Тантанаға ауыл халҡы һәм район үҙәгенән Ғафури районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова, ауылдашыбыҙ, ғалим-филолог, журналист, яҙыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ниязбай Булатбай улы Сәлимов саҡырылды.
Тантана Гүзәл Зөфәр ҡыҙының ра-йон халҡының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы һәм Еңеү өсөн индергән өлөшө тураһындағы сығышы менән башланды. Эльвира Әнүәр ҡыҙының бөгөнгө илебеҙҙә барған хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләүен тыныс ҡына тыңлап булманы. Ул районыбыҙҙа ветерандарға бағышланған алтмыштан артыҡ обелиск булыуын һәм бөгөн асыласаҡ яңыртылған стела ла ерҙә тыныслыҡ өсөн йәндәрен биргән яугилделәргә мәңгелек хәтер булыуын әйтеп үтте.
Стеланы асып, ҡыҙыл таҫманы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы һәм локаль һуғыш ветерандары Валерий Миниязов менән Руслан Ғәлиәхмәтов киҫтеләр.
Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайта алмаған яугирҙарҙың исем-фамилиялары яҙылған ике гранит таҡта стеланың бер яғында урынлаштырылһа, уларға өҫтәп, ауылыбыҙға Еңеү менән ҡайтып, балалар үҫтереп, тыныс тормошта ауылды, колхоз хужалығын нығытып, күтәреп йәшәгән, ләкин бөгөнгө көндә беҙҙең арала булмаған барлыҡ һуғыш ветерандарының исем-шәрифтәре тағы ике гранит таҡтаташта мәңгеләштерелде. Сараны ойоштороп алып барыусы Лилиә Миниязова исемлеккә тағы бер кеше - Фин һуғышында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында Берлинғаса барып еткән Шәрәфетдин Ширияздан улы Солтанморатовтың өҫтәлеүе тураһында әйтте һәм ветеран тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт ишеттерҙе.
Исеме гранит таҡтаташта мәңгеләштерелеүгә һөйөнөс белдергән Рәүфә Ғабдрафиҡ ҡыҙы атаһының ауылда иң йәш ветеран булыуы, Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнашыуы һәм уның һуғышҡа тиклемге аяныслы яҙмышы тураһында һөйләүе берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. “Һуғыш балаһы” Әлфиә Ғиндулла ҡыҙы һуғыш ветерандары менән бер рәттә хеҙмәт армияһына саҡырылған атаһының да исеме булыуына һөйөнөп һөйләне.
Был көндө һуғыш һәм хеҙмәт фронты һалдаттары таҡтаташта ғына түгел, ә атай-олатайҙарының портреттары менән баҫып торған балаларҙың һәм оло йәштәгеләрҙең хәтерендә икәнлеге һәм, күпме йылдар үтһә лә, хәтерҙәрендә һаҡланасағы асыҡ күренде.
Тантананың һуңғы өлөшөндә стеланы үҙгәртеп ҡороуҙа әүҙем ҡатнашҡан Р.Ш.Абдуллин, Р.Х.Дәүләтбаев, В.Й.Миниязов, Р.Ә.Зәйнетдинова, Г.Ф.Ишмөхәмәтова Ғафури районы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнһә, Ф.Ә.Ишбулдин, Шәйҙә һәм Руслан Ғәлиәхмәтовтар Бурлы ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдылар. Ниязбай Булатбай улы “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге рәйесенең Рәхмәт хатын Валерий һәм Лилиә Миниязовтар ғаиләһенә тапшырып, уларҙың ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын билдәләп үтте. Шулай уҡ Н.Б.Сәлимов Яугилде стелаһына оҡшаған стела, обелискының бер ҡайҙа ла булмауын, стела осондағы янып торған ете лампаның Мәңгелек утты алмаштырыуын халыҡҡа еткерҙе.
Ауылыбыҙ стелаһындағы Мәңгелек ут халыҡ күңелендәге мәңгелек хәтер булып балҡыһын.
Лилиә Миниязова.
Яугилде ауылы.