-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш ҡорбандары иҫкә алынды

22 июндә Красноусол халҡы “Хәтер шәме” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡыт – таңғы сәғәт 4-тә Геройҙар Аллеяһындағы Билдәһеҙ һалдат һәйкәле янына йыйылды. Мәңгелек ут янында улар тыныслыҡ өсөн ғүмерҙәрен аямай һуғышҡан һәм Бөйөк Еңеү өсөн йәндәрен биргән яугир атай-олатайҙары иҫтәлегенә майшәмдәр яндырҙы.

Һуғыш ҡорбандары иҫкә алынды
Һуғыш ҡорбандары иҫкә алынды

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләнә. Был көн беҙҙең хәтерҙе мәңгелеккә 1941 йылға, шулай уҡ 1945 йылдың 9 майына алып барып тоташтыра. Бөйөк Ватан һуғышы башланған, илебеҙгә ҙур юғалтыуҙар алып килгән был көндө халыҡ бөгөн дә иҫләй һәм хәтерләй.
22 июндә Красноусол халҡы “Хәтер шәме” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡыт – таңғы сәғәт 4-тә Геройҙар Аллеяһындағы Билдәһеҙ һалдат һәйкәле янына йыйылды. Мәңгелек ут янында улар тыныслыҡ өсөн ғүмерҙәрен аямай һуғышҡан һәм Бөйөк Еңеү өсөн йәндәрен биргән яугир атай-олатайҙары иҫтәлегенә майшәмдәр яндырҙы. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, хәрби комиссариат вәкиле Игорь Ступников был көн тураһында һөйләне, бик күп ҡорбандар биреп яуланған тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә саҡырҙы.
Ошо уҡ көндө Геройҙар Аллеяһы алдындағы майҙанда митинг үтте. Сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фуат Кейекбаев, урынбаҫарҙары, хеҙмәткәрҙәр, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, предприятие-ойошмалар вәкилдәре, афған һуғышы ветерандары, йәштәр, уҡыусы балалар ҡатнашты.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғырағандан һуң, район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы Владимир Герасимов һүҙҙе район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фуат Кейекбаевҡа биреп, ул үҙ сығышында беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн Бөйөк Еңеү килтергән яугирҙарҙың барыһын да мәңге хәтерләргә бурыслы булыуыбыҙ, районыбыҙҙан 13 мең 683 яҡташыбыҙ фронтҡа китеп, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеүҙәрен, уларҙың 5-һе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыуҙары, береһе Дан орденының тулы кавалеры, меңләгәндәре төрлө орден-миҙалдар менән бүләкләнеүе, 7 меңдән ашыу яҡташыбыҙ яу яланынан әйләнеп ҡайтмауы хаҡында әйтеп үтте. “Бөгөн ҡыйыу йөрәкле яҡташтарыбыҙ ҡаһарман атай-олатайҙарының данлы героик юлын дауам итеп, Украинала барған махсус хәрби операцияла нацизм тамырҙарын ҡоротоуҙа ҡатнаша, беҙ яугирҙар менән ғорурланабыҙ һәм алдарына ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәп, иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - тине. - Илебеҙ тыныслығы өсөн башын һалған яугирҙарҙы онотмайыҡ, күгебеҙ аяҙ булһын”.
Артабан Фуат Зәки улы “Батыр” эҙәрмәндәр отрядына Рәхмәт хаты тапшырып үтте. 1-9 майҙа Ленинград өлкәһендә үткән Бөтә Рәсәй “Хәтер вахтаһы-2023”-тә районыбыҙҙан делегация иҫәбендә тап “Батыр” эҙәрмәндәр хәрәкәте отряды ҡатнашып, улар “Хәтер вахтаһы. Волхов фронты. Яҙ. 2023” сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған райондаштарыбыҙҙы эҙләү эше менән мәшғүл булған. Ленинград блокадаһын обороналағанда һәләк булыусылар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа була. Улар: Әхмәҙи Мырҙағәле улы Зөлҡәрнәйев, Сөләймән Фазлетдин улы Аҫылбәковтар Ленинград өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Сараға уларҙың ейәндәре лә килгәйне. Бөтә Рәсәй “Хәтер вахтаһы-2023”-тә районыбыҙ делегацияһы исеменән район Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ришат Шаймарҙановҡа һүҙ бирелеп, ул Ленинград өлкәһенә юлланырҙан алда Зөлҡәрнәйевтар һәм Аҫылбәковтар ғаиләләре олатайҙары һәләк булған урынға йәнтөйәктәре - Ғафуриҙан бер ус тупраҡ ебәреп, унан бер ус тупраҡ алып ҡайтыу теләген еткереүен билдәләп үтте. Һәм олатайҙары ерләнгән Ленинград өлкәһенән алып ҡайтылған тупраҡ ейәндәренә тапшырылды һәм Геройҙар Аллеяһына һалынды.
Бер минут тынлыҡ иғлан ителде һәм митингыла ҡатнашыусылар тын ҡалып, тыныс тормош һәм яҡты киләсәк өсөн яу яландарында һәләк булған батыр яугирҙарҙы иҫкә алдылар. Митинг Мәңгелек утҡа сәскә гөлләмәләре һәм ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалыу менән тамамланды.

 

Һуғыш ҡорбандары иҫкә алынды
Һуғыш ҡорбандары иҫкә алынды
Һуғыш ҡорбандары иҫкә алынды
Һуғыш ҡорбандары иҫкә алынды
Һуғыш ҡорбандары иҫкә алынды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: