-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
25 Ноябрь 2022, 15:40

Берҙәмлектә – көс!

Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау һәм нығытыу, республикабыҙ биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың берҙәмлеген булдырыу һәр осорҙоң мөһим бурысы. Күп милләтле республикабыҙҙа һәр милләт үҙен ирекле, тулы бәхетле тоя, уның мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереүгә киң мөмкинлектәр булдырылған.

Берҙәмлектә – көс!
Берҙәмлектә – көс!

Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау һәм нығытыу, республикабыҙ биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың берҙәмлеген булдырыу һәр осорҙоң мөһим бурысы. Күп милләтле республикабыҙҙа һәр милләт үҙен ирекле, тулы бәхетле тоя, уның мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереүгә киң мөмкинлектәр булдырылған.
Башҡортостан Республикаһы биләгән ерҙәр тарихи төбәк. Республикаға исем биргән башҡорт халҡы ерен-һыуын һаҡлап күпме ҡан ҡойған һәм бөгөн дә илебеҙ азатлығы өсөн ир-егеттәребеҙ үҙ ғүмерҙәрен аямай хәрби операцияларҙа әүҙем ҡатнаша.
Илебеҙ тыныслығы, именлеге халыҡтар берҙәмлеге, милләт дуҫлығына бәйле. Ошо матур эштәрҙең сағылышы булып баш ҡалабыҙ Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында хөкүмәт етәкселеге кимәлендә үткән халыҡтар берҙәмлегенә арналған сара ҙур әһәмиәткә эйә.
Был сараға Халыҡтар дуҫлығы йорто “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге үҙенең эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан ағинәйҙәрҙе ойоштороп алып барҙы. Улар араһында Сәйетбаба, Юлыҡ, Ерек, Яугилде ауылы ағинәйҙәре бар ине.
Конгресс-холл халыҡтар берҙәмлеге сараһын бай күргәҙмәләр менән ҡаршы алды. Республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен һәм халыҡтарҙың төрлө өлкәлә уңыштарын күрһәткән, тарихи сығанаҡтарҙа сағылдырған һәм ҡул оҫталарының күргәҙмәләре һәр урында залды биҙәй.
Беҙ, башҡорт халҡының милли кейемендә, башҡа милләт халыҡтары менән аралаштыҡ, бергәләп фотоға төштөк, милли кейемдәр үҙенсәлектәре менән таныштыҡ. Иң иҫтәлеклеһе – тирмә эсендә түңәрәк өҫтәл артында этнографик диктант яҙыусыларҙы күҙәтеү булды. Улар араһында Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы рәйесе, Дәүләт думаһы депутаты Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина бар ине. Үҙебеҙҙе сәсәниәләр тип таныштырып, уның менән бергә фотоға төштөк.
Байрам менән Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡотланы. Рәсәй Президенты етәкселегендә илебеҙ тыныслығы өсөн хәрби операцияларҙа ҡатнашыусыларға ышаныс менән рәхмәт белдерҙе. Уларҙың ғаиләләренә яҡындан ярҙам күрһәтелеүенә ышандырҙы, еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне.
Шулай уҡ хеҙмәт алдынғыларына, фән һәм техника өлкәһендә уңыштар яулаған студенттарға, ғилми хеҙмәткәрҙәргә аҡсалата премиялар һәм Дәүләт наградалары тапшырҙы. Уңыштар һәм һаулыҡ, тыныс тормош теләне.
Берҙәмлектә – көс, беҙ бергә! Был ялҡынлы һүҙҙәр хөкүмәт етәксеһенең халҡыбыҙға ихтирамы һәм ышанысы ине. Бай йөкмәткеле төрлө милләт халҡының сығыштары менән концерт программаһы һәр кемгә оҡшаны. Төрлө телдә яңғыраған йырҙар, гармун, ҡурай моңдары залды моңға күмде. Концерт шулай уҡ төрлө милләт халҡының хоры менән тамамланды. Байрам сығышынан һәр кем рухи күтәренкелек, шатлыҡ хистәре менән таралышты. Илебеҙгә килгән һынауҙарҙа еңеүҙәр, тыныслыҡ теләйбеҙ. Халыҡтар берҙәмлеге, дуҫлығы ныҡлы булһын.
Ағинәйҙәрҙе ойоштороп Өфөгә байрам сараһына алып барған “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рифат Мөхәмәт улы Баймөхәмәтовҡа, методисы Рәйлә Хәбир ҡыҙы Сабитоваға, автобус менән тәьмин иткән район мәҙәниәт бүлегенә, водитель Марат Фәрүәз улына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Фәниә Фәйзуллина.
Сәйетбаба ауылы.

Берҙәмлектә – көс!
Берҙәмлектә – көс!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: