Йәмлелеге, йомартлығы, сағыулығы менән айырылған йәйҙең икенсе айы - июлдең 12-дә Ҡауарҙы ауылында Фатанат менән Фәрит Латиповтарҙың алты балаһының өсөнсөһө булып донъяға килә Флүзә. Тап йәйҙең үҙе кеүек барлыҡ күркәм сифаттарҙы үҙендә туплап, эшһөйәрлекте, тырышлыҡты, булдыҡлылыҡты ғаилә тәрбиәһенән алып, өлкәндәрҙән өйрәнеп, үҙенән кеселәргә өлгө булып буй еткерә ҡыҙ. Ҡауарҙы мәктәбенә уҡырға төшә һәм 6-сы класҡа тиклем бында белем ала. Артабан 7-се класты Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы мәктәп-интернатта уҡыуын дауам итә. Был белем биреү учреждениеһын уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә. Студент йылдары һиҙелмәй генә үтеп тә китә. Ҡулына диплом алған йәш белгес үҙе белем алған тыуған Ҡауарҙы мәктәбенә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшкә ҡайтып, тәүге хеҙмәт юлын башлай. Үҙ эшен яратып, күңел биреп башҡарған, балалар менән дә, коллективта ла уртаҡ тел тапҡан йәш мөғәллимәгә бында оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Хеҙмәт юлын башлауына ике йыл тигәндә ойоштороу һәләтенә эйә булған, булдыҡлы, тырыш, әүҙемлеге менән айырылған, алдынғы ҡарашлы Флүзә Фәрит ҡыҙын комсомол райкомына мәктәп бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ла ике йыл ғына эшләргә насип була уға, артабан яҙмыш елдәре Табынға илтә.
Буласаҡ тормош иптәше – Уҫман ауы-лы егете Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механика факультетында уҡып йөрөгән Фәнүр Ғүмәров менән Ғафури студенттарының осрашыу кисәһендә таныша Флүзә. Бығаса бер-береһен күреп тә, ишетеп тә белмәгән ике яҡташ шулай танышып китә. Йәштәрҙең был танышыуы оло мөхәббәткә әүерелә һәм 1984 йылда ҡауышалар, Уҫман ауылында йәшәүсе Гөлсөм менән Имаметдин (Бөйөк Ватан һуғышы ветераны) Ғүмәровтарҙың ете балалы ғаиләһенә килен булып төшә ҡыҙ. Бына 38 йыл инде улар бергәләр. Фәнүр Имаметдин улы институт тамамлағас, тыуған районына әйләнеп ҡайтып, Табын ауылындағы “Сельхозтехника”ла инженер-механик булып эшләп йөрөгән була. Ғүмәровтар өйләнешкәс, Табын ауылында төпләнергә ҡарар итә. Флүзә Фәрит ҡыҙы мәктәптә яратҡан эшен дауам итә, балаларға инглиз, һуңғы йылдарҙа немец телдәре серҙәрен аса. Төп эше менән бер рәттән 20 йыл уҡытыу-тәрбиә эштәре бу-йынса директор урынбаҫары йөгөн дә тарта.
Татыу, өлгөлө ғаиләлә малай менән ҡыҙ үҫеп буй еткерә. Баш балалары - улдары Фидан Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлап, башта мәктәптә эшләһә, артабан иңенә тағы ла олораҡ яуаплылыҡ өҫтәп Табын ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына тәғәйенләйҙәр – эшен өс йыл инде уңышлы алып бара. Хәҙер үҙе атай, кәләше Ангелина менән Нелли исемле ҡыҙлы булып, атай-әсәйҙәрен олатай-өләсәй булыу бәхетен кисерткәндәр.
Ҡыҙҙары Эльвина медицинаны үҙ итеп, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, Ҡазан ҡалаһында табип-педиатр булып эшләй.
Флүзә Фәрит ҡыҙы уңған, тәртип-таҙалыҡ яратҡан, бөтмөр хужабикә, хәстәрлекле, һөйөклө әсәй, өләсәй, тоғро ҡатын, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына өлгө булырлыҡ ханым да. Үҙҙәре һалып ингән йортта таянысы – Фәнүр Имаметдин улы менән татыулыҡта, бер-береһенә терәк булып ғүмер итәләр, икеһе лә хаҡлы ялдалар. Йәштәргә биргеһеҙ итеп донъя көтәләр, күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, баҡса, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Алсаҡ йөҙлө, мөләйем ҡарашлы уҡытыусы-ветеран эштән туҡтағас та өйҙә ҡул ҡаушырып ултырыуҙы хуп күрмәй, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, Табын ауылы “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. Ағинәйҙәр район, республика кимәлендә уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, һәр сараның башлап йөрөүселәре лә, дини байрамдарҙы ойоштороусылар ҙа тап улар, ауылдаштарын сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәп, бергәләшеп скандинав таяҡтары менән дә йөрөйҙәр.
Ирле-ҡатынлы Ғүмәровтар бергәләшеп район мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова етәкселегендә ғәрәп телен онлайн өйрәнеп (Красноусолдан Нәфисә Миндиәхмәт ҡыҙы Әминева һабаҡ биргән), дин юлына баҫҡандар, Ҡөрьән уҡыйҙар, 5 намаҙҙы ҡалдырмаҫҡа тырышалар. Красноусолда ер участкаһы алып, йәнә бер йорт һалалар. Икеһе лә бәхетлеләр, әсәйҙәре иҫән, Фатанат Хәлил ҡыҙы – 93, Гөлсөм Ғәйнетдин ҡыҙы – 94 йәштә.
Юбиляр үҙенең ғүмер байрамын яҙмышынан, тормошонан, ғөмүмән, барыһынан да ҡәнәғәт булып ҡаршылай. Юбилейығыҙ ҡотло, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ, Флүзә Фәрит ҡыҙы!