-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙҙар - йондоҙҙар


Йәрәбәгә ярашлы беренсе һан аҫтында сығыш яһаусы Лилиә һәм Мәликә Ишбулдиналар ярыш дауамында һынатманы, сәхнәгә ҡыйыу сыҡтылар. Икенсе һан аҫтында ике туғандар Айһылыу Фәттәхова һәм Аҡйондоҙ Абдуллина исемдәренең йыһан менән бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, шиғри юлға һалғандар. Өсөнсө пар икеһе лә тиңдәш ҡыҙҙар – Алһыу Юлбарисова менән Наҙгөл Рәхимова хыялдары менән таныштырҙы. Алһыу һәм Алтынай Шәйхоловаларҙың иҫәбендә мәктәп, район ғына түгел, республика кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыу тәжрибәһе лә бар. Әҙилә һәм Камилә Зәйнуллиналар иһә үҙҙәре хаҡында баян оҙатыуында йырлап бирҙеләр. Алтынсы пар Нәркәс Байбулдина менән Азалия Иҙрисова сәхнәгә милли кейемдә бейеп үк сыҡты. Етенсе пар Лилиә һәм Розалия Мәжитовалар бәйгелә ҡатнашыусыларҙың уртаҡ фекерен еткергәндер – “туғандарым менән байбыҙ”. Ысынлап та, сәхнәләгеләр барыһы ла күп балалы ғаиләнән, өс, дүрт, биш бала тәрбиәләүсе әсәйҙәренә ныҡлы ярҙамсылар.

“Йөрәктән сыҡҡан һүҙ” бәйгеһендә башҡорт шағирҙарының тыуған ил, туған тел, туғанлыҡ хисе, изге әсәй, тыныслыҡ төшөнсәләренә бағышланған йөрәккә үтерлек шиғырҙары яңғыраһа, “Әкиәттә ҡунаҡта” ҡыҙҙар халыҡ аҡылы, кинәйәһе, рухы сағылған тел байлығыбыҙҙы күрһәтергә тырышты. Бындай типтағы бәйгеләрҙә мотлаҡ була торған мода күрһәтеү конкурсы ла үҙенсәлекле генә булды. Һеңлекәштәре өлкәндәр ярҙамында төрлө сүп-сарҙан (башлыса полиэтилен, иҫке гәзиттәр) әҙерләнгән киске күлдәктәр күрһәтһә, еткән һылыуҙар тамашасыларға Р.Сабитова ижад иткән стилләштерелгән милли биҙәүестәрҙе тәҡдим итте. “Өйгә эш”те әҙерләүгә лә етди ҡараған һылыуҡайҙар. Заманса, башҡорт, һинд бейеүҙәре, йыр, замана проблемаларын асҡан скетч тиһеңме, барыһы ла күңелдәргә хуш килде.

Яҙҙың үҙе кеүек наҙлы ла, сағыу ҙа, яғымлы ла ҡыҙҙар - йондоҙҙар ярышы һөҙөмтәләренә килгәндә, әлбиттә, еңелеүселәр булманы. Йөҙҙәренән мөләйемлек бөркөлөп торған Фәттәхова-Абдуллина дуэты “Иң матур йылмайыу” өсөн бүләкләнһә, бәйгенең бөтөн шарттарын беренсе сығып үтәгән Ишбулдиналар “Сая ҡыҙҙар” булып танылды. Бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, скетч кеүек үҙенсәлекле жанрҙы һайлап, үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә алған Юлбарисова-Рәхимова дуэты “оригиналлек” өсөн билдәләнде. Нисә йылдар сәхнәлә үҙҙәрен бейеүсе итеп танытҡан бер туған Алһыу, Алтынай Шәйхоловалар “грация” номинацияһында ла алдынғы булдылар, бәйге һөҙөмтәләре буйынса ла призлы өсөнсө урынға сыҡтылар. Икенсе урынға Интернет киңлектәрендә лә иң күп тауыш йыйып “Интернет гүзәле” исемен яулаған Лилиә, Розалия Мәжитовалар лайыҡ булды. “Өмөт” номинацияһында билдәләнгән Камилә апаһы Әҙилә Зәйнуллина менән беренселекте яуланы. Бәйгенең бар этаптарында ла жюри тарафынан тик 5 баһаһы ғына алған ике туған ҡыҙҙар – Нәркәс Байбулдина менән Азалия Иҙрисова Гран-приға лайыҡ булдылар. Ҡыҙҙар икеһе лә яҡшы уҡый, “Асанай” фольклор

коллективында шөғөлләнәләр, Нәркәс бы-йыл гитарала уйнап йырлаусыларҙың “Ҡош юлы-балалар” телепроектында ла ҡатнашып өлгөрҙө. Уларға еңеүсе тажын һәм таҫманы заманында һылыуҡай бәйгеһендә еңеп сыҡҡан сибәркәй – Гөлнара Юлбарисова тапшырҙы.

Күркәм сараны ойоштороп алып барыусы Рәүилә Йәнтүрина мәғәнәле һәм зауыҡлы тамаша тәҡдим итә алды, киләсәктә лә шул кимәлде тоторға булһын. Һылыуҙарыбыҙ аҡыллы, тәүфиҡлы, бәхетле булып, ата-әсәһе, тыуған төйәгенә игелекле бала булып, алдағы тормошта ил инәһе, милләт әсәһе тип баһаларлыҡ шәхестәр була күрһен, иншалла.