

Мәүсилә Зәки ҡыҙы Стәрлебаш районының Йомағужа ауылында тыуып үҫә. Бала һәм үҫмер сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә алып, артабан Ҡыуғанаҡбаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә 8 класс белемгә эйә булғас, Салауат ҡалаһында төҙөлөш училищеһына ташсы һөнәренә уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, ҡалала төҙөлөш ойошмаһында хеҙмәт сынығыуы ала, киске курстарҙа уҡып, крансы һөнәрен дә үҙләштерә. Ошонда эшләп йөрөгәндә, монтажсы булып эшләгән Ғафури районының Сахалин ауылы егете Хәмзә Нәжип улы менән танышып, 1970 йылда өйләнешәләр. Ғаиләле булып, дүрт йыл йәшәгәс, йәштәр Себер тарафтарына, Нижневартовск ҡалаһын төҙөргә юллана, нефтселәр өсөн йорттар төҙөйҙәр. Мәүсилә Хәмзә ҡыҙы – 45 йыл крансы булып, ә ғаилә башлығы нефть сәнәғәтендә эшләп, хаҡлы ялға туҡтайҙар.
Кинйәбаевтар ике улға ғүмер биргәндәр. Өлкәне – Илшат ғаиләһе менән Нижневартовскиҙа йәшәй, ул (Марат) һәм ҡыҙҙың (Карина) атаһы, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Кесеһе Илнурҙың өс улы (Дамир – 6-сы, Алмаз 2-се класта уҡый, Радмир – 2 йәштә) бар. Сорғотта йәшәйҙәр, “Сорғотнефтегаз”да эшләй. Килендәре Наташа менән Гөлназ медицинала эшләй.
2004 йылда ирле-ҡатынлы Кинйәбаевтар Красноусолға ҡайтып төпләнәләр. Ғаилә башлығының әсәһе Фәриҙә Шәрифулла ҡыҙы менән бер йортта, йорттарын төкәтмәләп ҙурайтып, йәшәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс йыл бергә йәшәгәс, 76 йәшендә ҡәйнәһе гүр эйәһе була. Бында ҡайтҡас, Мәүсилә Зәки ҡыҙы дин юлына баҫҡан.
2022 йылда махсус хәрби операция башланып, яуҙағыларға маскировкалау селтәрҙәре менән ярҙам итеү бурысы ҡуйылғас, изгелексән апай башҡалар менән бер рәттән ирекмәнлек хәрәкәтенә ҡушылып, селтәрҙәр үреү эшенә тотона. Мөслимәләр менән бергә яугирҙарға гуманитар ярҙам туплап ебәреүҙә лә өлөшө ҙур. Был эштә әүҙемлеге, МХО-ға ярҙамы өсөн Ирекмәндәр слётында миҙал менән бүләкләйҙәр.
- Һуғыш башланғас, ул оҙаҡҡа һуҙылыр тип бер кем дә көтмәгәйне. 2022 йылдың ноябрендә район мәҙәниәт һарайына Өфөнән ирекмән ҡатын килеп, маскировкалау селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе һәм шунан бирле үрәбеҙ. Изге эшкә бер көн ҡалдырмай, ҙур теләк менән киләм, сирләгәндә генә бер аҙ туҡтап торҙом. Килге килеп тора, яуҙағыларға ярҙам итеү теләге көслө. Ғәрәсәтле һуғыш тиҙерәк тамам булып, ир-аттар үҙ аяҡтарында әйләнеп ҡайтһындар, тигән изге теләктәр теләп үрәбеҙ селтәрҙәребеҙҙе. Иң яҡшы, иң көслө, иң патриот егеттәребеҙ унда бит, - ти ил инәһе. Уның башҡарған һәммә сауаплы эштәрен һанап бөтөрөү мөмкин булмаһа ла, игелекле ғәмәлдәре өсөн уға күптәр рәхмәтле.
Мәүсилә апай ағинәй сабырлығы, аҡыл-зиһене, изге күңеле, иманлылығы менән дә күптәргә өлгө, мөслимәләр араһында абруйлы. Унан һәйбәт кешеләргә генә хас ихласлыҡ, йылылыҡ, нур бөркөлә, мәрхәмәтле, нурлы ҡарашына ғүмер олпатлығы һыйған. Ул наҙлы әсә, өләсәй ҙә, һөйөклө ҡатын, дуҫ-серҙәш тә, үҙенең йылы, мөләйем ҡарашы менән һәр кемдең күңелен йылытыусы ла.
Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип, әүҙем тормош яҡлы Мәүсилә апай йәйәү һәм велосипедта йөрөргә ярата. Шуғалыр ҙа, олпат йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, төҫ ташламаған, үҙ йәшенән күпкә йәшерәк сырайлы ул. Уның теремеклегенә, тәрән аҡылына, үткер зиһененә һоҡланырлыҡ.
Ғүмер тауының 80 йәшлек үренә артылған ил инәһе Мәүсилә Кинйәбаеваға Аллаһы Тәғәлә биргән ҡалған ғүмерен һаулыҡта, бәрәкәттә, тиң-тигеҙ тормошта, балалары, яҡындары солғанышында күркәм итеп үтергә яҙһын, тигән теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ.