-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тағы ла бер турнирға нигеҙ һалынды

Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең спорт залында Ғаилә йылына арнап волейбол турниры үтте. Унда 4 ғаилә командалары - Ибраһимдан Лоҡмановтар һәм Ғәлиуллиндар, Еҙем-Ҡарандан Кәримовтар һәм Йомағоловтар командалары үҙ-ара көс һынашты.

Ойоштороусылар һәм ярышта ҡатнашыусыларҙан бер төркөм.
Ойоштороусылар һәм ярышта ҡатнашыусыларҙан бер төркөм.
Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең спорт залында Ғаилә йылына арнап волейбол турниры үтте. Унда 4 ғаилә командалары - Ибраһимдан Лоҡмановтар һәм Ғәлиуллиндар, Еҙем-Ҡарандан Кәримовтар һәм Йомағоловтар командалары үҙ-ара көс һынашты.

Сара тантаналы шарттарҙа башланып китте. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова, мәктәп директоры Фирүзә Әбделмәнова спортсыларға уңыштар теләне. Спорт байрамында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы секретариаты начальнигы урынбаҫары, яҡташыбыҙ Рәшит Ғәли улы Насиров, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм Рәшит улы Аҡбашев ҡунаҡ сифатында (рәсми түгел) ҡатнашты.

Көсөргәнешле ярышта Кәримовтар һәм Йомағоловтар финалға сыҡты һәм тәүгеләре еңеү яуланы. Еңеүселәргә Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Кәримовтар командаһы иһә Мәжит Ғафури кубогына эйә булды. Ярышта "Иң йәш ҡатнашыусы" номинацияһында Финат Ғиззәтуллин, "Иң шәп һөжүм итеүсе" - Альберт Кәримов, "Иң шәп бәйләнеш

булдырыусы" - Тәлғәт Ғәлиуллин, "Иң һөҙөмтәле уйынсы" Раил Йомағолов бүләктәргә лайыҡ булды. Ярыш ойошҡан рәүештә үтте һәм уның төп бағыусыһы булып Йомағоловтар ғаиләһе сығыш яһаны. Ярышты ойоштороусылар ҙа улар булды. 7 апрелдә Яугилде ауылында булып үткән "Яугилде кубогы"нда ҡатнашып, тәжрибә туплаған Йомағоловтар ошондай ярышты үҙҙәрендә лә уҙғарырға ҡарар иткәндәр ҙә инде.

- Быға тиклем ауыл биләмәһенең үҙендә бер ниндәй ҙә турнир уҙғарылғаны юҡ ине. Ошо хатаны төҙәтеү маҡсатында Ғаилә йылына арнап волейбол ярышы уҙғарырға булдыҡ. Еҙем-Ҡаран ауылында элек-электән волейбол спорты үҫешкән һәм бик күптәр район йыйылма командаһы составында уйнанылар һәм әле лә уйнап йөрөйҙәр. Йомағоловтарҙың ғаилә башлығы Раил Рәйес улы ла волейбол спортына бирелгән кешеләрҙең береһе. Тап уларҙың башланғысы менән ошо турнирға нигеҙ һалына һәм был традицияға әүерелер, уның сиктәре киңәйер тип ышанам. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ шул мәсьәлә өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Быйылғы турнирҙа ҡатнашыусы барлыҡ спортсыларҙы, көйәрмәндәрҙе ихлас ҡотлайым, киләсәктә лә шулай спорт менән дуҫ булығыҙ, - тине үҙ сығышында Нурсилә Хәсәнова.

Уның һүҙҙәренә башҡалар ҙа ҡушылды. Амин, шулай булһын. Ә еңеүсе командаға килгәндә инде, уның составында Диана Моратшина (11-се класс), Салауат Килмөхәмәтов, Илнур Сәйфуллин (8-се класс), Антонина һәм Альберт Кәримовтар һәм ауылдың шәхси эшҡыуары Валерий Мөхәмәтйәров еңеүгә тос өлөш индерҙеләр һәм уларҙы ҡотлайбыҙ.
Читайте нас в