-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бәхет һуҡмағы буйлап

Красноусол ауылында йәшәүсе Шәмсинур Лотфрахман ҡыҙы менән Нурхәйҙәр Фәхретдин улы Баһауетдиновтар күптән түгел никахҡа инеп йәшәүҙәренең 60 йыллығын (64 йыл бергә йәшәйҙәр) - гәүһәр туйҙарын билдәләне. Ошо уңайҙан ра-йон ЗАГС бүлеге начальнигы Зәлифә Сәйфуллина менән район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина, ғаилә башлығы йөрөй алмағанлыҡтан, Баһауетдиновтарҙы был иҫтәлекле дата менән ҡотларға өйҙәренә килде. Улар республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бүләген һәм ҡотлауын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Ташбүкән ауылында тыуып үҫкән Нурхәйҙәр ағай менән Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылынан Шәмсинур апай өйләнешеп, бер аҙ Ташбүкәндә йәшәгәс, Кемерово өлкәһенә юллана. Ғаилә башлығы бар ғүмерен шахталағы эшкә бағышлай. 1981 йылда йәнтөйәктәренә әйләнеп ҡайтҡас, бер аҙ бында тормош йөгөн тарталар. Артабан Красноусолға күсенергә ҡарар итеп, бында ҙур, иркен йорт һалып сығалар. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балаларының иң өлкәндәре – ҡыҙҙары Миңлеүәрә менән Зилә инде хәҙер 63 һәм 58 йәштә, пенсияла, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында йәшәйҙәр, әлеге мәлдә әсәйҙәренә атайҙарын (бер нисә тапҡыр инсульт үткәргән) ҡарашырға ҡайтҡандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсөнсө ҡыҙҙары Мәрүә генә йәшләй гүр эйәһе булған. Ғаиләлә иң кесеһе – улдары Рауил ғаиләһе менән Красноусолда төпләнгән. Ҡатыны Эльвира менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар, хәҙер үҙҙәре ике ейән, бер ейәнсәргә олатай-өләсәй. Шулай итеп, бәхетле атай-әсәй Нурхәйҙәр менән Шәмсинур Баһауетдиновтар 6 ейән-ейәнсәрҙең, 8 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан ҡартатай-ҡартөләсәйе лә.

Бәхете нурлы йөҙөндә сағылған, ихлас, мөләйем Шәмсинур Лотфрахман ҡыҙының, 82 йәштә булһа ла, йөҙөндә йәшлек сибәрлеге һүрелмәгән әле. Ауыр сир һөйөклө ирен аяғынан йыҡһа ла, бала ҡайғыһы кисереүе лә йөҙөнә тәрән һырҙар һалмаған. Дөрөҫ йәшәй белгәнгә, донъяға һоҡланып баҡҡанға, изге уйлы, яҡты йөҙлө, матур күңелле булғанға ла шулайҙыр ул. Заманында үҙҙәренә килен булып төшкән “сибәр апай, сибәр әбей”ҙе ташбүкәндәр һаман ошо исем менән иҫенә төшөрә. Ысынлап та, туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлауына ҡарамаҫтан, ҡул эштәренә – бәйләү-сигеүгә лә, аш-һыуға ла маһир, шифалы дарыу үләндәре менән сихәтләнә, иренә лә сабыйҙай хәстәрлек күрһәтә, ғөмүмән, бар яҡтан да килгән был апайға һоҡланмау мөмкин түгел.

Янында һәр ваҡыт терәге – тормош иптәше, таянысы - балалары ла ярҙамдарынан ташламай, әленән-әле хәлдәрен белешеп торалар. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул” тигәндәй, балалары татыулыҡта йәшәгән атай-әсәйҙәренән өлгө алып, һәр яҡлап уларға оҡшарға тырыша, үҙ ғаиләләренә генә хас сифаттарҙы, ҡиммәттәрҙе һанлап, һаҡлап йәшәй.