Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
22 Февраль 2025, 07:15

Унда “Батя”лар кәрәгерәк

–Беҙҙең кеүек ысын армия мәктәбен үткән, хәрби тактиканы белгән һәм тормош тәжрибәһе булған ир-егеттәр, “Батя”лар кәрәгерәк унда, - тип бер нисә тапҡыр ҡабатланы ул һөйләшеү мәлендә.

Унда “Батя”лар кәрәгерәк
Унда “Батя”лар кәрәгерәк

- Кем менән генә булмаһын һәр береһе тигәндәй “Һин ҡартласҡа унда нимә ҡалған, өйөңдә генә ултырмайһың”, тип аптыраталар. Олатайым, ҡартатайым да һуғышта булып, илебеҙҙе, беҙҙең именлегебеҙҙе һаҡлаған, мин уларҙан кәмме ни?! Минең дә балаларым, бер йәше лә тулмаған ике ейәнем бар, мин булмаһам уларҙы кем һаҡлар, тим ундайҙарға, - тип аңлата үҙенең ҡапыл ғына махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итеүен госпиталдә дауаланғандан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Батя” позывнойлы яугир.
–Беҙҙең кеүек ысын армия мәктәбен үткән, хәрби тактиканы белгән һәм тормош тәжрибәһе булған ир-егеттәр, “Батя”лар кәрәгерәк унда, - тип бер нисә тапҡыр ҡабатланы ул һөйләшеү мәлендә. Һөйләшеү тигәндән, әңгәмәсем бик йомоҡ кеше булып сыҡты, һәр һүҙен, һәр яуабын тартып тигәндәй алырға тура килде.
“Батя” үҙе өс бала атаһы, юғарыла әйткәненсә, ике ейәнгә олатай ҙа. Урта мәктәпте тамамлап, күңеленә оҡшаған һөнәргә эйә булғас, әрме сафына саҡырыла. Башта Үзбәкстанда, артабан Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Артабан оҙаҡ йылдар водитель, тракторсы булып эшләй.
2023 йылда махсус хәрби операция барышында һәләк булған йәш кенә бер ауылдашын ерләгәндән һуң ҡапыл ғына бер ҡарарға килеп, Оборона министрлығы менән контракт төҙөй Батя. Ул хеҙмәт иткән штурмлаусы отряд башта Херсон, һуңынан Запорожье, Донецк йүнәлешендә була, артабан уларҙы Луганскиға күсерәләр.
- Отрядта мин иң олоһо, шуға егеттәр шундуҡ “Батя” тип исемләне, ә улар уландар кеүек. Бына әле өйҙә саҡта ла уларҙың һәр береһе өсөн борсолам. Ошо көндәрҙә кире махсус операция биләмәһенә, яуҙаштарым янына юлланам инде, - ти яугир.
Уға һәм алғы һыҙыҡта булған барса яугирҙарҙың да оҙаҡламай Еңеү менән иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Унда “Батя”лар кәрәгерәк
Унда “Батя”лар кәрәгерәк
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас