарҙан эшселәр килеп тула. Күсеп килеүселәр араһында ишле ғаиләләр ҙә байтаҡ ине. Шуларҙың береһе – Әбделмәновтар ғаиләһе. Миңлегөл Баймырҙа ҡыҙы менән Ибраһим Сабирйән улының Ҡурғашлыға килгәндә 5 балаһы була. Яңы урында тағы ла 5 балаға ғүмер бүләк итәләр. Миңлегөл апай өйҙә хужалыҡ эштәре менән булһа, Ибраһим ағай леспромхозда моторист булып эшләй. Әбделмәновтар ете балаһына - юғары, икеһенә урта махсус белем алырға ярҙам итәләр. СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Миңлегөл апайға “Герой-әсә” исеме бирелә.
Мөниә менән Мөхәмәҙулла Алтынсуриндар ҙа 60-сы йылдар башында Баяндынан Ҡурғашлыға күсеп киләләр. Уларҙың да килгәндә 5 балаһы була. Хәтмулла, Зөлфәр, Ғәли, Әлтәф, Ғәзиз, Рифат, Урал исемле улдар, Минзилә, Рәзилә, Айгөл исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Мөниә апай ҙа, Мөхәмәҙулла ағай ҙа леспромхозда эшләйҙәр. Мөниә апай ҙа “Герой-әсә” исеменә лайыҡ булды.
Минира менән Сәхиулла Насировтар ҙа 5 ул һәм 5 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар ҙа Баянды урман участкаһынан күсеп килеүселәр. Сәхиулла ағай урманда эшләһә, Минира апай өйҙә балалар баҡты. Минира апай – “Герой-әсә”ләр араһынан бөгөнгө көндә иҫән булған берҙән-бер әсә. Ул да 90-нын ҡыуа.
Ҡурғашлы ауылынан да ишле ғаиләләрҙең исемлеген тәҡдим итәбеҙ. Бына улар: Мәрхиә менән Иҙрис Заһиҙуллиндар, Рабиға менән Шәрифулла Ғөбәйҙуллиндар, Асия менән Марат Камаловтар, Фәриха менән Тимербай Хөснөтдиновтар, Роза менән Ишбирҙе Әхмәҙиевтар, Нәғимә менән Рамазан Вәлитовтар, Миңлегөл менән Миңлеғәли Ғәлиндар, Һәҙиә менән Миңләхмәт Шәриповтар, Сәбилә менән Мансур Шәйәхмәтовтар, Әҡлимә менән Нуритдин Сабитовтар, Һәҙиә менән Расфар Йәғәфәровтар, Хәжәр менән Миңлеғәли Батталовтар, Гәүһәр менән Авзал Фәйзуллиндар, Мәрйәм менән Әйүп Ишмөхәмәтовтар, Земфира менән Саҙретдин Шәриповтар, Ғәйникамал менән Мансур Харисовтар, Раҡыя менән Ҡадир Ғәзизовтар, Маһисәрүәр менән Мәғәфүр Әхмәҙиевтар, Роза менән Тимерғәле Мөхәмәтҡоловтар, Һәбилә менән Миниәсҡәт Ваһаповтар, Йәмилә менән Шәһит Кәримовтар, Ғәрифә менән Әбүзәр Фәйзуллиндар, Минзәр менән Сабур Ишмөхәмәтовтар, Шәмсениса менән Нурғәли Кәримовтар, Минифа менән Венер Шәйәхмәтовтар, Ғәйшә менән Сафиулла Йәрмиевтар, Мәүсилә менән Закир Ханнановтар, Рәйфә менән Хәйбулла Мәүлетҡоловтар, Фәриҙә менән Фәрит Сибәғәтуллиндар.
Тап ошондай ишле ғаиләләр һуғышҡа тиклем һәм һуғыштан һуң (50-70-се йылдар) илебеҙҙең хеҙмәт ресурстарына булған ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереп килделәр. Балалар – ил байлығы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. 60-сы йылдар башынан Ҡурғашлыла үҫкән 150-нән ашыу бала юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарында уҡып сыҡтылар, әҙме төҙөүселәр, тракторсылар, шоферҙар, нефтселәр һәм башҡа һөнәр кешеләре әҙерләнде. Ташбүкәндә лә шул уҡ хәлде күҙәтергә мөмкин.
Хәҙер балаларҙың аҙлығына зарланабыҙ. Ни хәл итәһең, заман башҡа – заң башҡа шул. Сәбәптәре тәрәндә ята. Шулай ҙа ишле ғаиләләр үҫтергән атай-әсәйҙәр маҡтауға лайыҡ. Үҙ бурыстарына намыҫлы ҡарағандар улар. Ошонда бер тәҡдим дә индереү кәрәктер, тип иҫәпләйем. Ике ауылда ла (Ташбүкәндә һәм Ҡурғашлыла), ишле ғаиләләрҙең исемлеген яҙып, обелискылар (әлбиттә, балалары иҫәбенән) ҡуйғанда – ҡайһылай ҙа һәйбәт эш эшләнер ине. Рәхмәтле булырҙар ине ғәзиздәребеҙ.
Хәсән ҠОТОВ.
Ҡурғашлы ауылы.