Бөтә яңылыҡтар

Республикала 400-гә яҡын кешене авария хәлендәге торлаҡтан күсерәләр

Башҡортостанда республиканың 10 муниципалитетында 23 авария хәлендәге күп фатирлы йорттан 396 кешене күсереүгә юридик һәм ойоштороу әҙерлеге 100 процентҡа тәьмин ителгән.

- Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһының икенсе этабы тулыһынса килешелде, - тип хәбәр итте БР төҙөлөш министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. -Муниципалитеттарҙан коллегаларыма, төҙөүселәргә һәм «Территорияларҙы үҫтереү Фонды» асыҡ хоҡуҡи компанияһына яйға һалынған эше өсөн рәхмәт белдерәм. Бергәләп кешеләргә яңы, лайыҡлы һәм хәүефһеҙ тормош өсөн реаль шарттар булдырыу өсөн реаль аҙымдар яһайбыҙ. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта торлаҡ һатып алыуға 163 муниципаль контракт төҙөлгән. 110 контракт – Илеш, Тәтешле, Учалы, Бөрө, Ғафури райондарында һәм Сибай ҡалаһында төҙөлөп ятҡан йорттарҙа фатирҙарға; 53 контракт – Благовещен, Дүртөйлө, Шишмә һәм Ғафури райондарында файҙаланыуға тапшырылған йорттарҙағы торлаҡҡа. Тағы бер районда – Күгәрсен районында - күскенселәргә компенсация түләү 2026 йылда планлаштырылған. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы башлығы 2025-2026 йылдарҙа тормошҡа ашырылған программаның икенсе этабына 861 миллион һум аҡса бүленгәнен иҫкә төшөрҙө. Шуның 510 миллион һумы – федераль средстволар һәм 350 миллионы – республика бюджетынан. Бынан алда Радий Хәбиров социаль селтәрҙә «Рәсәйҙең төҙөлөш министрлығы, Территорияларҙы үҫтереү Фонды һәм шәхсән Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллинға республикаға даими ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. «Тормош Өсөн Инфраструктура» милли проекты сиктәрендә авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаның яңы этабына Башҡортостан федераль бюджеттан 510 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ.

- Беҙҙең республика был йүнәлеш буйынса Волга буйы федераль округының биш лидеры иҫәбенә инә. 2017 йылға тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡтан күсереү программаһын ваҡытынан алда тамамланыҡ һәм яңыһын тормошҡа ашыра башланыҡ. Уға 2017-2022 йылдарҙа авария хәлендә тип танылған йорттар инә.

2019 йылдан авария хәлендәге «квадрат»тарҙан 10,7 мең кеше күптән көтөлгән яңы фатирҙарға күсте. Шуларҙан быйыл ғына - 800 кеше, - тип иҫкә төшөрҙө республика башлығы. - 2030 йылға тиклем Башҡортостанда дөйөм майҙаны 217 мең квадрат метрлыҡ 568 күп фатирлы авария хәлендәге йортто күсереү планлаштырыла. Был мәсьәләне хәл итеүгә шулай уҡ территорияларҙы комплекслы үҫтереү федераль программаһы булышлыҡ итә, уның сиктәрендә Ағиҙел аръяғы һәм Өфө аръяғының перспективалы майҙансыҡтарын үҫтерәбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.



 

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас