-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә таланттары
27 Октябрь 2017, 13:17

Мәхийәновтарҙың йондоҙло сәғәте

Үзбәк ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһе йыл һуҙымында буш торманы. Былтыр октябрь айында Халиҡовтар башлап ебәргән сараны эстафета рәүешендә ҡабул итеп, бер-бер артлы 8 ғаилә, үҙ таланттарын барлап, ауылдаштарын клубҡа йыйҙы.

Үзбәк ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһе йыл һуҙымында буш торманы. Былтыр октябрь айында Халиҡовтар башлап ебәргән сараны эстафета рәүешендә ҡабул итеп, бер-бер артлы 8 ғаилә, үҙ таланттарын барлап, ауылдаштарын клубҡа йыйҙы.

Әйтергә кәрәк, бик мөһим, әһәмиәтле һәм кәрәкле сара был. Уны туҡтатмаҫҡа, һис һүҙһеҙ, артабан да дауам итергә кәрәк. Сөнки йырлы-моңло, шиғриәтле, илһамлы халыҡ йәшәй беҙҙә. Ә һәләтте уны күңел төпкөлөндә йәшереп тотоу мөмкин түгел. Башҡалар менән бүлешкәндән ул арта ғына. Әммә һәр кемдең дә талантын бүтәндәргә күрһәтеү мөмкинлеге юҡ. Ә бына сәхнә ғаилә таланттарына бирелгән икән, әйҙә, күңелең булғансы йырла, бейе, үҙең яҙған шиғырҙы һөйлә. Эйе, талантлы һәүәҫкәр йырсы, шағирҙар күп ауылыбыҙҙа. Ошо сара булмаһа, күптәрҙең иҫ китмәле һәләте йәшеренеп ятыр ине.

Йәнә билдәләп китеү кәрәк, һәр ғаиләнең ғорурланыр шәхестәре бар. Мәҫәлән, Үзбәковтарҙан Рәмил Ғимрани, Гөлфирә Үзбәкова, Ғәйнуллиндарҙан Юнир, Айгөл, Ғәзизовтарҙан Ҡәҙриә, Рафиҡовтарҙан Гөлфиә – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Улар, әлбиттә, барыһы ла саранан ситтә ҡалманы. Туғандары ҡатнашҡан сараға йәм өҫтәп сәхнәлә булды.

Эстафетаны ҡабул иткән Мәхийәновтар ғаиләһендә лә моңло тауышлы йырсылар, оҫта бейеүселәр, һүҙ оҫталары, шағирҙар бар ине. Һәләт ул, бәлки, нәҫелдән нәҫелгә күсә киләлер. Мәҫәлән, бына минең алдымда 1930-сы йылдар тирәһендә төшкән фото. Унда ауылыбыҙҙың бер төркөм драма түңәрәге ағзалары. Улар араһында Хәбибрахман һәм Ғәлиә Ғәзизовтар (Ҡәҙриә Ғәзизованың әсәһе менән уның ағаһы), Риза Ғәйнуллин (Юнир менән Айгөл Ғәйнуллиндарҙың ҡартатаһы), драма түңәрәге етәксеһе Әхмәт Мәхийәнов һәм башҡалар.

Тап Әхмәт Мәхийәновтың - ауылыбыҙҙың мәҙәни традиция-ларына нигеҙ һалыусыларҙың береһенең ейән-ейәнсәрҙәре, килендәре сыҡты ла инде бөгөн сәхнәгә. Улар ысын артистар булмаһа ла, һәр ҡайһыһы сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоп, һоҡланғыс сығыш яһаны. Йырҙары хистәргә һалырлыҡ, бейеүҙәре күңел елкендерерлек, шиғырҙары йөрәккә үтерлек булды. Тәғзимә апайҙың шиғырын тыңлағанда күҙгә йәштәр эркелде. Уның улдары, килендәренең сығышы ла алҡыштарға күмелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Тәғзимә апайҙың тормош иптәше Мазһар Әхмәт улы бер нисә йыл элек мәрхүм булды. Әгәр иҫән булһа, һис шикһеҙ, әле сәхнәгә сығыр ҙа, профессиональ йырсыларға тиң моңло тауышы менән оҙон халыҡ йырын һуҙыр ине.

Мөшәрәфә Мәхийәнова һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Сәхнәгә сығыуы тәүге тапҡыр түгел. Үҙенең тиҫтер әхирәттәре менән ауылда үткән һәр сарала ҡатнашып килә. Әле лә уның йырлауын яратып тыңланыҡ. Ҡыҙҙары ла алыҫ араларҙы яҡын итеп ҡайтып, ауылдаштарына йыр-моң бүләк итте. Марсель, Мансур, Нәүфилдең бергәләп йырлауы ла күңелдәргә хуш килде. Гөлназ, Әлфинур, Земфира, Эльвира, Альбина, Лариса, Ләйсәндең йыры, Лилиә, Инсаф, Салауат һәм 4-се класс уҡыусыһы Айназ, 5-селә уҡыусы Заринаның сығышы ла хискә һалып, күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сараның мәртәбәһен, йәмен күтәреп Мәхийәновтарҙың ҡунаҡтары Рәжәп Хәлилов, Гөлсиә Татлыбаева (БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре), Ра-уил Фәйзуллин (полиция подполковнигы) сәхнәгә сығып, тамашасыларға йыр, бейеү бүләк итте.

Сараны 11-се класс уҡыусыһы Илүзә менән Себер яҡтарынан ҡайтҡан Лениза бик матур, онотолмаҫлыҡ итеп алып барҙы. Шулай итеп, Мәхийәновтар ғаиләһенең сығышы сараны артабан да дауам итеү кәрәклеген йәнә иҫбатланы. Киләсәктә “Ғаилә таланттары”нда тағы ла ҡатнашырға яҙһын уларға.


Читайте нас в