+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Бисмилләәһир-рахмаанир-рахим! Ҡәҙерле райондаштар, мосолман дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе барығыҙҙы ла Ғафури районы мөхтәсибәте һәм Красноусол мәсете мәхәлләһе исеменән изге Ҡорбан байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Красноусол мәсетендә Ҡорбан ғәйете 9 июлдә иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.Байрам ашы сәғәт 12-лә ойошторола. Хөрмәтле яҡташтар, барығыҙҙы ла Ҡорбан байрамына саҡырабыҙ!(0+)

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Аллаһы Тәғәлә ил-көндәребеҙҙе, мәсет-мәхәлләләребеҙҙе, ғаиләләребеҙҙе, ауыл-ҡалаларыбыҙҙы, ғәзиз Ватаныбыҙҙы тыныслыҡ һәм бәрәкәттәрҙән айырмаһын. Динебеҙ һәм милләтебеҙгә хәйерле хеҙмәттәр насип итеп, күңелдәребеҙ ҙә имандан һәм сәләмәтлектән айырылмаһын.
Ҡөрьәндә әйтелә: “Беҙ һиңә игелектәрҙе мул итеп бирҙек. Ошо игелектәр өсөн Аллаһҡа шөкөр ит, намаҙ уҡы, ҡорбан сал”, - ти. (“Кәүҫәр” сүрәһе).
Мосолман – Аллаһ бәндәһе. Уның ниәтендә – изгелек, ғәмәлендә – игелек, күңелендә - нур, иман нуры, тип өйрәтә дин. Диндең был хөкөмдәрен ғәмәле менән ҡеүәтләп, бөгөнгө көндә хаж сәфәрендә йөрөгән ҡәрҙәштәребеҙ исламдың изге урындарында ғибәҙәттә тора, хажға барырға мөмкинлеге булмағандар ғәйет көнөн мәсет юлында, мәсеттә ҡаршы ала. Мәсеттәр улар – ҡиблабыҙ булған Ҡәғбәтулланың бер өлөшө.
Ислам донъяһында Ҡорбан ғәйете күңелгә лә, йәнгә лә, тәнгә лә ял биреп китә торған изге көндәр.
Аллаһы Тәғәләгә салған ҡорбандарыбыҙҙың ите лә, ҡаны ла кәрәк түгел, Уға беҙҙең тәҡүәлегебеҙ, ихласлығыбыҙ кәрәк.
Намаҙ менән ҡорбан – ул Аллаһҡа яҡынайыу өсөн ҡылған ғибәҙәттең иң күркәме, иң ҡиммәтлеһе. Намаҙ - ул тәндең дә, күңел менән йәндең дә Аллаһ алдында тыйнаҡ, күндәм, баҫалҡы була белеүе, ҡорбан – йомартлыҡ һәм игелек билдәһе – Аллаһы Тәғәләгә мал менән яҡынайыу.
Ҡорбан ғәйетебеҙ мөбәрәк булһын!

Фәнил хәҙрәт БАСИРОВ,

Ғафури районының имам-мөхтәсибе.

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: