+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
"Управдом" форумы
1 Март 2019, 13:00

Уртаға һалып һөйләшеү

Уҙған йомала район хакимиәтенең ултырыштар залында Красноусол, Табын, Аҡкүл ауылдарының күп фатирлы йорт советтары форумы үтте. Унда күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙ йорттарына, подъездарға капиталь ремонт, ихаталарҙы төҙөкләндереү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашты, шулай уҡ идарасы компаниялар, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы улар алдында отчет тотто.

Районда тәүгеһенән уҙғарылған форумды асып, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов (үҙе үк алып барҙы) сарала ҡатнашыусы етәкселәр һәм вәкилдәр, көн тәртибе менән таныштырып үтте. Башта йыйылыусылар Фәнзил Фәйез улының сығышын тыңланы.

- Районда 84 күп фатирлы йорт булып, шуның 67-һе – Красноусолда, ҡалғандары Табын һәм Аҡкүл ауылдарында урынлашҡан, - тип билдәләп үтте сығыш яһаусы. – Күп фатирлы торлаҡ фондын тотоу буйынса яңы программалар тормошҡа ашырылып, һуңғы йылдарҙа был мөһим өлкәгә иғтибар бүленә һәм уларға ярашлы финанслау ҙа күберәк була бара, тимәк, күберәк объекттарҙың төҙөлөшөнә, ремонт, реконструкция эштәре алып барыуға мөмкинлек бирә. Бөгөнгө көндә торлаҡ фонды 867 мең квадрат метр тәшкил итә. 1824 йорттоң 83-ө күп фатирлы булып, “Ғафури коммуналь хужалығы” ЯСЙ-е идарасы компанияһы ҡарамағында – 43, “Тепловодоснабжение” МУП-ында – 19, Шифахана “ТСЖ”-һында – 5, Һаулыҡ “ТСЖ”-һында – 1, йорттар идаралығында – 14, Красноусол ауыл биләмәһендә – 1, Табында – 7, Аҡкүлдә 6 күп фатирлы йорт иҫәпләнә. Красноусолда яңы төҙөлгән М.Кәрим урамындағы күп фатирлы йортто тапшырыуға идарасы компания менән килешеү төҙөлә, БР Торлаҡ инспекцияһында иҫәпкә индерелә.

Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр дөйөм милеккә, урам биләмәләрен тәртиптә тотоуға төрлөсә ҡараш күрһәтә, подъездарҙың ҡайһылары әле генә ремонт эшләнгән кеүек матурлығы, күркәмлеге, таҙалығы менән айырыла, шулай уҡ араларында капиталь ремонт талап ителгәндәре лә бар. 2019 йылда “Башҡорт ихатаһы” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙың ихата биләмәләрен төҙөкләндереү планлаштырыла. Был йәһәттән Красноусолдағы Соҡор (Ровенская) урамының - 2-се, Калмыков урамының - 12-се, 9-сы, Ленин урамының - 24-се, К.Маркс урамының 3-сө һәм 5-се йорттары ихата биләмәләре төҙөкләндереләсәк. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 7 миллион 456 мең һум, район бюджетынан 745 615 һум аҡса йүнәлтелеп, дөйөм сумма – 8 миллион 201 мең 769 һум тәшкил итәсәк. Былтыр “Ҡала мөхите” программаһы буйынса 4 млн 508 мең һум аҡса үҙләштерелгән, - тине Фәнзил Фәйез улы. Һәм барлыҡ эштәрҙе ағымдағы йылдың 31 авгусына тулыһынса тамамлау планлаштырылыуын билдәләп үтте.

Ф.Сыңғыҙов быйыл йәнә бер - 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән күп фатирлы йорттар подъездарын капиталь ремонтлау адреслы республика программаһында ҡатнашыуҙарын билдәләне. Уның сиктәрендә Ғафури районында 4 күп фатирлы йорттоң 12 подъезы ремонтланасаҡ: Гагарин урамының 54/1-се һанлы йорто, Фрунзе, 35/1, К.Маркс, 20, Блюхер урамы 7/2. Был маҡсатҡа 1 миллион 554 мең һум йүнәлтелеп, шуның 1 млн 396 мең һумы – республика, 155 400 һумы район бюджетынан бүленәсәк. Подъездарҙа башҡарыласаҡ эш төрҙәре менән дә таныштырып үтте.

- 2014 йылдың октябренән күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауҙы төбәк операторы алып бара. Ошо йылдар арауығында 11 күп фатирлы йорттоң ҡыйыҡтары, 5 күп фатирлы йорттоң һыу үткәреү системаһы ремонтланған, 1 йорттоң фасады, береһендә газ үткәргестәр яңыртылған. Быйыл иһә 3 күп фатирлы йортта капиталь ремонт уҙғарыу планлаштырыла. Программа 2043 йылға тиклем иҫәпләнгән. К.Маркс урамының 3-сө, 5-се, Калмыков урамының 11-се йорттары ҡыйыҡтары яңыртыласаҡ, - тине.

Фәнзил Фәйез улы шулай уҡ 1 ғинуарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙың яңы системаһы, төбәк операторы менән килешеүҙәр төҙөшөү хаҡында бәйән итте. Ҡалдыҡтар менән эшләү конкурс һөҙөмтәһендә төбәк операторы – “Эко-Сити” ЯСЙ-енә тапшырылған. Коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу райондың 16 ауыл биләмәһендә ойошторолған. Был тәңгәлдә Красноусолда шәхси йорттар янына 126 контейнер, күп фатирлы йорттар биләмәһенә – 22, шифаханала – 6, Табында, Родина, Аҡкүл, Болон ауылдарында 3-әр контейнер урынлаштырылған. Район буйынса 68 санкцияланмаған сүп-сар түгеү урыны булып, шуның 10-һы бөтөрөлөү өҫтөндә, ә ҡалғандары быйыл тулыһынса бөтөрөләсәген билдәләп үтте. Район башлығы форумда уртаға һалып һөйләшер мәсьәләләр күп булыр, күтәрелгән һәр төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләрбеҙ, эшләрбеҙ, был тәңгәлдә ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙермен, тип тамамланы сығышын. Һәм шифахананың торлаҡ фондын хеҙмәтләндереү рәйесе Валерий Михайлович Сергеевты, “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры Сергей Олегович Афанасьевты Рәхмәт хаты менән бүләкләп үтте.

Артабан һүҙ Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Р.З. Мөхәмәҙиеваға бирелеп, ул күп фатирлы йорт ихаталары биләмәләрен төҙөкләндереү мәсьәләһенә туҡталды, был программа буйынса башҡарылған эштәрҙе барланы. “Газпром Уфа” ПАЙ-енең Ғафури комплекслы хеҙмәте филиалы начальнигы Р.Х.Ғөбәйҙуллин йорт-фатирҙарҙа газ ҡоролмаларының төтөн һәм вентиляция каналдарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары хаҡында һөйләне. “Ғафури коммуналь хужалығы” ЯСЙ-е идарасы компанияһы директоры А.В.Хлескин 2018 йылға торлаҡ фондын тотоу, техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса отчет бирҙе. Идарасы компания - “Теп-ловодоснабжение” МУП-ы директоры С.О.Афанасьев эшмәкәрлектәре, тарифтар хаҡында бәйән итте.

Форумда ҡатнашыусыларҙың етәкселеккә һорауҙары күп булды. Улар араһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына түләү квитанцияларында аңлашылмаусанлыҡтар, Калмыков урамындағы 9-сы, 13-сө йорттоң стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килеүе, Новоселка урамында яҙлы-көҙлө юлдар үткеһеҙгә әйләнеүе, берәҙәк эттәр, малдар, күп фатирлы йорттар урамында гараж, мунса, һарайҙар булыуы, Калмыков урамындағы таҡ һанлы йорттар яны тротуары таҙартылмауы, контейнер майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, Родина ауылындағы Тракт урамының 2-се һанлы йорто ҡыйығын ремонтлау, фатирҙарҙа хәүеф тыуҙырыусы газ баллондары ҡулланыу, Табын ауылы Үҙәк урамдағы 64-се һанлы 16 фатирлы йорттоң ҡыйығын ремонтлау һәм башҡалар.

Район башлығы Ф.Сыңғыҙов форумды йомғаҡлап, һәр яҡлап мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышып эш итәбеҙ, районды техника менән тәьмин итеп ротор, “МТЗ-82”, “Т-150”, “КамАЗ” һатып алынды, тине, экскаватор, шулай уҡ ҡеүәтле тракторҙар һатып алырға уйлашыуҙарын билдәләне. Республика күп фатирлы йорт советтары рәйестәре форумына делегат итеп Юрий Анатольевич Фокин һайланды һәм район форумы үҙ эшен йомғаҡланы.

Читайте нас: