+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Почтальон алып килә...

Үтәк почта бүлексәһе Үтәк, Туғай һәм Игенселәр ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Был почта бүлексәһе һәм начальнигы заманында алдынғылар һәм маҡтаулылар рәтендә булды. 2015 йылда хаҡлы ялға туҡтаған почта бүлексәһе начальнигы Фәнүзә Рәхим ҡыҙы Уразбаеваны Әлиә Әбелғәйерова алыштырҙы.

Почтальон  алып килә...
Почтальон алып килә...

Һөнәри байрамдары алдынан почта бүлексәһендә булып, был коллектив менән яҡынданыраҡ танышыу форсаты тейҙе. Беҙ почта бүлексәһенә килгәндә, начальник Әлиә Әбелғәйерова һәм бер поч-тальонка Эльвира Камалова эш урындарында ине. Үтәк ауылының хат ташыусыһы Эльвира (2010 йылдан эшләй) ауылдаштары яҙҙырған гәзит-журналдарҙы рәткә килтереп, таратырға әҙерләй һәм һатыласаҡ тауарҙарҙы барлау менән мәшғүл ине. Почтальондарҙың икенсеһе – Игенселәр ауылында йәшәүсе Лилиә Фәтҡуллина (12 йыл эшләй) Туғай һәм Игенселәр ауылдарын хеҙмәтләндерә. Уға эшендә тормош иптәше Дамир Камил улы ярҙам итә, күрше ауылға мотоциклда йөрөтә. Икеһе лә үҙ эштәренә яуаплы ҡарайҙар, өйрәнелгән маршрут буйынса үҙ матбуғат баҫмаларын алдырыусыларына: кеменәлер “Табын” йәки “Звезда” район гәзиттәрен, икенселәренә – республика гәзит-журналдарын, ҡайһыларына – йәшелсәселек, баҡсасылыҡ, көнүҙәк тематикалы һәм башҡа баҫмаларҙы үҙ ваҡытында килтереп еткерергә тырышалар.
- 2022 йылдың 2-се ярты йыллығына нисә дана “Табын” гәзитен яҙҙырҙығыҙ? – тигән һорауға почта бүлексәһе буйынса 60 кеше (план - 90 дана) яҙылды, Эльвира – 36, Лилиә 24 дана гәзит тарата, - тип яуапланы почта начальнигы Әлиә Зөфәр ҡыҙы. – Гәзитте нигеҙҙә урта һәм өлкән йәштәге кешеләр алдыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдар ҡартая, ололар арабыҙҙан китә, буш өйҙәр күбәйә, шулай итеп матбуғат баҫмаларын алдырыусылар ҙа кәмегәндән-кәмей бара. Йәштәр ҡалаға сығып китә, улар инде Интернетты хуп күрә, ә күптәргә гәзиттең аҙнаға бер тапҡыр ғына сығыуы оҡшамай, бәғзеләр хаҡы ҡиммәт булыуына зарлана, - ти ул.
Район гәзитенә тоғролоҡ һаҡлап, “Табын” менән дуҫлыҡтарын өҙмәй, даими алдырыусыларҙы ла атанылар. Улар: Үтәктән Әнүәр Арыҫланов, Венера Камалова, Рәмил Арыҫланов, Ишбулды Ғиззәтуллин (“Звезда”ны ла алдыра), Рәхилә Кәримова, Әйүп Ҡорманов, Рәмил Раҡаев, Разия Арыҫланова, Гүзәлиә Хафизова, Фәнис Мөхәмәтйәнов, Миңдинур Мөкимова, Сәлимә Камалова, Рима Бохарова, Фәниә Йәрмиева, Фәнүзә Килмөхәмәтова, Фәриҙә Әсәҙуллина, Наил Маннанов, Игенселәрҙән Камил Әсфәндийәров, Гүзәл Фәтҡуллина, Наил Фәйзуллин, Туғайҙан Нәжибә Усманова, Нажия Заһиҙуллина, Әсҡәт Хәлимов, Миҙхәт Ғәтиәтуллин, Миңлегөл Сәлихова, Әминә менән Флүзә Ҡаһировалар, Рәйлә Ғәлиева, Фәймә Баһауетдинова һәм башҡалар.
Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, гәзит уҡыусылар һаны артһын! Һөнәри байрамығыҙ менән!

Почтальон  алып килә...
Почтальон  алып килә...
Почтальон алып килә...
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: