-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғорурланыр кешем

Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙҙең һәр ғаиләһендә үҙ эҙен ҡалдырған. Һуғыштың тамамланыуына 78 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, яралар һаман һыҙлай. Беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәгән был һуғыш. Әсәйемдең атаһы Мансур Мәһәҙи улы Рафиҡов (һүрәттә) - ғорурланырлыҡ, маҡтанырлыҡ олатайым булған.

Ғорурланыр кешем
Ғорурланыр кешем

Ул 1925 йылдың һыуыҡ ноябрь айында Ғафури районының Бәләкәй Үтәш (Бәрлеүәҫ) ауылында Фатима менән Мәһәҙи Рафиҡовтар ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәйҙән бик шуҡ, алсаҡ, аҡыллы була, күп уҡый, күпте белә, физика фәне менән ҡыҙыҡһына. Тик юғары белем алыу бәхете генә теймәй.
Ауылдағы мәктәпте тамамлағас, уҡырға бармай, колхозға эшкә сыға, сөнки 1941 йылда илебеҙҙә һуғыш башлана, ә 14-15 йәшлек малайҙар ауылдың төп эшсе көстәре рәтендә була. Ғаиләгә лә ярҙам итергә кәрәк, Атаһын һуғыштың башында уҡ яуға саҡыралар, ә өйҙә тағы Тәнзилә менән Земфира һеңлеләре бар. Мансур 1941-1942 йылдарҙа колхозда эшләй, ә 1943 йылдың яҙында уны “Йәш командирҙар мәктәбенә” уҡырға ебәрәләр. Бында ул наводчик, стрелок һөнәре ала. Ноябрь айында 18 йәше тулыу менән һуғышҡа барырға була. Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша, Днепрҙағы ҡаты алышта полктары ҡамауға эләгә, командирҙары һәм бик күп яугирҙар башын һала. Олатайым ауыр яралана, башына мина ярсығы эләгә, кәүҙәһенең яртыһын фалиж һуға, ә башындағы бер мина ярсығын ала алмайҙар.
18 генә йәшендә Мансур олатайым ғәрип булып, һуғышта бер йыл да булмай, ауылына ҡайтып төшә. Оҙаҡ һуғышмаһа ла күкрәге орден, миҙалдар менән тулы, кесе сержант булып өлгөрә. Ҡайтыу менән колхоз рәйесенә эш һорап бара, уң яғы эшләмәгәс, ауыр эшкә ҡушмайҙар, иҫәп-хисап эшен ышанып тапшыралар, егет был өлкәлә үҙен һыуҙағы балыҡ һымаҡ хис итә, бухгалтер булып яҡшы эшләй.
1947 йылда күрше ауылдағы Зәйтүнә исемле һылыуға димселәр ебәрә.
Зәйтүнә - заманына күрә хәлле ғаиләнән була, уның олатаһы иген келәте тотҡан, шуға һуғыш ваҡытын да еңел үткәрәләр. Зәйтүнә ғаиләлә баш бала була, уның Кәшифә, Әҡлимә тигән һеңлеләре, Тимербай исемле ҡустыһы була, аталары Вәлиәхмәт һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Димселәр килгәс әсәһе бер һүҙһеҙ ризалыҡ бирә. Бына шулай 1947 йылда ауылда яңы ғаилә барлыҡҡа килә.
Уң ҡулы йүнләп тыңламаһа ла, олатайым ҡул ҡаушырып ултырмай, Зәйтүнәһе менән бәләкәй генә өй, мунса төҙөп керәләр.
Мансур олатайымдың әсәһе Фатима әбей килене, улы менән бергә йәшәй. Ғаиләнең шатлығы булып 1948 йылда ҡыҙҙары донъяға килә, тик 9 айлыҡ сағында үпкәһенә һыуыҡ тейеүҙән мәрхүм була.
Мансурҙың нәҫелен дауам итеүсе дүрт улы: Марат, Таһир, Сабир, Дамир тыуа, Зәйтүнәнең ярҙамсылары, береһенән-береһе һылыу Фәйрүзә менән Минзәлә ҡыҙҙары донъяға килә. Мансур һәр балаһы тыуғас, уға атап ағас ултырта, ҡайһы берҙәре әле булһа ла матур булып үҫеп ултыра.
Зәйтүнә өләсәй ғүмер буйы колхозда сөгөлдөр үҫтерә, ә олатайым хисапсы була. Башындағы мина ярсығы һәр саҡ үҙе тураһында иҫкәртеп тора. Оло улы һәм ике ҡыҙының туйында йөрөү бәхете тейә, ейән-ейәнсәрҙәре менән дә булырға өлгөрә.
1981 йылда бәләкәй улына 17 йәш булғанда, 55 кенә йәшендә һуғыш яраларынан гүр эйәһе була.
Әсәйем уны һәр саҡ иҫләп, атаһының йор һүҙле, алтын ҡуллы, ҡыйыу яугир, һуғыш ветераны, ғаиләһендә ихтирамлы атай, олатай, тормош иптәше булыуын һөйләй ине.
Тамырҙарыбыҙҙы, олатай-өләсәйҙәребеҙҙе онотмайыҡ, улар беҙҙең яҡты киләсәк өсөн һуғышты ла, аслыҡ-яланғаслыҡты ла үткән.
Лена ШӘЙӘХМӘТОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Ғорурланыр кешем
Ғорурланыр кешем
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: