+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Улар Сталинград өсөн һуғышты

17 июль – Сталинград һуғышы башланыуға 80 йыл

Улар Сталинград өсөн һуғышты
Улар Сталинград өсөн һуғышты

“Ҡоростоң да ул иң ҡатыһы,
Ул – Сталинград һаҡсыһы”.

Ғ.Әмири, “Сталинград һаҡсыһы”.

Донъя тарихында иң дәһшәтле ҡыйралыштарҙың береһе булған Сталинград һуғышының башланыуына быйыл июлдең 17-һендә 80 йыл тула.
Сталинград гитлерсыларҙы үҙенә шул йәһәттән дә йәлеп итә: беренсенән, ул илебеҙҙең эре сәнәғәт үҙәге булһа (унда күп заводтар, ауыр танктар эшләү заводы урынлашҡан), икенсенән, мөһим транспорт узелы ла иҫәпләнә (Кавказ нефте үҙәккә уның аша ташыла). Гитлер Сталинградты ҡулға төшөрә ҡалһа, Ҡыҙыл Армияны, шул иҫәптән илде лә апаруҡ көсһөҙләндерер ине.
Дошмандың “Б” төркөмө армияларына ҡаршы беҙҙең Көньяҡ-көнбайыш, Көньяҡ фронттары һәм Ставка тарафынан яңы ойошторолған Сталинград фронты ғәскәрҙәре оборона һуғыштары алып бара. Немецтар тере көс һәм ҡорал йәһәтенән өҫтөнлөк итә. Резервтан килгән совет дивизияларының һуғыш тәжрибәһе лә етерлек булмай әле. Шуға ла дошман беҙҙең ғәскәрҙәрҙе Дон йылғаһының уң ярында уҡ ҡамап алып юҡ итергә, Донды кисеп, Волгаға сығырға һәм көс түкмәй генә Сталинградты ҡулға төшөрөргә иҫәп тота. Әммә немецтар уйлағанса ғына килеп сыҡмай: оҙайлы һәм ҡанлы һуғыштар башланып китә.
Дошмандың өҫтөнлөгө ныҡлы һиҙелә. Фронтта хәлдәр көнләп-сәғәтләп ауырлаша бара. Немец һәм румын ғәскәрҙәре йәнтәслим Волгаға ынтыла. Ауыр һуғыштарҙан миктәгән совет ғәскәрҙәре сигенеүен дауам итә. 1942 йылдың 28 июлендә СССР оборона халыҡ комиссарының “Бер аҙым да сикмәҫкә!” тигән исем менән тарихҡа инеп ҡалған 227-се һанлы приказы бөтә ғәскәри частарға еткерелә. Унда беҙҙең ғәскәрҙә килеп тыуған хәлгә бөтә ҡәтғилеге менән баһа бирелә. Был приказ Сталинград һуғышының хәл ителешендә лә мөһим роль уйнай, совет ғәскәрҙәренең рухи күтәрелешенә көслө йоғонто яһай.
Тәүге этапта (23 июль-10 август) барған ҡаты һуғыштарҙа фашист ғәскәрҙәре көнөнә 60-80 км алға ынтылһа ла, барыбер Сталинградты бер ынтылышта ала алмай. Әммә дошман көслө. Һалдат һәм офицерҙар һаны йәһәтенән көстәр нисбәте бәрәбәр булһа ла, ҡорал яғынан беҙҙекеләр байтаҡҡа ҡалыша. Дошман артиллерия һәм авиация бу-йынса 2 тапҡырға, танктар һаны буйынса 4 тапҡырға өҫтөнөрәк була. Сталинград һуғышының икенсе этабы август урталарынан 12 сентябргә тиклем дауам итә. Иң ауыр мәл 23 авгусҡа тура килә. Немец танк корпусы Сталинградтан төньяҡтараҡ, генерал А.И.Лопатиндың 62-се армияһын төп көстәрҙән айырып, Волгаға барып сыға. Был хәлде белгән Ставка Көньяҡ-көнбайыш фронты командующийына немец танк группировкаһын ҡамап алырға һәм юҡ итергә бойора. Әммә быны үтәү мөмкин булмай. Фронттарға практик ярҙам күрһәтеү өсөн Ставка Г.К.Жуковты ебәрә. 28 августың кисенә Сталинградтың төньяғынан Волгаға үтеп ингән гитлерсылар туҡтатыла. Ошо уҡ көндә немецтар йәнә һөжүм башлай. Яңынан көсөргәнешле хәл килеп тыуа. Киҫкен ситуацияны иҫәпкә алып, Ставка үҙенең резервынан ике армия ебәрә. Хәл бер аҙ еңеләйә төшкәндәй була. 12 сентябрь ахырына фронт линияһы ҡаланан 2-10 км аралыҡта була.
13 сентябрҙән Сталинград һуғышының өсөнсө – хәл иткес этабы башлана. 14 сентябрҙә дошманға Вокзал районынан ҡала үҙәгенә үтеп инеү форсаты тыуа. Оборонаны көсәйтеү өсөн 15 сентябрҙә Волганың һул ярынан генерал А.И.Родимцевтың 13-сө гвардия уҡсы дивизияһы һуғышҡа индерелә. Аяуһыҙ алыштар 26 сентябргә тиклем дауам итә. Беҙҙең ғәскәрҙәрҙең көслө ҡаршылығына ҡарамаҫтан, немецтарға киң генә участкала Волгаға сығырға мөмкинлек тыуа. Ҡалала хәл тағы ла киҫкенләшә төшә. Ҡайһы мәлдә ҡаланы һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге булмаҫ төҫлө тойола. Әгәр ҙә гитлерсылар Волгаға төньяҡтан августа уҡ үтеп керһәләр, сентябрҙә көньяҡтан йылға ярына сығалар. Урыны менән оборона тотоусылар йылға ярынан 2-3 км ғына плацдарм биләйҙәр. Дошманға артиллериянан үтәнән-үтә утҡа тотоу мөмкинлеге тыуа.
27 сентябрҙән һәр ҡасаба, һәр урам, һәр йорт, һәр подъезд өсөн үлемесле һуғыш бара. Совет һалдаты һәр метр ер өсөн үлем менән ярһып һуғыша.
“Утлы ҡараңғылыҡ диңгеҙендә
Йөҙ атака ярға һуғыла.
Үсле һалдат, билдән ергә батып,
Үлем менән ярһып һуғыша”, - тип яҙғайны был ғәрәсәт шаһиты – Сталинград яугиры, күренекле башҡорт шағиры Ғәйнан Әмири.
Сталинград өсөн “билдән ергә батып” һуғышҡандар иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Айырым һуғышсылар ғына түгел, тотош взводтар, роталар, батальондар, полктар, дивизиялар иң юғары исемгә лайыҡтар.
Ноябрь урталарына гитлерсыларҙың һөжүме әкренләп баҫыла төшә. 5 ай эсендә Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа фашистар 700 мең һалдат һәм офицерын (үлгән һәм яраланған), 1000-дән ашыу танкыһын, 2 меңдән күберәк орудиеһын һәм минометын, 1400 самолетын юғалта.

Ғорурланырлыҡ ауылдаштарыбыҙ

Сталинград һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар ҙа байтаҡ ҡына. Уларҙың билдәһеҙҙәре лә етерлек.
Хәлфитдин Ғариф улы Аҫылгәрәев 1919 йылдың 20 февралендә Түбәнге Ташбүкән ауылында тыуған. Армияға 1939 йылдың октябрендә алына. Кесе лейтенант. 55-се гвардия уҡсы дивизияның 168-се полкында миномет ротаһында хеҙмәт итә. Сталинград һуғышында ҡатнаша. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм “Сталинградты һаҡлаған өсөн” миҙалы менән наградлана. Һуғыштан I төркөм инвалиды булып, 1945 йылдың 4 майында демобилизациялана. Ҡайтҡас, ауыл китапханаһында, ауыл Советында эшләй.
Йософ Йәһүҙә улы Ибәтуллин Түбәнге Ташбүкән ауылында тыуған. Ефрейтор. 73-сө зенит дивизионында хеҙмәт итә. 1944 йылдың 17 апрелендә “Сталинградты һаҡлаған өсөн” миҙалы менән наградлана. Яу ҡырында ятып ҡала.
Рәхмәтулла Нәғим улы Ишмырҙин 1909 йылда тыуған. Һуғышҡа тиклем промартелдә эшләй. 1942 йылда фронтҡа саҡырыла. Рядовой. 1942 йылдың 22 декабрендә “Сталинградты һаҡлаған өсөн” миҙалына лайыҡ була. Һуғыштан һуң һатыусы, элемтәсе булып эшләй.
Әхмәт Әбүбәкир улы Нуриев 1914 йылда Түбәнге Ташбүкән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Сталинград һуғышында 2-се уҡсы дивизия составында ҡатнаша. Ҡыҙылармеец. 1943 йылдың 16 ғинуарында һәләк була. Сталинград өлкәһе Городищенский районының Песчанка ауылында ерләнә. “Сталинградты һаҡлаған өсөн” миҙалы менән наградлана.
Хөрмәтулла Сәғәҙәтулла улы Баймырҙин 1924 йылда Түбәнге Ташбүкән
ауылында тыуа. 1942 йылдың июлендә һуғышҡа алына. Чкалов өлкәһендә (хәҙерге Ырымбур) 263-сө запас полкта артиллеристар әҙерләүсе хәрби курстарҙа уҡый.
Уҡыу тамамланғас, орудие командиры сифатында фронтҡа оҙатыла. Сталинград һуғышына эләгә. Көньяҡ-көнбайыш фронт составына ингән 333-сө уҡсы дивизияның 897-се полкында орудие командиры булараҡ гитлерсыларға ҡаршы һуғыша. “Сталинградты һаҡлаған өсөн” миҙалы менән наградлана. Артабан Украинаны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. 1943 йылдың август-сентябрь айҙарында Донбасс өсөн барған һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтеп, Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. Днепр, Прут, Днестр йылғаларын кисеп, һуғышты Болгарияла тамамлай. Һуғыштан ҡайтҡас, районда етәксе урындарҙа эшләй.
Сабир Сәлмән улы Мөхәмәтшин Үрге Ташбүкән ауылында урман эшсеһе ғаиләһендә тыуа. Сталинградты һаҡлауҙа ҡатнаша. 3-сө уҡсы полкында һуғыша. 1942 йылда һәләк була.

1942 йылдың 19 ноябрендә Көньяҡ-көнбайыш фронты (командующийы Н.Ф.Ватутин) һәм Дон фронты (командующийы К.К.Рокоссовский), ә 20 ноябрҙә Сталинград фронты (командующийы А.И.Ерёменко) ғәскәрҙәре контрһөжүмгә күсәләр. Көньяҡ-көнбайыш фронты яугирҙары, 3-сө румын армияһын (5 дивизия) тар-мар итеп, Калач ҡалаһына ҡарай йүнәлә. Сталинград фронты ғәскәрҙәре лә Калачҡа табан хәрәкәт итә. Ике фронт ғәскәрҙәре 23 ноябрҙә осрашып, немецтарҙың 6-сы ялан һәм 4-се танк армияларын тышҡы фронт буйынса ҡамауға алалар. Дон фронты дошманды эске яҡлап ҡамауға ала. Һөҙөмтәлә, 300 меңдән ашыу гитлерсылар ҡамауҙа ҡала. Артабан эске ҡоршау ҡыҫыла, ә тышҡы фронт киңәйә бара. Инициатива совет командованиеһы ҡулына күсә. Һөжүмгә күскән совет ғәскәрҙәре составында 1 миллиондан ашыу кеше, 15,5 мең орудие һәм минометтар, 1463 танк, 1350 хәрби самолеттар булһа, Сталинград йүнәлешендәге дошман ғәскәрҙәрендә 1 миллион 11 мең кеше, 10,3 мең орудие, 675 танк, 1216 хәрби самолет иҫәпләнә.
Дошман ҡуласанан ни тиклем генә ысҡынырға тырышмаһын – быға юл ҡуйылмай. Генерал-фельдмаршал фон Манштейн командалыҡ иткән “Дон” армиялар төркөмө лә ярҙам итә алмай.
Көслө алыштар һөҙөмтәһендә Манштейн төркөмө көсһөҙләндерелә һәм 24 декабрҙә Котельниково районында тар-мар ителә. 6-сы армияны ҡотҡарыу ғәмәлгә ашмай. Дошман Сталинградтан 200 саҡрымға алып ташлана. Беҙҙең ғәскәрҙәр әлегә баш һалмаған Ф.Паулюс армияһын көндән-көн ҡанһыҙландыра бара. 25 ғинуарҙа Дон фронты ғәскәрҙәре көнбайыштан Сталинградҡа бәреп керә һәм В.И.Чуйковтың 62-се армия ғәскәрҙәре менән осраша. Ҡуласалағы дошман ғәскәре икегә бүленә: көньяҡҡа һәм төньяҡҡа. 31 ғинуарҙа көньяҡ өлөшө ҡаршылыҡ күрһәтеүҙән туҡтай, 2 февралдә көслө артиллерия утынан һуң, төньяҡ өлөшө лә баш һала.
1943 йылдың 10 ғинуар менән 2 февраль арауығындағы Дон фронты (К.К.Рокоссовский) ғәскәрҙәре фашистарҙың 22 дивизияһын тар-мар итә, 91 мең һалдат һәм офицерын, шул иҫәптән Паулюс менән бергә 24 генералын әсирлеккә төшөрә.
Бөйөк Ватан һуғышында хәл иткес роль уйнаған Сталинград эпопеяһы бына шулай тамамлана.

Хәсән ҠОТОВ.
Ҡурғашлы ауылы.

Улар Сталинград өсөн һуғышты
Улар Сталинград өсөн һуғышты
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: