-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
25 Ноябрь 2022, 19:55

Ил һаҡларға китә егеттәр!

Быйыл әрме хеҙмәтенә көҙгө саҡырыу йылдағынан бер айға һуңыраҡ, 1 ноябрҙә башланды. Ул 2022 йылдың 31 декабрендә тамамланасаҡ.

Ил һаҡларға китә егеттәр!
Ил һаҡларға китә егеттәр!

Хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы барышы тураһында Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариатының мобилизацион ресурсты планлаштырыу, алдан тәғәйенләү, әҙерләү һәм иҫәпкә алыу бүлексәһе начальнигы ярҙамсыһы Игорь Ступников менән әңгәмәләштек.
- Игорь Александрович, быйыл саҡырыу кампанияһының бер айға ҡыҫҡараҡ булыуы уны уҙғарыуға берәй төрлө йоғонто яһаясаҡмы?
- Уның ҡыҫҡараҡ булыуының сәбәбе билдәле – октябрҙә өлөшләтә мобилизация барҙы. Мобилизацияланыусылар менән хеҙмәткә саҡырылыусы призывниктар бер ергә өймәкләшмәһен өсөн шулай эшләнде. Ләкин көҙгө саҡырыу схемаһы ла, барлыҡ регламенттары ла элеккесә ҡалды. Саҡырыу комиссияһы ултырыштары, медицина ҡарауы, һөнәри-техник һайлап алыу – барыһы ла планға ярашлы бара.
- Хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле граждандарҙың бурысы нимәнән ғибәрәт?
- Ватанды һаҡлау – Рәсәй Федерацияһының һәр гражданының бурысы һәм йөкләмәһе булып тора, илебеҙ Конституцияһында ла шулай яҙылған.
Хеҙмәткә саҡырылыусыларға тәү сиратта хәрби комиссариат повесткаһында күрһәтелгән ваҡытҡа һәм урынға медицина ҡаралыуына һәм һөнәри психологик һайлап алыуға, саҡырыу комиссияһы ултырышына килеп етергә, шулай уҡ хәрби хеҙмәт башланғанға тиклем хәрби комиссариатта булырға кәрәк.
- Күп ата-әсәләр, яҡындары, ғәскәри хеҙмәткә йүнләп өйрәнеп тә өлгөрмәгән призывниктарҙы махсус хәрби операцияға ебәрмәҫтәрме икән һуң, тип борсола.
- Көҙгө саҡырыу саралары Украинала барған махсус операция менән һис бәйле түгел. Бында шуны ныҡлы билдәләп әйтәм: саҡырыу буйынса хеҙмәткә алынған граждандар махсус хәрби операция уҙғарыу урындарына йәлеп ителмәй! Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың барыһы ла, ниндәй белгеслеккә эйә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Рәсәй биләмәһендә хеҙмәт итәсәк. Әлбиттә, күп егеттәр ҙә, ата-әсәләре лә борсоласаҡ, сөнки мәғлүмәт бик күп, дөрөҫө лә, ялғаны ла тигәндәй. Ләкин беҙ призывниктар менән һөйләшеп торабыҙ, һәр береһенә аңлатабыҙ, ата-әсәләр менән әңгәмә өсөн дә асыҡбыҙ. Был темаға һөйләшкеһе килгәндәр беҙҙең янға килә. Аңлатыу эше алып барабыҙ.
- Яңылыҡтарҙан ишетеүебеҙсә, көҙгө саҡырыу кампанияһы барышында тотош илдән 120 мең кешене саҡырыу күҙаллана, ә был былтырғынан әҙерәк. Ғафури районы буйынса план күпме?
- Ауырғазы һәм Ғафури ра-йондарына план – 70-ләп кеше, был һан уҙған йылдарҙағынан үҙгәрмәне тиерлек.
Илдә сроклы хәрби хеҙмәткә күпме кеше саҡырыласағын РФ Президенты үҙ указы менән билдәләй, был һан Ҡораллы Көстәрҙең, шулай уҡ хәрби хеҙмәт менән бәйле бүтән башҡарма власть органдарының ихтыяжына бәйле.
- Быйылғы көҙгө саҡырыуға йәше, белеме буйынса кемдәр эләгә?
- Араларында урта һөнәри белем алғандар күп, юғары белемлеләр ҙә бар. Йылдың-йылы призывниктарыбыҙҙың һаулыҡ торошоноң әҙләп булһа ла яҡшырыуын, хеҙмәткә яраҡлылыҡ категорияһы үҫеүен билдәләп үтке килә. Ҡағиҙә булараҡ, улар – запас-та тормаған, хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле, 18-ҙән 27 йәшкәсә РФ граждандары.
- Призывниктарҙы ниндәй ғәскәрҙәргә ебәрәләр, уларҙың айырым төр ғәскәрҙә хеҙмәт итергә тигән теләге иҫәпкә алынамы?
- Өфөлә үткән һөнәри һайлап алыу ваҡытында Ғафури егеттәре бына тигән һөҙөмтә күрһәтә. Шуға улар һәр төр ғәскәрҙәрҙә лә хеҙмәт итә ала. Күптәр, эйе, элиталы частарға (ВДВ, Росгвардия ғәскәрҙәре) эләгергә тырыша.
Һайлап алыу ваҡытында комиссия бындай үтенесте ҡәнәғәтләндерергә мөмкин, ләкин һәр кемдең дә һауа-десант ғәскәрҙәре, диңгеҙ пехотаһы һәм махсус тәғәйенләнеш ғәскәри частары кеүек элиталы ғәскәрҙәргә эләгеү мөмкинлеге юҡ. Бында физик йәһәттән әҙерлеге башҡаларҙан яҡшыраҡ булған, юғары әхлаҡи-эшлекле сифаттарға эйә һәм хәрби комиссариатҡа призыв башланғас та килгән егеттәргә өҫтөнлөк бирелә. Уларға хеҙмәт итеү өсөн РФ Ҡораллы Көстәренең төрлө йүнәлештәге, күп төрлө ғәскәрҙәре араһынан теләгәнен һайлау мөмкинлеге бирелә. Шулай ҙа, ҡабатлап әйтәм, хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы ҡарары хәл иткес булып тора.
Ғәҙәттәгесә иң күп егеттәребеҙ хеҙмәт итергә ҡоро ер ғәскәрҙәренә һәм Хәрби-диңгеҙ флотына ебәрелә. Тағы ла милли гвардия подразделениеларына, һәр төрлө ғәскәри формированиеларға, һауа-йыһан көстәренә лә ебәрәбеҙ. Кемдәрҙер фәнни роталарға ла ебәрелеүе ихтимал.
- Хәҙерге заман хәрби технологияларҙы күҙ уңында тотһаҡ, частарға ебәрер алдынан призывниктарҙы нимәгә һәм нисек өйрәтәләр?
- Уларҙың күпселеге хәрби комиссариаттарҙан уҡыу берекмәләренә оҙатыласаҡ. Унда барғас хәрби техниканы өйрәнәсәктәр, хәрби-иҫәп белгеслеге аласаҡтар. Шунан һуң ғына артабан хеҙмәт итеү өсөн ғәскәрҙәргә ебәреләсәктәр.
- 2022 йылдың көҙгө саҡырыуы ваҡытында кемдәргә әрмегә барыуҙан кисектереү бирелә, был йәһәттән ниндәйҙер яңылыҡтар, үҙгәрештәр, өҫтәмәләр бармы?
- Әрменән кисектереү алыуға нигеҙе булған йәш кешеләр хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итеп, был нигеҙҙе раҫлаусы документ килтерергә һәм медицина тикшереүе үтеп тормайынса кисектереүҙе алырға хоҡуҡлы. Йәғни, ғәскәри хеҙмәт үтеүгә яраҡлылыҡ кодын сығарыу өсөн беҙ элек барыһын да медицина тикшереүен үткәртә инек, хәҙер иһә бының кәрәге юҡ. Граждандар медицина тикшереүен бары үҙ теләктәре буйынса үтә.
Альтернатив хеҙмәткә дәғүә итеүсе ир-егеттәр саҡырыу кампанияһы башланырҙан ярты йыл элек хәрби комиссариат исеменә ғариза бирергә тейеш. Беҙ уларҙы призыв комиссияһына саҡырабыҙ, ғаризаһын ҡарайбыҙ. Призыв комиссияһы уларға саҡырыу буйынса хеҙмәтте альтернатив гражданлыҡ хеҙмәтенә алыштырырғамы-юҡмы икәнен хәл итә. Бында призывник комиссияны үҙенең ҡулына ҡорал тота һәм казармала йәшәй алмауына ышандырырға тейеш.
- Саҡырыу сиктәрендә ниндәй профилактик һәм санитар саралар күреләсәк? Ни тиһәң дә, коронавирус көнүҙәк булыуҙан туҡтамай, миҙгелле һалҡын тейеү ауырыуҙары ла үҙен һиҙҙерә...
- Ғәскәрҙәргә коронавирус киҙеүе үтеп инмәһен өсөн призывниктарға экспресс-тест үткәрелә. Дөйөм алғанда, тейешле саралар күрелә.
- Хеҙмәттәре башланыр алдынан призывниктарға нимәләр әйтер инегеҙ?
- Хәрби хеҙмәткә саҡырылған йәш егеттәргә ғәскәри коллективта тиҙерәк үҙ кеше булып китеүҙәрен, хәрби әҙерлектә юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүҙәрен һәм үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ менән үтәүҙәрен теләйем. Хәҙерге Рәсәй армияһында шарттар бына тигән, хеҙмәт ваҡыты әҙ, ә киләсәк тормош өсөн файҙаһы тос.
Йәнә бер теләгем – хеҙмәт итә башлағас, хеҙмәте мөмкинлек биргән тиклем йышыраҡ үҙҙәренең яҡындары менән бәйләнешкә сыҡһындар. Ата-әсәләрегеҙҙе онотмағыҙ, уларға шылтыратығыҙ һәм лайыҡлы хеҙмәт итегеҙ!
Ә инде РФ Ҡораллы Көстәренең элиталы төрҙәрендә йәки ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләгәндәргә хыялдарының ысынға ашыуын теләйем. Ата-әсәләргә иһә балалары өсөн борсолмауҙарын, теүәл бер йылдан көс ултырып, ир еткән, ысын Ватан һаҡсыһына әйләнгән улдарын шатланып ҡаршы алыуҙарын теләйем.
- Игорь Александрович, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Ринат ҠӘЙҮМОВ.

Ил һаҡларға китә егеттәр!
Ил һаҡларға китә егеттәр!
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: