+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бала саҡты һағынып...

Быйылғы Ғаилә йылында Һабай ауылынан инәй-атайым Асия менән Зөлфәр Басировтар ғаиләһе хаҡында һөйләмәксемен. Беҙ үҫкәндә ауыл советының беҙҙең ауылда медпункт асырға мөмкинлеге булмағас, медпункт итеп беҙҙең ике яҡлы өйҙөң бер мөйөшөн шаршау менән бүлеп, шунда ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһе астылар. Инәйем менән атайым оҙаҡ йылдар “Ашығыс ярҙам” пункты һымаҡ эшләнеләр, сөнки атайым - шофер, инәйем шәфҡәт туташы инеләр бит.

Бәләкәй саҡта иртән уянып китһәң, радионан концерт тапшыралар, атайым менән инәйем гөрләшеп сәй эсә, ә кухняла шприцтар ҡайнап ултыра. Күп тә үтмәй ауыл инәйҙәре: "Килен, ҡулың еңел, уколды ауырттырмай һалаһың",- тип, дауаланырға килеп тә етәләр ине.

Бер ҡараңғы көҙгө кис айырыуса хәтерҙә ҡалған. Өҫтән яуып тора, етмәһә. Мәрүә апай Әбүбәкированың энеһе, Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсыһы Рәис ағай бейеүсе ҡатыны менән ҡунаҡҡа ҡайтҡандар. Ауырлы ҡатын кисен ҡапыл бала табырға ауырып киткән. Миңә алты-ете йәш тирәһе, киттем инәйемә иптәшкә эйәреп, тышта ҡараңғы, шырпы сыя-сыя йүгерәбеҙ. Инәйем алғы яҡ өйҙә баланы яҡты донъяға ҡабул итте (йыш ҡына кендек инәһе лә булырға тура килде уға), ә миңә кәнфит менән сәй эсергәндәре иҫтә ҡалған.

Бер тапҡыр шулай, Усолканан ҡунаҡҡа Хәлимә апайҙың Гөлбәзир менән Таңсулпан ҡыҙҙары ҡайтҡан. Һыу ингәндә һыуҙан үрге яҡтан батып-ағып килгән малайҙы тартып сығаралар. Хәҙер ул ғаилә күсеп киткән инде. Инәйем бара һалып тәүге ярҙам күрһәтә (реанимация сараларын) башлай, шунда килгән әбейҙәр “Ясин” доғаһын уҡып бөтөп: “Ярай, ҡуй, килен!”- тиһәләр ҙә, инәйем ярҙамын дауам итә, һәм малай, Аллаға шөкөр, күҙҙәрен аса, тын ала башлай!

Беҙҙең өйгә кем генә йүгереп килмәй ине, көн-төн тип тормайынса, һәр саҡ атайым ауырыуҙарҙы Еҙем–Ҡаран йәки Красноусол дауаханаларына илтә торғайны. Уның бер тапҡыр ҙа һуҡранғанын ишетмәнем, бер ерҙән ҡайтып керер ҙә, икенсе яҡҡа юлға сығыр ине. Атайым, колхоз шоферы булараҡ, ғүмер буйы юлда йөрөнө, автомашинаһына бик һаҡсыл ҡарашта булып, һәр ваҡыт төҙөк тотто. Машинаһының тауышы буйынса ғына ла, ҡайһы ерен йүнәтергә икәнен белә ине. Элек запчастар юҡ, үҙе оҫтарып, тура килтереп двигателде йыйып ҡуя торғайны. Элекке “Мағаш” колхозы атайымдың намыҫлы хеҙмәтен юғары баһаланы, Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ, Дан ордены ла бар.

Атайым йор һүҙле, шаян кеше ине. Әйтерен кинәйә менән уратып-суратып, төрттөрөп еткерә, ҡыйыш атып тура тейгеҙә торған кеше булды.

Бына шулай, эште яратып, күңел биреп эшләргә, йәғни хеҙмәт һөйөргә, кешеләргә ярҙамсыл булырға беҙҙе атайым менән инәйем үҙҙәренең өлгөһөндә тәрбиәләнеләр.

Хәҙер инде барыбыҙ ҙа юғары белемле, тормошта үҙ урыныбыҙҙы тапҡанбыҙ. Бының өсөн атай-инәйгә рәхмәтлебеҙ. Матди яҡтан әллә ни ярҙам итә алмаһалар ҙа, рухи яҡтан дөрөҫ тәрбиә алдыҡ. Атайымдың инәһе, әсәйем Ғәбиҙә беҙ бәләкәй саҡта, йәшереп булһа ла, намаҙ уҡый торғайны. Бәләкәй доғаларҙы беҙҙән дә ҡабатлаттырҙы. Ауырып китһәк, килеп өшкөрөр ине, Аллаһы Тәғәләне тыңлап, ул ҡушҡанса йәшәргә өйрәтте.

Бына шундай ғаилә беҙ. Атайым

күптән мәрхүм инде. Бар ғүмерен ауылдаштарҙың һаулығын һаҡлауға арнаған Һабай ауылының элекке шәфҡәт туташы - инәйемә 10 майҙа 76 йәш тулды. Инәйемдең 14 ейән-ейәнсәре, 4 бүлә-бүләсәре бар. Ошо арала уның һөнәри байрамы ла – ихлас ҡотлайым. Ауыл халҡы атайымды ла, инәйемде лә хөрмәт итә. Хәҙер ауылда ҙур медпункт бар. Унда оҙаҡ йылдар күрше Зилиә апай фельдшер булып матур итеп эшләне. Ауыл уртаһында матур мәсет. Клубта ирле-ҡатынлы Хәбибуллиндар гөрләтеп эшләй. Кәрәк-яраҡҡа магазин да бар.

Мәктәп булмауы ғына күңелде ҡыра. 90-сы йылдарҙа Рәсүл ағайым артынан күп йөрөп, ауылда мәктәп асылғайны. Рәсүл Солтангәрәй улы күп йылдар Ҡауарҙы һәм Юлыҡ мәктәптәрендә директор булып уңышлы эшләп, һәләтле ойоштороу-сы булып, белем кимәлен юғарыға күтәргән кеше. Ауылда һәр бер йортта автомашина, ауылдаштарым етеш тормошта йәшәйҙәр. Хәҙер элеккесә бер-береһенә йомошҡа йөрөмәйҙәр. Ә мин бала саҡта атайым телевизор һатып алғас, күрше апайҙарын башҡортса спектакль башлана тип, өйгә саҡырып йөрөгән саҡты һағынам. Бала саҡты хәтерләп, бергәләшеп, күрше-күлән йыйылышып, башҡортса спектакль ҡарағы килә!
Читайте нас в