-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
18 Сентябрь 2022, 10:50

Бөйөк Хәтер һынауы

3 сентябрҙә ил буйынса үткән Бөтә Рәсәй “Еңеү диктанты”на ғафуриҙар ҙа ҡушылды. Райондың өс белем биреү усағында – Красноусолдағы 1 һәм 2-се, шулай уҡ Аҡкүл ауылы мәктәбендә ойошторолған диктант яҙыу майҙансыҡтарына был көндө 250-ләп кеше килде. Мәктәп уҡыусылары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, ҡыҫҡаһы, Бөйөк Ватан һуғышы тарихына битараф булмаған кешеләр был мөһим сарала ҡатнашып, белемдәрен һынап ҡараны, үҙе өсөн яңы нәмәләр асты.

Бөйөк Хәтер һынауы
Бөйөк Хәтер һынауы

Красноусолдағы 2-се мәктәптәге диктант майҙансығына район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары, шулай уҡ муниципаль район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, хәрби бәрелештәр ветерандары һәм башҡалар килде.
Күршеләге 1-се мәктәптә лә диктант башланырҙан күпкә алда был мөһим сарала ҡатнашырға теләүселәр йыйылып бөткәйне. Был мәктәптә диктант майҙансыҡтары 5 аудиторияла ойошторолоп, 120-нән ашыу кеше теркәлеү үткәйне.
Беҙ ултырған 5-се аудиторияла мәктәптең педагог-психологы Светлана Абрар ҡыҙы Аралбаева Еңеү диктантының маҡсаты, ҡасандан үткәрелеүе менән таныштырғандан һуң диктант яҙыу тәртибен аңлатты.
Диктант тип аталһа ла, ул һорауҙарға әҙер яуаптар араһынан дөрөҫөн һайлап алыу, йәғни тест рәүешендә, шулай уҡ ҡайһы бер һорауҙарҙың яуабын үҙең белеп яҙыуға ҡоролғайны. 45 минут эсендә 25 һорауға яуап бирергә кәрәк ине. Улар барыһы ла Еңеү тарихы менән ҡыҙыҡһыныуға этәрерлек, элек белеп тә, онотолғандарҙы иҫкә төшөрөрлөк, белмәгәнеңде өйрәнерлек итеп әҙерләнгән.
Был көндө онлайн рәүештә, йәғни махсус сайтҡа инеп, Еңеү диктанты яҙыусылар ҙа күп булды.

Бөйөк Хәтер һынауы
Бөйөк Хәтер һынауы
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: