-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ватан һаҡсыларын онотмайбыҙ

1941 йылдың 22 июне илебеҙ, халҡыбыҙ тарихында ҡанҡойғос һәм иң ҡайғылы көн. Таңғы сәғәт 4-тә тыныс ҡына йоҡлаған ҡала, ауылдар халҡына меңәрләгән бомба һәм снарядтар яуҙы. Изге һуғыш - Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Был фажиғә 1418 көн дауам итеп, һәр йорт, һәр ғаиләгә бик күп ҡайғы килтерҙе. Был көн беҙгә барлыҡ һәләк булғандар, фашист тотҡононда михнәт кисергәндәр, оккупацияла, тылда аслыҡ-яланғыслыҡ, ауырыуҙарҙан донъя ҡуйғандарҙы хәтерләтеп тороусы көн ул.

Бөйөк Ватан һуғышы башланған был көн Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө тип иғлан ителде. Тыуған еребеҙҙе, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙы онотмайбыҙ. Брест крепосында тәүге һөжүмде ҡабул иткән һалдаттар, офицерҙарҙың, Бөйөк Ватаныбыҙ яландарында дошмандарға ҡаршы батырҙарса һуғышҡан легендар яҡташтарыбыҙҙың батырлығына, ҡаһарманлығына, фиҙаҡәрлек һәм бирешмәүсәнлектәренә сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Илебеҙ был аяуһыҙ һуғышта 27 миллиондан ашыу кешеһен юғалтты. Был йылдарҙа 13 миллион тыныс халыҡ, Германияла каторга эштәрендә 2 миллион кеше һәләк булды, 4 миллиондан ашыуы оккупацияла юҡ ителде. Уларҙың һәр береһе иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан иткәндә, илебеҙҙә 56 йылға тынлыҡ урынлашыр ине.
Һуғыштың тәүге көнөнән Ватаныбыҙҙы һаҡлап сафҡа баҫҡан яҡташтарыбыҙ алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ, уларҙың күптәре Сталинград янындағы окоптарҙа, Смоленск һәм Новгород урмандарында, Курск дуғаһында һәм Кавказ тауҙарында, Синявск бейеклектәрендә, Украина һәм Польша ерҙәрендә ятып ҡалды. Ярты Европала обелискылар һәм туғандар ҡәберлеге. Районыбыҙҙан 3 меңгә яҡын яугир хәбәрһеҙ юғалған. Был көндө беҙ 1945 йылдың 9 майында ғүмерҙәрен ҡорбан итеп беҙгә Бөйөк Еңеү килтергән яугирҙарҙың барыһын да иҫкә алырға тейешбеҙ.
Тик һуғыш тамамланманы, 80 йылдан һуң фашизм, бандерасылар йәнә баш күтәрҙе. Беҙҙең халыҡты, беҙҙең Ватаныбыҙҙы улар күрә алмай.Уларҙың маҡсаты – илебеҙҙе тарҡатып юҡҡа сығарыу, байлығыбыҙға хужа булыу. Күп милләтле Ватаныбыҙ – Рәсәй үҫеш юлының һәр дәүерендә, өс баһадирҙан башлап бөгөнгө көнгәсә үҙен яҡлаусыларға мохтаж булды. Һәм бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығын яулаған ҡаһарман яугирҙарыбыҙҙың ул-ҡыҙҙары, ейәндәре илебеҙ азатлығын яҡлап йәнә ҡулына ҡорал алды. Атай-олатайҙары һуғышҡан шул уҡ биләмәләрҙә, шул уҡ окоптарҙа дошмандарға ҡаршы алышалар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай. Батыр, ҡаһарман егеттәребеҙҙе юғалтабыҙ. Районыбыҙҙа 15 яугирҙы һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Бурыс, Намыҫ, Ҡаһарманлыҡ, Батырлыҡ төшөнсәләре мәңгелек, тимәк, Ватаны, туған халҡы өсөн иң ҡәҙерле булған Ғүмерен ҡорбан иткән атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ, улдарыбыҙ, ейәндәребеҙҙең батырлығы хаҡында Хәтер ҙә мәңгелек.
Бөгөн беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш осоро балаларына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, һеҙ бөгөлмәнегеҙ, бирешмәнегеҙ, һеҙ – еңдегеҙ! Беҙ бөгөн яу яландарында яуыз дошмандарға ҡаршы торған Ватаныбыҙҙың йәш яҡлаусыларының ҡыйыулығына һәм батырлығына сикһеҙ ғорурланабыҙ. Һәм Еңеүҙең беҙҙең яҡта булырына ышанабыҙ.
Хөрмәтле райондаштар, барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, күгебеҙҙең аяҙ һәм тыныс булыуын теләйем.
Эльвира МӨЛӨКОВА,
район ветерандар советы рәйесе.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: