-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Юлдар “күлдәк яңырта”

Юлдар - тормош артерияһы, тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Ә ул артерия өҙлөкһөҙ эшләгәндә, йәғни юлдар төҙөк, тигеҙ булғанда ғына тормошобоҙ ҙа, эштәребеҙ ҙә көйлө бара. Был тәңгәлдә инде районыбыҙҙың юл хужалығы эшселәре тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Йыл әйләнәһенә, хатта ҡышҡы бурандар осоронда ла, юлдарыбыҙ асыҡ.

Юлдар “күлдәк яңырта”
Юлдар “күлдәк яңырта”

Юл хужалығы эшселәре өсөн йылдың һәр миҙгеле ҡыҙыу эш осоро. Ҡышҡы ҡарлы-буранлы осорҙа иртәнән-төнгә тиклем эш өҫтөндә булһалар, бөгөн дә иртәнге 7-нән улар эш өҫтөндәләр. Кемдәрҙер юл ситтәрен сапһа, икенсе бригада юл билдәләрен урынлаштыра, йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урындарын буяй, икенсе участкала ҡыҙыу рәүештә асфальт һалына, юлдар, тотҡарлыҡ ҡоролма-кәртәләр ремонтлана. Мәшәҡәттәр етерлек шул, 500 км.-ҙан ашыу юлды тәртиптә тотоу еңелдән түгел, әлбиттә.
- Һәр тармаҡтағыса, беҙҙең “Башкиравтодор” буйынса ла финанслау мәсьәләһендә ҡыйынлыҡтар тыуып торһа ла, эш туҡталмай, планға ярашлы дауам итә, - ти район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов. - Стәрлетамаҡ - Красноусол, Красноусол – Архангел районы йүнәлешендә барлығы 2 км-ҙан ашыу юлға асфальт түшәлде. Мораҡ, Яңғыҙҡайындағы транзит юлдар ремонтланды, барса ауыл биләмәләре буйынса тиерлек соҡор-саҡырлы юлдар тигеҙләнде.
Әлеге көндә юлсылар күсмә объект-та - Красноусолдың Көнбайыш урамына асфальт түшәү менән мәшғүлдәр.
- Алдан билдәләнгән планға ярашлы был урамдың Аэродром урамы менән киҫелешенән алып, икенсе осо - урау юлға сыҡҡанға тиклем (оҙонлоғо 2 км-ҙан ашыу) асфальт һалынырға, аҡсаға күсереп иҫәпләгәндә 17 млн һумлыҡ эште атҡарып сығырға тейешбеҙ, - тип эш барышы менән таныштырҙы Зөфәр Мәғәсүм улы. - Был юлды тергеҙеүҙең төп маҡсаты – Дача урамы аша хәрәкәтте бер ни тиклем кәметеү. Юғиһә, әле барса ҙур йөк машиналары ошо урам аша йөрөнө. Был, әлбиттә ошонда йәшәүселәр араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Икенсе яҡтан хәүефле лә ине. Ошо көндәрҙә был йүнәлештәге эште тамамлап ҡуйырға иҫәп тотабыҙ. Эш барышында халыҡтың һорауы буйынса проектҡа саҡ ҡына үҙгәреш индереп, “Тепловодоснабжение” предприятиеһына илткән юлға ла асфальт түшәнек.
Артабан юлсылар алдында Ҡарағай - Имәндәш юлындағы эште дауам итеп, ҡалған 1,7 км. оҙонлоғондағы араны асфальтлау бурысы тора. Бынан тыш “Красноусол” шифаханаһы, “Восход-СТ” хужалығы үҙ биләмәләрендәге юлдарҙы ремонтлауҙа ярҙам һораған.
Финанслау мәсьәләһе киҫкен саҡта кем ҡайҙа, ниндәй эш тәҡдим итә, шул эшкә тотонорға инде. Эшселәргә эш хаҡын түләргә лә, яғыулыҡ-майлау материалдарына ла аҡса кәрәк бит, - ти хужалыҡ етәксеһе.
Ә инде юлсылар коллективына килгәндә, предприятиела элек-электән үҙ эшен яратҡан, уға яуаплы ҡараған уңған кешеләр эшләй. Әлеге һөйләшеү мәлендә лә идаралыҡ начальнигы һәр береһен айырым телгә алып, маҡтап үтте.
- Ғафуриҙа, тотош Башҡортостан буйынса юл төҙөлөшөнә ныҡ иғтибар бүленеүенә тағы ла бер ҡат инандыҡ, юлдар таҫмалай тигеҙ булып ялтлап ята. Юлдарҙың торошо теге йәки был төбәктең социаль-иҡдисади хәлен күрһәтә тиҙәр бит, - тигәйне күптән түгел Ырымбурҙан Имәндәш ауылы янында үткән “Табынфест”ҡа килеүсе бер коллегабыҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашып. Ысынында ла шулай бит.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Юлдар “күлдәк яңырта”
Юлдар “күлдәк яңырта”
Юлдар “күлдәк яңырта”
Юлдар “күлдәк яңырта”
Юлдар “күлдәк яңырта”
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: