+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Табын”дың тоғро дуҫтары

Районыбыҙ ауылдарында 20 почта бүлексәһе эшләй. Рәсәй почтаһы көнө уңайынан яҙмабыҙ һәр яҡлап уңышлы эшләгән Игенйылға почта бүлексәһе хаҡында.

“Табын”дың тоғро дуҫтары
“Табын”дың тоғро дуҫтары

Игенйылға почта бүлексәһе йылдың-йылы подписка (“Табын” гәзитенә 2022 йылдың икенсе яртыһына еткерелгән планды арттырып үтәгәндәр), тауарҙар һатыу, йәғни тауар әйләнеше һәм башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса пландарҙы ла тотороҡло үтәп килгән бүлексәләрҙең береһе. Әлбиттә, был уңыштар почта бүлексәһе начальнигы Ләйсән Вәрис ҡыҙы Йәркәйева эште дөрөҫ ойоштороу һәм халыҡ менән уртаҡ тел табып эшләүе һөҙөмтәһе. 2008 йылда элекке почта бүлексәһе начальнигы Рәзимә Йәнешеванан (хаҡлы ялға туҡтаған) был вазифаны ҡабул итеп ала. Һәм 14 йыл эшләү дәүерендә почта хеҙмәтенең бар нескәлектәрен төшөнөп, эшен еренә еткереп, яратып башҡара. Ауылдаштары ла уның эшенән ҡәнәғәттәр. Үрҙә һанап үтелгән хеҙмәттәрҙән тыш электр энергияһына, газға түләүҙәр ҡабул итеү, хатта кәрәҙле телефонға аҡса күсереү кеүек эштәр почта начальнигы иңенә һалынған. Ғөмүмән, почта ауыл халҡының күп йомошон хәл итеүсе етди ойошма булып тора ла инде.
Ысынлап та, үҙҙәренең төп бурыстары – матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу һәм уны халыҡҡа таратыуҙан тыш, күпме хеҙмәттәр күрһәтә бөгөн почта!
5 ауылды берләштергән Игенйылға почта бүлексәһендә бөгөн ике почтальонка эшләй. Игенйылғанан тыш, Ҡотлоғужа, Ҡарамыш, Цапаловка, Дубровка ауылы кешеләре лә хат ташыу-сы Рәйсә Фәйзуллина менән Рәсимә Маннанованың матбуғат баҫмаларын үҙ ваҡытында килтереп еткереүенә күнеккән.
- Иң яуаплы һәм ауыр мәсьәләләрҙең береһе – ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, подписка кампанияһын икенсе ярты йыллыҡҡа ла уңышлы үткәреп, бирелгән пландан хатта арттырып ебәргәнбеҙ. Почтальондарҙың икеһе лә уңған, тырыш, минең ҙур ярҙамсыларым. Пландар үтәлешендә, әлбиттә, уларҙың да өлөшө тос, уларһыҙ уңыштарға өлгәшеп тә булмаҫ ине, - ти бүлексә начальнигы. – “Табын” район гәзитен бер ҙә ҡалдырмай яҙылып, даими алдырып уҡыусыларҙан Игенйылға ауылынан 90 йәшлек Хәлимә Мәҡсүтованы, 84 йәшлек Камил Дәүләтшинды, Венер Йәнбәковты, Риф Абсаттаровты, Ҡотлоғужанан Хәмзә Мөлөковты һәм башҡаларҙы билдәләп үтергә мөмкин.
Ләйсән Йәркәйева, почтальондар Рәйсә Фәйзуллина, Рәсимә Маннанова һөнәри байрамдарын һөҙөмтәле, һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылай. Ауылдаштарын “Табын” гәзитенә яҙҙырыу буйынса үҙҙәренә еткерелгән планды арттырып үтәгәндәр. Бөгөнгө көндә Игенйылға почта бүлексәһенә ҡараған ауылдарҙан 86 ғаилә “Табын” гәзитен алдырып уҡый. Игенйылға почта бүлексәһе “Талбазы почтамты” буйынса алдынғылар иҫәбендә тора.
Уңышлы эшләгән алдынғы почта хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй почтаһы көнө менән тәбрикләйбеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

“Табын”дың тоғро дуҫтары
“Табын”дың тоғро дуҫтары
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: