Рәмилә Раҡаева менән Ғаяз Кәримов бынан 40 йыл элек Үтәк ауылында береһенең күршеһе, дуҫы, икенсеһенең апаһы булған Әлфиә Әсфәндийәрованың туйында танышалар. Туй гөрләп үтә, ҡунаҡтар ҙа тарала. Әммә бер-береһе араһында һөйөү уты ҡабынған йәштәр, бынан һуң айырым йәшәй алмағанлыҡтарын аңлайҙар. Сентябрҙә ғүмерлеккә бергә булырға һүҙ биреп, туғандарҙы йыйып туй үткәрәләр. Быға тик-лем Салауат ҡалаһында крансы булып эшләгән Рәмилә Әнүәр ҡыҙы эшен ташлап, егеттең ауылына – Яңғыҙҡайынға ҡайта. Уға ауыл китапханаһында бушаған эш урынын тәҡдим итәләр. Ошо эштә 1982 йылдан бар күңелен, йәнен һалып, ныҡышмалылыҡ менән эшләй. Башта тәжрибәле коллегаларына, китапхана өлкәһендә эшләгән етәкселәргә мөрәжәғәт итеп, был һөнәрҙе төптән өйрәнә. Китап уҡыусылар менән “түңәрәк өҫтәл”дәр, конференциялар, диспуттар һәм башҡа саралар үткәреү өсөн үҙе лә күп уҡый. Был осорҙа китапханасыларға агитатор, политинформатор булып, баҫыу, ферма эшселәре янында ла йыш булырға тура килә. Ул партком секретарының, ауыл хакимиәте башлығының уң ҡулы була, уны барыһы ла хөрмәт итә, ярата. Ауыл халҡы, етәкселек менән дә һәр саҡ аңлашып, үҙ эшенә мөкиббән бирелеп, ошо хеҙмәттә хаҡлы ялға туҡтағансы эшләй Рәмилә Әнүәр ҡыҙы.
Ғаяз Тәлғәт улы тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына “зоотехник” һөнәренә уҡырға керә. Ошонда уҡығанда хеҙмәткә алынып, ил алдындағы бурысын да намыҫ менән үтәй. Һуңынан уҡыуын тамамлап, ауылда үҙ һөнәре буйынса өс йыл ферма мөдире булып эшләп ала. Ғаиләһендә төҙөлөш эше башланғас, был вазифала эш хаҡы әҙ булғанлыҡтан, бар яҡҡа ла маһир ир-ат механизатор булып эшкә күсә. Аҙаҡтан бының өсөн бер ҙә үкенмәй. Ә инде Ленин исемендәге колхозда Ғаяз Кәримовтың исеме бөтә тирә-йүндә маҡтаулы була. Районда беренселәрҙән булып, “Россия” (КФ “Сатурн”) колхозынан һуң шәкәр сөгөлдөрөн ҡул көсө ҡулланмай, яңы ысул менән эшкәртә башлайҙар. Ленин колхозы осоронда гектарынан 300 центнер алһалар, ә аҙаҡтан Р.В.Мөьминов КХ ЯСЙ-е 400 центнер алыуға өлгәшә башлай. Ғаяз Тәлғәт улы ер һөрөү, тырматыу кеүек, ҡышын фермалағы эштәрҙә лә тир түгә. Уның эштән хаҡлы ялға туҡтауына дүрт йыл. Шулай булһа ла яратҡан коллективы менән бәйләнеште өҙмәй, тәжрибәле механизатор булараҡ уны йыл да ҡыҙыу баҫыу эше ваҡытында ярҙам итергә саҡырып торалар.
Рәмилә Әнүәр ҡыҙы менән Ғаяз Тәлғәт улының шөғөлдәре күп. Улар театр түңәрәгенә йөрөп, төрлө спектаклдәрҙә ҡатнашҡан ҡойоп ҡуйған артистар ҙа. “Бер осор мин ярты эш хаҡына ауыл мәҙәниәт йортонда рәссам-биҙәүсе булып, ә Рәмилә район гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе ине”, - тип көлөп ул саҡтарҙы иҫкә ала Ғаяз ағай. Рәмилә апай бар йәшелсә-емеш үҫентеләрен яҙын үҙе ултырта, сәскәләр үҫтерергә лә ярата.
Кәримовтарҙың тырышлығы һәр саҡ күҙ уңында була. Туйҙан һуң йәш ғаилә үҙҙәренә өй төҙөү тураһында хыяллана башлай. Уны ныҡлы итеп, кирбестән һалырға уйлайҙар. Был ваҡытта Яңғыҙҡайында таш өйҙәр ҙә бер-икәү генә була. Ғаилә башлығы ошо өйҙәрҙә булып, уларҙың планын өйрәнеп, буласаҡ йорттарының проектын үҙе төҙөй.
- Ул ваҡытта башкөллө төҙөлөш мәшәҡәтенә сумдыҡ. Яңы өй төҙөгәнсе иҫке өйҙә Ғаяздың әсәһе Мәрйәм Зөбәй ҡыҙы Моратшина менән бергә йәшәнек. Уның ярҙамы ҙур булды, балаларҙы ла ҡарашты. Ике яҡтың туғандары ла ныҡлы ярҙам итте. Төҙөлөш барғанда 40 литрлы ҡаҙанда аш бешерергә лә тура килде. Баҡсала барыһын да ултыртып, мал-тыуар тотҡас, аҙыҡ-түлек мул булды. Хәҙер элекке кеүек күпләп мал тотмаһаҡ та, күнегелгәнсә малдан ҡалған юҡ, ҡош-ҡорт та аҫрайбыҙ. Һөт-ҡаймаҡтың үҙебеҙҙән артҡанын һатабыҙ ҙа, - ти Рәмилә Әнүәр ҡыҙы.
Йәшлектә ныҡлы ярҙам ҡулы һуҙған әсәйҙәренең фотоһы бөгөн өйҙөң түрендә эленеп тора. Кәримовтарҙың мөхәббәт емештәре булып тыуған ике улын, ҡыҙын ата-әсәһе эштә саҡта күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап та торған ул. Шуға ла улар эштә тыныс күңел менән йөрөгән. Иң өлкәне булған Айрат хәҙер үҙе ике балаға атай, Стәрлетамаҡ ҡалаһында тормош иптәше менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Уртансыһы булған Айваздың да ике бала. Бәләкәс ҡыҙҙары Эльвира Сорғот ҡалаһында төпләнеп, ресторанда ашнаҡсы булып эшләп йөрөй, уның да үҙ ғаиләһе. Беҙ был йомарт өйҙә булғанда өләсәй менән олатайға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Рания ейәнсәре, Тимур ейәне ҡунаҡҡа килеп, иркен өйҙә улар рәхәтләнеп уйнап, ҡәҙерле кешеләренән һөйөлөп, тәмлекәстәр менән һыйланып шат ултыралар ине.
“Мәңге йәш ҡалырбыҙ микән, ҡартайырға ваҡыт юҡ”, - тиҙәр улар эргәләренә килеп һыйынған ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп. Был алсаҡ, уңған, егәрле ғаиләгә киләсәктә лә шулай бәхеткә сорналып, изгелеккә, балалар шатлығына күмелеп йәшәргә яҙһын.