Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитовҡа МХО биләмәһенән килгән видеояҙмала “Дантэ” позывнойлы БПЛА операторы хәрби бурыстарын нисек үтәүе хаҡында һөйләй.
Махсус хәрби операцияға юлланғанға тиклем яугир Төнъяҡ флотта хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡта ул БПЛА операторы һөнәрен үҙләштергән.
- Минең төп бурысым - хәрби бәрелештәр биләмәһенә разведка яһау, позицияларҙа личный составты эҙләү һәм оҙатыу, шулай уҡ юлда аҙашмаһындар өсөн яугирҙарҙы һәм улар йәшеренгән урындарҙы табып, артабан оҙатып барыу. Беҙ улар менән даими бәйләнештәбеҙ,- тип аңлата “Дантэ”. – Шул уҡ ваҡытта дошмандарҙы эҙләп табыу һәм юҡ итеү төп бурыс булып тора. Һөжүм итеүсе коптер һәм дрон-разведчиктар ярҙамында БПЛА операторҙары был бурысты уңышлы атҡара.
“Дантэ” әйтеүенсә, уның взводы матур һөҙөмтәләр күрһәтә, яугирҙар өс аҙна самаһы күҙәткәндән һуң Украинаның өс боевигын юҡ иткән.
- Хәрби бәрелештәр зонаһында беҙ көндөҙ һәм төндә эшләүсе төрлө модулле “мавик”тарҙы ҡулланабыҙ. Был дрондар үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Бынан тыш беҙ FPV- дрондарҙы ла файҙаланабыҙ, улар ҙа бик уңайлы һәм һөҙөмтәле эшләй,- тип һөйләй яугир.
БПЛА операторы яуҙаштарының ышаныслы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. “Дантэ” шулай уҡ командованиеның эшен дә юғары баһалай. Командирҙар һәр проблеманы ентекләп асыҡлай, хаталанған осраҡта ла әрләмәйҙәр һәм тәнҡитләмәйҙәр, ә ни нилектән шулай килеп сыҡҡанын төплө аңлаталар, матди-техник йәһәттән дә, шәхси мәсьәләне хәл итеүҙә лә ярҙам итәләр, ти ул.
-Мин үҙемдең команданан ҡәнәғәтмен. Беҙ алға барабыҙ һәм төп маҡсатҡа яҡынлашабыҙ,- тип һүҙен тамамлай “Дантэ”.