Һабантуйҙа иң ҡыҙыҡлы, күңелле, иң күп кешене үҙенә йыйған майҙансыҡ - халыҡ уйындары барған урын булғандыр.
Майҙан уртаһында урынлашҡан һәр кемдең буйы етмәҫтәй ҡолғаға бүләктәрҙең ниндәйе генә эленмәгән. Уның осона тиклем менеп етеп, үҙеңә оҡшаған ҡиммәтле призды алып төшөү бары тик ир-егеттәрҙең генә ҡулынан килерҙәй. Таҫылдар, ғәйрәтле, сәмлеләр берәм-берәм бүләкле була торҙо, ә тамаша ҡылыусылар уларҙы дәртләндерҙе. Ауыш ҡолға, тоҡ менән һуғышыу, тоҡ кейеп йүгереү, ҡалаҡҡа һалып йомортҡа, көйәнтәләп һыу ташыу, көршәк ватыу, көрөшкә бәреп төшөрөү, шар ырғытыу, туп менән йүгереү, бүләктәр ҡырҡып алыу, футгольф һәм башҡа ярыштар – халыҡ уйындары барған урында бәйгелә ҡатнашып, бүләк алыу өсөн оҙон сираттар хасил булғайны.
Халыҡ уйындары менән бер рәттән бер-бер артлы йүгереү, гер күтәреү, ҡул көрәштереү, арҡан тартыу, волейбол, мини-футбол кеүек спорт ярыштары башланып китте. Шахматсылар ҙа зирәклектә көс һынашты.
Еңел атлетика буйынса ярыш ҡыҙ-егеттәрҙең 100 метр араға уҙышынан башланды. Был сәмле бәйгелә Красноусол йүгеректәренә етеүсе булманы. Марина Собарева менән Эдуард Өмөтбаев финиш һыҙығын иң тәүгеләрҙән булып үтте. Ә икенсе булып финишҡа сәйетбабалар – Гүзәлиә Ғәлиәхмәтова менән Айгиз Аҫылбәков килеп етте. Ә Сәйетбабанан Илһам Сәйфуллин уларҙан саҡ ҡына ҡалышты, уға 3-сө урын менән сикләнергә тура килде. Ҡыҙҙарҙан Оксана Родионова ла (Красноусол) 3-сө урын яуланы. 400 метр араға уҙышта ҡыҙҙарҙан Виолетта Алтынбаева (Красноусол) – 1-се, Диана Малышева (Бурлы) – 2-се, Оксана Родионова (Красноусол) 3-сө урындарға лайыҡ булды. 800 метрға йүгергән егеттәр араһында Эдуард Өмөтбаев, Илдар Уразғолов, Игорь Гутарев приз-
лы урындар яуланы. 1500 метрға йүгергән Виолетта Алтынбаева финишҡа – беренсе, Ләйсән Бәширова – икенсе, Гөлназ Юлбарисова - өсөнсө, 3000 метр араға егеттәр араһындағы уҙышта Илдар Уразғолов – беренсе, Илнур Кейекбаев – икенсе, Динар Фәйезов өсөнсө булып килеп етте һәм урындар ҙа тап шул тәртиптә билдәләнде.
Көслө зат сәмләнеп гер күтәреүҙә үҙ көсөн һынаны. Үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә Илшат Нәсибуллин, Сыңғыҙ Ниғмәтуллин, Роман Кәримовтар еңеүсе тип табылды. Алик Калащян, Владислав Дауытов, Михаил Кузьмин – 2-се, Игорь Йәнешев, Риназ Ғиззәтуллин, Александр Савиновтар 3-сө урын яуланы.
Ҡул көрәше (армспорт) бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙан ҡатын-ҡыҙҙар араһында үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә Лилиә менән Зарина Килмөхәмәтовалар, Лидия Елсукова – 1-се, Ләйсән Усманова, Гөлнара менән Әлфиә Юлмөхәмәтовалар – 2-се, Айгөл Мортазина, Гөлсара Тимербулатова, Миңзилә Сөләймәнова 3-сө урындар яуланы. Ир-егеттәр араһында Илгиз Кәримов, Радик Шәрәфетдинов, Иван Вязовцев – 1-се, Рәшит Баязитов, Сыңғыҙ Ниғмәтуллин, Михаил Кузьмин – 2-се, Илнур Мөрәсов, Вячеслав Шахматов, Рөстәм Әхмәтйәнов – 3-сө урында.
Шахмат бәйгеһендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Наталья Проценко еңеүсе тип табылһа, апалы-һеңлеле Миләүшә менән Ләйсән Мәүлетовалар 2-3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Ир-егеттәрҙән Валерий Петров – 1-се, Рөстәм Әбелғәйеров – 2-се, Михаил Пашкин 3-сө урын яуланы.
Волейбол буйынса ир-егеттәр командалары араһында Красноусол ауыл хакимиәте командаһына – 1-се, юлыҡтарға – 2-се, бурлыларға 3-сө урын бирелде. Ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһындағы ярышта Красноусолдағы 3-сө мәктәп командаһы еңеүсе тип табылһа, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты менән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командалары 2-3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште.
Мини-футбол буйынса сәмле бәйге Ҡарағай ауылы командаһы еңеүе менән тамамланды. Красноусол ауыл хакимиәте командаһы 3-сө урын яуланы. Ҡунаҡтар – талбазыларға икенсе урын бирелде.