-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һаулыҡҡа юл

22 июлдә районыбыҙҙың йәнә бер ауылы – Түбәнге Ташбүкәндә Рәсәй Президенты гранты һәм район хакимиәте ярҙамы менән “Моҡайтау” спорт һәм ял паркын асыу (элекке клуб урынында) тантанаһы үтте. “Һаулыҡ артынан – паркҡа” проекты (етәксеһе – Роза Кәримова) коммерция булмаған Үҫешкә ярҙам фонды тарафынан әҙерләнеп, 2021 йылғы Президент гранттары фонды конкурсында еңеүгә өлгәшкән.

Һаулыҡҡа юл
Һаулыҡҡа юл

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ирина Анатольевна Небогатова, район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлегенең сектор мөдире Альбина Фәнүр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Данил Фәрүәз улы Насиров, ауыл кешеләре һәм балалар ҡатнашты.
Ауыл уртаһында урынлашып, сағыулығы менән әллә ҡайҙан күренеп, үҙенә тартып торған “Моҡайтау” майҙансығында ял итеп алыу өсөн эскәмйәләр урынлаштырылған, йәш ағастар ултыртҡандар. Сәхнә, спорт ҡоролмалары, балалар өсөн уйын майҙансығы, бәүелсәктәр ҙә бар. Артҡы өлөшөндә дискотека майҙансығы, йәнәшәһендә баҙар япмаһы урынлашҡан.
Йолаға ярашлы, ал таҫма киҫелде. Уны киҫеү хоҡуғы ра-
йон хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов менән район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдиновҡа бирелде. Бына балалар һәм өлкәндәр күптән көткән майҙансыҡҡа һәм сәхнә янына үтте.
Алып барыусы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Роза Кәримова тәүге һүҙҙе Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирҙе.
- Барығыҙҙы ла парк асыу байрамы менән ҡотлайым. Парк ауыл кешеләрен һәм балаларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алһын, һәр ваҡыт бала-сағаларҙың тауышы яңғырап торһон, кешеләр менән тулы булһын. Майҙансыҡ “Һаулыҡ артынан - паркҡа!” тигән девизға ярашлы эшләнде. Уны тормошҡа ашырыуҙары өсөн Данил Фәрүәз улына, коммерция булмаған ойошма етәксеһе Роза Шәһиҙулла ҡыҙына рәхмәтлебеҙ. Районда 50 проект еңеп сыҡты һәм районға 40 миллион һум аҡса килде, әлбиттә, был ҙур аҡса. Был проект 497 мең һум менән башланып, хаҡтар артҡас, дөйөм 876 мең һумлыҡ булды. Проекттарҙа отоу буйынса йән башына иҫәпләгәндә республика райондары араһында беренсе булып торабыҙ. Тәүге еңеүегеҙ һуңғыһы булмаһын, тағы ла яңы проекттарҙы тормошҡа ашырырға яҙһын, паркты һаҡлап ҡына файҙаланығыҙ, - тигән теләктәрен еткерҙе Фәнзил Фәйез улы һәм проектты тормошҡа ашырыуҙа ҙур тырышлығы, әүҙемлеге өсөн Роза Кәримованы район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
2021 йылдың март айынан алып парк төҙөүгә 370 мең һум аҡса бүлеп, район хакимиәте тос ярҙам күрһәткән.
- Проектты бойомға ашырыу ваҡытында, әлбиттә, ҡаршылыҡтар, кәртәләр ҙә осраны. Төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың ике тапҡырға үҫеп китеүе, пандемия, хатта ҡай саҡ тәбиғәт тә үҙенең ҡырыҫлығын күрһәтеп, бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙары менән эшкә аяҡ салырға уйланы. Әммә беҙ бирешмәнек, күмәк көс менән эште еренә еткерҙек. Ауылдаштарҙың йылы һүҙҙәре, ҡеүәтләп тороуҙары беҙгә ҡанат ҡуйҙы. Интернет селтәрендә һәр яңылыҡ һәм эш барышы менән таныштырып барҙыҡ. Паркҡа исемде лә бергәләп эҙләнек. Тәҡдимдәр күп булды. Ауылдашыбыҙ, хөрмәтле мәғариф ветераны Хәсән Ҡотов менән кәңәшләшкәндән һуң, ауылыбыҙға нигеҙ һалған Моҡай бабайҙың исемен иҫкә алып, ер-һыу атамаһын йәнә мәңгеләштереү маҡсаты менән ғорур баҫып торған Моҡайтауыбыҙ исемен паркҡа бирергә тигән ҡарарға килдек. Тауыбыҙ бар, хәҙер инде парк та булды, - тине Роза Кәримова.
Фаил Зәйнетдинов менән Ирина Небогатова ла изге теләктәрен еткерҙеләр. Ирина Анатольевна биләмәнең коммерция булмаған ойошмаһы тарафынан йәнә ике проект әҙерләнеп, республика Башлығы һәм Рәсәй Президентының мәҙәни башланғыстар конкурсына ебәрелеүен билдәләне һәм уңышлы еңеп сығыуҙарын теләне. Ауылдаштары исеменән мәғариф ветераны Зәки Кейекбаев сығыш яһаны.
Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Данил Насиров та һүҙ алып, ауылдаштарын һәм килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләне. Паркты булдырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған ауыл уңғандарына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, Тимербай Закировҡа, Фәрғәт Булатовҡа, Венер Ҡотовҡа, Юлай Ибәтуллинға (иретеп йәбештереүсе лә), Ғәфүр Кәримовҡа, Миңнияр менән Азат Ғәйнуллиндарға, Фәнил Йәнтүринға, Фәүзиә Ишҡоловаға, Алия Зөбәйҙуллинаға, Сәриә Йәнтүринаға Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Сараны ауыл һандуғасы Зоя Кәримованың, ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбленең йырҙары, Гөлнур Ибәтуллинаның бейеүе биҙәне. Паркты асыу байрамы балалар һабантуйы менән тамамланды.
Ауыл кешеләрен һәм балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәгән, һәр кем өсөн ҙур бүләк булған спорт һәм ял паркы гөрләп торһон, халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.

Һаулыҡҡа юл
Һаулыҡҡа юл
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: