+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба

- …Балам, бына был беҙҙең ерҙәр. Уны күҙ ҡараһылай һаҡлау һинең бурыс. Килер бер көн, һин ир ҡорона етеп, башҡаланып сығырһың. Өйәнең теге яры һинең – Мырҙаҡай ерҙәре булыр. Бейҙәр нәҫеленән беҙ, улым. Һин беҙҙең нәҫелде дауам итеүсе. Ерҙе, ҡотто һаҡла, улым, башҡорт ҡотон һаҡла, Кесе Табындар беҙ, онотма...Атаһы Сәйетбабаның аманатын тота Мырҙаҡай. Йылдар үтеп Өйәнең ике яҡ ярында ике ауыл барлыҡҡа килгәс, Мырҙаҡай ике ауыл халҡын байрамға саҡыра: - Ҡаҙан аҫығыҙ, килендәр, самауыр шыжлатығыҙ, еңгәләр. Кесе Табын ырыуының ике ауылын бергә бәйләп байрам ойошторабыҙ. Бөгөндән башлап беҙҙең ауыл Сәйетбаба тип аталыр...“Йыйын - Сәйетбаба ауылы нәҫелдәре фестивале” ауылдың барлыҡҡа килеү тарихын сағылдырған театрлаштырылған тамаша менән башланып китте.

Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба

“Йыйын - Сәйетбаба ауылы нәҫелдәре фестивале” ауылдың барлыҡҡа килеү тарихын сағылдырған театрлаштырылған тамаша менән башланып китте. 50-нән ашыу үҙешмәкәр артист (балаларҙан алып ололарға тиклем) йәлеп ителгән был тамаша барыһын да тарих төпкөлөнә алып китеп, һәр кем үҙен ана шул заманда ҡатнашҡандай хис иткәндер. Хәйер, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, барыһында ла милли кейем, Мәндем йылғаһы яры буйлап тирмәләп теҙелеп киткән, килендәр, еңгәләр ең һыҙғанып ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнә, самауырҙар шыжлап ҡайнай, ҡаҙандарҙа аш бешә. Ә халыҡтың, ҡунаҡтарҙың күплеге... Эйе, йыйын нәҫел ағастарының барса тамыр-тармаҡтарын бергә йыйған, күптән күрешмәгән туғандар бергә йыйылып, бер-береһен үҙенең йәш дауамдары менән таныштыра...
- Бөгөн Сәйетбаба бабабыҙ рухы “Аллаға шөкөр, ырыуыбыҙ имен торған”, тип шатланалыр, - тине Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Венер Ҡунафин байрамға килеүселәрҙе сәләмләп. – Ысынлап та ауылыбыҙ үҫә, төҙөкләндерелә. Бөгөнгө көндә мәҙәниәт йорто янында ял паркы төҙөлә, юлдар ремонтлана. Шуныһы һөйөнөслө, ауылыбыҙҙа Сәйетбаба рухы һаҡлана. Бөгөнгө байрам – йыйын нәҫелдәр араһын тағы ла нығытһын, берләштерһен, матур үтһен.
- Тамыр-тармаҡтарһыҙ ағас үҫә алмай, тамыры көслө булғанда ғына ул мөһабәт булып үҫкән кеүек, үҙенең шәжәрәһен, тамырҙарын белмәгән, уның менән ҡыҙыҡһынмаған кеше лә үҙ ырыуының, Ватанының лайыҡлы кешеһе була алмай, - тип билдәләне сығышында район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов. - Ошондай Шәжәрә байрамдары йәш быуында үҙенең тамырҙары, халҡының үткәне, уның ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән ҡыҙыҡһындырыуға, өйрәнеүгә этәргес, уларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләү алымы булып тора. Билдәле булыуынса, бөгөнгө Йыйын Мәҙәни башланғыстар президент фонды грантына конкурста еңеү һөҙөмтәһендә ойош-торолдо. Һуңғы бер нисә йылда ауыл биләмәләре, коммерциялы булмаған ошондай ойошмалар төрлө проекттар конкурсында әүҙем ҡатнашып, һәм еңеүгә өлгәшеп, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн районыбыҙға 38 млн һумдан ашыу аҡса йәлеп ителде. Беҙҙең район был күрһәткес буйынса тотош республика кимәлендә Өфөнән генә ҡалышып, 2-се урынды биләй. Был беҙҙең өсөн оло еңеү һәм артабан да ошо йүнәлештә әүҙем эшләргә кәрәк. Байрам күңелле, фәһемле, артабанғы эшебеҙгә этәргес булһын.
Әйткәндәй, “Йыйын - Сәйетбаба ауылы нәҫелдәре фестивале” - “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто берлектә эшләгән махсус проект, Мәҙәни башланғыстар Президент фонды грантына конкурста еңеп сығып, 344 мең һумлыҡ ярҙам алыуға өлгәште. Бер өлөшө Йыйын тамашаһына махсус тарихи костюмдар тектереүгә бүленгән булһа, бер өлөшө киләсәктә халыҡҡа нәҫел тармаҡтары, тарих буйынса методик ҡулланма әсбап рәүешендә ҡулланыласаҡ шәжәрәләрҙе матурлап, ҙур форматта баҫтырыуға, бер өлөшө тулыһынса тик Сәйетбаба бренды, билдәһе менән генә әҙерләнгән сувенир-бүләк продуктҡа китте. Ни бары ике ай ярым ваҡыт арауығында күп хеҙмәт, эҙләнеү талап ителгән проектты башҡарып сығыу ябайҙарҙан булмай, әммә түгелгән көс, зиһен сауап булып ҡайта, халҡыбыҙҙа әлмисаҡтан алып туғанлыҡ, туған-ара татыулыҡ иң төп төшөнсәләр бит.
Байрамға йыйылыусыларҙы шулай уҡ Муниципаль район Советы рәйесе һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов, республика Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Г.Ғ.Мирхәйҙәрова, Ғафури районының һәм Сәйетбаба ауылының почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе.
Ошонда уҡ Сәйетбабаның лайыҡлы ул-ҡыҙҙарына, ауылдың тере тарихы булған йөҙйәшәрҙәренә Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, "Асанай" халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гәүһәр Хөрмәтулла ҡыҙы менән һәр яҡлап талант эйәһе булған Илһам Хәннән улы Байбулдиндар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы - "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнделәр. Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәүилә Йәнтүрина менән “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәйлә Сабитоваға район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Шәжәрәләрҙе туплап йыйыу һәм баҫтырыуға ҙур өлөш индергән Рәсүл Ғилманов, Илфат Зиннуров, Гөлшат Дәүләтова, Самат Фәхретдиновтар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатына лайыҡ булдылар.
Шулай уҡ ауылдың иң өлкәндәре - йәйге айҙарҙа 94 йәштәрен билдәләүсе Асия Шаһиева менән Мөнирә Ғәзизова, йөҙгә аяҡ баҫҡан аҡһаҡалдар Вилдан Шәрипов, Шәйбәк Рахманғоловҡа (90 йәш), шәжәрә төҙөүҙә бик күп мәғлүмәти ярҙам күрһәткән Клара Ибраһимова, Фәриҙә Ғилмановаға район башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Сәйетбабалар оло Йыйынға етди әҙерләнгән. Күптәр үҙ нәҫелдәренең шәжәрәләрен төҙөгән, республика ғына түгел, ил буйлап төрлө тарафтарға һибелгән туған-тыумасаларын йыйған. Һәр тирмә эсе ҡабатланмаҫ колорит менән үҙенсә, нәҫелсә биҙәлгән, өҫтәлдәр һыйҙан һығылып тора. Ә тирмә янында ойошторолған күргәҙмәләрҙең байлығына, төрлөлөгөнә иҫ китерлек ине. Мәшһүр дин әһелдәре - Сабир ишан Халиҡов, Әбйәлил мулла Сираев тоҡомдары арҙаҡлы ата-бабаларынан ҡалған ҡәҙерле ҡомартҡылары менән ысын асыҡ һауалағы музей булдырһа, Байбулдиндарҙың йырлы-моңло ғаиләһе музыка ҡоралдарының барыһын да тәҡдим итте. Уңғанлыҡтары, дәррәүлек-татыулыҡтары менән дан тотҡан Юлбарыҫовтар зауыҡлы ҡул эштәренән тыш заманса фотозона ла ойошторған ине. Мәүлембирҙиндар тирмәһе милли кейемдәр һәм биҙәүестәргә баҫым яһаған, унда шулай уҡ йыйын ҡунағы, билдәле оҫта Ғәбиҙә Вәлиева тамбур сигеүе буйынса оҫталыҡ дәресе лә ойошторҙо.
Һәүәҫкәр тарихсы Рәхимйән Юлыҡов рәйеслегендәге махсус комиссия барлыҡ шәжәрәләрҙе ҡарап сығып, үҙ баһаһын бирҙе. Шулай итеп, “Шәжәрәмдән көс алам” конкурсына Мәүлембирҙиндар, Сираевтар, Халиҡовтар, Байбулдиндар, Баймөхәмәтовтар, Зиннуровтар, Юлбарисовтар, Ҡунафиндар, Мәүлетҡоловтар, Әбделмәновтар, Юлдыбаевтар, Ғилмановтар, Мансуров-Динисламовтар, Рахманғоловтар ҙа ҙур тырышлыҡ, тәрән эҙләнеү һөҙөмтәһе булған шәжәрәләрен тәҡдим иткән. Әйтергә кәрәк, бер фамилия ғына аталһа ла, һәр шәжәрә эсендә бер-нисә нәҫел вәкилдәрен күрергә мөмкин ине. Мәҫәлән, Зиннуровтар шәжәрәһендә Ишмырҙин, Ғайсин, Йәнмырҙин булып йөрөүсе барлыҡ туғандары яҙылған, Халиҡов фамилияһы иһә хәҙер ауылда юҡ, вариҫтары барыһы ла башҡа исем аҫтында, 20-се быуаттың шауҡымлы йылдары һөҙөмтәһе. Уртаса алғанда, һәр шәжәрәлә ун-ун ике быуын күрһәтелеп, барыһында ла йөҙҙән ашыу исем яҙылған, ҡайһы берҙәрендә был һан 900-гә етә яҙа. Ошо тиклем хеҙмәт, әлбиттә, тик иң ҙур баһаға ғына лайыҡ, бер ниндәй еңеү-отолоуҙар хаҡында һүҙ булыуы мөмкин түгел. Тирмә ҡуйған нәҫелдәрҙең һәр береһенә лә район башҡорттары ҡоролтайынан Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Йыйын, борондан килгән йола буйынса, ырыу башлыҡтары – нәҫел Аҡһаҡалдарының бергә йыйылышып, ауылдың, халыҡтың бөгөнгөһө, киләсәге, башҡараһы эштәр хаҡында кәңәшләшеү, фекер төйнәү, алдағыны ҡайғыртып, маяҡ булырлыҡ йүнәлеш билдәләү урыны ла. Һәр мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеп, уртаҡ бер ҡарарға килгәс, Йыйын резолюцияһы ҡабул ителде. Уның төп аспекттары сәхнәнән уҡылып, бар халыҡҡа еткерелде.
Дүрт сәғәткә яҡын сәхнәнән йыр-моң өҙөлмәне, зауыҡлы тамашаларға сарсаған тамашасыларҙың күңелен Сәйетбабаның һәр нәҫеленән сыҡҡан талантлы шәхестәре- йыраҡ араларҙы яҡын итеп килеп еткән ҡунаҡтар сәләмләне. Мәҫәлән, Бөрйән районынан ун кешелек делегация килгән ине, улар Әбйәлил Сираев бүләләре, араларында - билдәле йырсы Азалия Вәлиева, шулай уҡ был нәҫелгә ҡараған Булат Йосоповтар булһынмы, ул Байбулды тоҡомдарынан сихри тауышлы Алина, Альбина Ғәзизовалар, Данир Мәсәлимов, Әлфиә Степанова, бар донъяға даны таралған “Асанай” булһынмы... Мәндем, Үзбәк, Яугилде, Ерек ауылы ағинәйҙәре лә, Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто коллективы ла, бейеүселәр Илшат Хәбибуллин, Индира Биктимерова һәм башҡа бик күптәр сәйетбабаларҙың шатлығын уртаҡлашып, ижади күстәнәстәрен еткерҙе.
Мәндем буйы йыр-моңға күмелде. Сәхнәнән ситтәрәк нәҫел батырҙары бил һынашты, таһыллыҡта ярышты... Күптән күрешмәгән туғандарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, күреп күҙҙәре туйманы...
- Донъялар имен булып, нәҫел ағасыбыҙ артабан да тармаҡланып, нығынһын, алдыбыҙға ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеп, ауылыбыҙҙы тағы ла үҫтерергә, төҙөкләндерергә, быуындар сылбырын юғалтмайынса артабан да ошолай осрашып торорға яҙһын, - Йыйындан ҡәнәғәт булып, уны ойоштороусыларға оло рәхмәттәрен еткереп, ошондай теләктә ҡалды Сәйетбаба вариҫтары.
Үҙҙәренең нәҫелдәрен йыйып, шәжәрәләрен төҙөп, туғанлыҡ ептәрен нығытырға тигән теләк тә тыуған байтаҡ кешелә, Йыйындан һуң тәжрибә уртаҡлашыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүселәр була тарихи-мәҙәни үҙәккә. Ә был иһә Йыйын үҙенең төп маҡсатына - халҡыбыҙҙы берҙәмлеккә, татыулыҡҡа, туғанлыҡҡа, дуҫлыҡҡа өндәүгә иреште, тигән һүҙ.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Нәҫелдәрен барланы Сәйетбаба
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: