Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
23 Февраль 2025, 06:20

Ҡаһарман яугир улдарына матур өлгө

Гәзитебеҙҙә иғлан ителгән “Һалдатты таны” акцияһы сиктәрендә бирелгән сираттағы фотолағы һалдатты ла күптәр шундуҡ таныны. Гәзитебеҙ таралған йома көнө үк редакцияға иң беренселәрҙән булып Юлыҡ ауылынан хеҙмәт ветераны Таһир Юлмөхәмәтов шылтыратты. Уның артынса тигәндәй ошо уҡ ауылдан Айһылыу (фамилияһы сер булып ҡалды), Красноусолдан Зөһрә Исергакова, Зәлиә Сәйфуллина, Күмертауҙан Искәндәр Абдуллин һалдатты танып, хәбәр итте. Уны тап юлыҡтарҙың таныуына аптырайһы түгел, сөнки был фотола, ысынлап та, Юлыҡ егете Фәрит Сәмиғулла улы Ҡоҙайғолов ине. Әйткәндәй, фотола үҙ яҡташтарын “танып” шылтыратыусылар ҙа күп булды.

Ҡаһарман яугир улдарына матур өлгө
Ҡаһарман яугир улдарына матур өлгө

Фәрит Заһира Юныс ҡыҙы менән Сәмиғулла Сәйфулла улының ете балалы ишле, татыу, эшһөйәр ғаиләһендә тыуып үҫә. Бөтә малайҙар кеүек үк шуҡ та, шаян һәм тиктормаҫ та була ул, бәләкәйҙән тимер-томор араһында йөрөп, техникаға тартыла. Мәктәпкә барғас инде шаянлығын ситкә ҡуйып, тырышып, сәмләнеп уҡый.
Юлыҡ урта мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлаған егет бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу уйы менән Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Ә инде беренсе курсты тамамлауына әрме хеҙмәтенә саҡырылып, 1989 йылға тиклем Алыҫ Көнсығышта – Магадан ҡалаһы янында хеҙмәт итә.
Ил алдындағы егетлек бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң институтта уҡыуын дауам итә һәм 1993 йылда инженер-механик дипломы алып, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Был ваҡытта инде ул төп уҡыуынан тыш институттың хәрби кафедраһында ла белем алған запастағы лейтенант званиеһында була.
Йәш белгес байтаҡ йылдар элекке “Мағаш” колхозында механик, һуңынан инженер булып уңышлы эшләй. 90-сы йылдар аҙағында, аяуһыҙ баҙар иҡтисады шарттарына яраҡлаша алмайынса дөйөм хужалыҡтар бер-бер артлы тарҡала башлағас, Фәрит Сәмиғулла улы юғалып ҡалмай, ер алып, крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштора һәм 2005 йылға тиклем иген үҫтерә.
Артабан инде тормош һуҡмаҡтары уны район үҙәгенә алып килә һәм Фәрит Сәмиғулла улы 2015 йылға тиклем Красноусолдағы 130-сы һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштереүсе егеттәргә ауыл хужалығы техникаһын хеҙмәтләндереү һәм уларҙы йүнәтеү серҙәрен төшөндөрә. Яҙлы-көҙлө улар менән бергә училищеның ярҙамсы хужалығында ер эшкәртә, иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә.
Һуңғараҡ инде райондың газ хужалығына эшкә күсә.
Был тармаҡта ла һынатмай Фәрит Сәмиғулла улы, ауылдарға, йорттарға “зәңгәр яғыулыҡ” һуҙыу, ҡорамалдарҙы йүнәтеү йүнәлешендә бар тырышлығын, оҫталығын һалып эшләп, коллективта ла, ҡулланыусылар араһында ла ихтирам, абруй яулай. Ә инде 2022 йылдың 20 октябрендә, запастағы лейтенант булараҡ, махсус хәрби операция биләмәһенә ил именлеге һағына саҡырыла.
Бына ике йылдан ашыу хәрби часть офицеры, өлкән лейтенант, зенитсы-артиллерист, хәрби хәрәкәттәр ветераны булған “Бугор” алғы һыҙыҡта илебеҙ именлеген һаҡлай. Хәрби операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығы, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул 2-се дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, “Авдеевканы азат иткән өсөн”, ”Ҡыйыулыҡ өсөн”, Генерал Шайморатов һәм башҡа бик күп миҙалдарға лайыҡ булған.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡурҡыу белмәгән ҡаһарман ғаиләһе өсөн дә ышаныслы ҡалҡан. Район китапханаһында эшләүсе тормош иптәше Вәсилә Вәис ҡыҙы, медицина университетында уҡып йөрөгән ҡыҙы Айлина, улдары - Төмән өлкәһендәге Юғары команда хәрби инженерлыҡ училищеһы курсанты Арыҫлан менән Красноусол башҡорт гимназия-интернатында белем алған Алмаз еребеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, ҡәҙерле кешеләренең тиҙерәк иҫән-һау һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көтә.
Балалары атаһының ҡаһарманлығы менән сикһеҙ ғорурлана. Алмаздың үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, барыбыҙҙың бәхетле, тыныс киләсәге өсөн нацистарға ҡаршы көрәшкән атаһының ҡаһарманлығы хаҡында һөйләгән видеоролигы тотош Башҡортостанды урап сығып, күптәрҙә “Бугор” ише ҡаһарман яугирҙарға ҡарата һоҡланыу тыуҙырғандыр. Эйе, улар, ысынлап та, һоҡланырлыҡ һәм ғорурланырлыҡ ҡаһармандар. Һәм бөгөн барыбыҙ ҙа бер уй-теләк менән йәшәйбеҙ: махсус хәрби операция тамамланып, яуҙа йөрөгән барса ир-егеттәр тыуған йорттарына, ғаиләләре, балалары янына иҫән-имен әйләнеп ҡайтып, бәхет-шатлыҡ тантана итһен.
Мәрхәбә Собханғолова.

Ҡаһарман яугир улдарына матур өлгө
Ҡаһарман яугир улдарына матур өлгө
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас