+23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Беҙ бергә татыу ғаилә!”

2018 йыл республика Башлығы тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Эйе, “Ғаилә – ил тотҡаһы” тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Ғаилә тулы, тигеҙ булһа, ата-әсә балаһы өсөн өҙөлөп торһа, был ғаиләнең тормошо ла алға бара, балалары ла тәртипле, эшсән булып үҫә.

Күптән түгел Игенйылға балалар баҡсаһында “Беҙ бергә татыу ғаилә!” тигән байрам үтте. Уға алдан уҡ әҙерлек эштәре барҙы. Ата-әсәләр араһында ҡул эштәренә, “Минең ғаиләм” тигән стендтарға конкурс иғлан ителде. 5 ғаилә уларҙы бик матур, йөкмәткеле итеп эшләп ҡуйҙылар. Байрам көнө ғаиләләр үҙ-ара төрлө реклама, концерт номерҙары, аш-һыу, уйын-табышмаҡтар буйынса ҡыҙыу ярышты. Лилиә һәм Динар Мәүлетовтар, Наилә һәм Ирек Солтановтар, Зәйтүнә һәм Ришат Мәүлетовтар, Әлиә һәм Данис Рәхмәтуллиндар, Наилә һәм Азат Ишморатовтар ныҡлы әҙерлек менән, хатта балаларын, бергә эшләгән иптәштәрен дә ҡатнаштырып, ҡыҙыҡлы сығыш яһанылар.

Ярышта дуҫлыҡ еңде. Байрам әсәйҙәр бешереп килтергән күстәнәстәр менән сәй эсеү табынында тамамланды. Тәрбиәселәр исеменән был ғаиләләргә рәхмәт еткерәбеҙ. Шуны ла әйтәһе килә, ошо уҡ ғаиләләр балалар баҡсаһында уҙған һәр сарала, өмәләрҙә, спорт ярыштарында, байрамдарҙа әүҙем ҡатнашалар. Бала бит ата-әсәнән күреп, бер-береһенә ихтирамлы, ярҙамсыл, тапҡыр булып, ғаиләһе менән ғорурланып үҫә. Бөтә ата-әсәләр ҙә шулай балалары өсөн янып-көйөп, уларға үрнәк булып йәшәһендәр ине.
Читайте нас в