-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйебеҙгә 90 йәш

Әсәйебеҙ – Раҡия Ғәни ҡыҙы Йомағолова (Рәжәпова) 1928 йылдың 14 майында Имәндәш ауылы леснигы Ғәни Сөләймән улы Рәжәпов ғаиләһендә тыуған. Олатайыбыҙ ғүмер буйы Еҙем урмансылығында эшләне. Дөрөҫ, 1941-1945 йылдарҙа 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышта булған сағында ғына был эшенән туҡтап тора. Әсәйебеҙҙең өлкән ағаһы Рәшит бабайыбыҙ ҙа һауа-десант ғәскәрҙәрендә һуғыша, 1944 йылда һуғышта һәләк була. Әсәйебеҙ ун балалы ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Өлкән бала булараҡ уға һуғыш йылдарында айырыуса ауырға тура килә – бәләкәйҙән колхоз эшенә егелә. Өләсәйебеҙ ауыл советында эшләй. Ғаиләләрендә шулай уҡ Ленинградтан эвакуацияланған өс кеше лә йәшәй.

Алыҫ тылда ла хәрби тәртип менән йәшәгәндәр – барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн. Әсәйемдең бер һөйләгәне хәтерҙә ҡалған. Бер шулай үгеҙ егеп ер тырматып йөрөгән сағында үгеҙ ергә ята ла ҡуя, тормай икән. Үҫмер ҡыҙ үгеҙҙе бер нисек тә тыңлата алмай. Аптырағандан уның ҡолағына ныҡ итеп ҡысҡырырға мәжбүр була. Үгеҙ ҡурҡышынанмы, аптырауҙанмы, тороп баҫа һәм артабан эште дауам иттерәләр.

Ҡышҡыһын әсәйебеҙ барлыҡ ауылдаштары кеүек үк йөндән бейәләй, башалтай бәйләй, аттарға йүкәнән септә ишә. Барлыҡ продукция фронтҡа оҙатыла. Шулай итеп, балалар ҙа фашистарҙы еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.

1946 йылда әсәйебеҙ Ғайса Солтангәрәй улы Йомағоловҡа кейәүгә сыға. Атайыбыҙ был саҡта Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә эшләп йөрөй.Уларҙың туйында атайыбыҙҙың энеһе, фронтовик Мансур ағай (ул саҡта офицер булып хеҙмәтен дауам иткән сағы була) һауаға ракетница ата. Имәндәш һәм күрше Иҫке Тайыш ауылдарының әбейҙәре ҡурҡыштарынан баҙға йәшеренеп бөтәләр. Улар фейерверк күргәндәре булмай һәм күк ҡабағы асылғандыр тип уйлайҙар.

Атайыбыҙ оҙаҡ йылдар Еҙем-Ҡаранда һәм Заречный ауылында (ул саҡта Заготскот тип атала) Мариинск мал һимертеү сов-хозы бүлексәһендә мал ҡабул итеүсе, әҙерләүҙәр контораһында ҡабул итеүсе, тәьмин итеүсе булып эшләне. Әсәйебеҙ уға һәр саҡ ярҙамсы була. Атай-әсәйебеҙ бер эштән дә ҡурҡмайҙар. Әсәйебеҙ был хаҡта әле лә шулай ти. Ул әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай, ашарға бешерә, балаларына, ейәндәренә ойоҡбаштар бәйләй, күп уҡый һәм дин тота. 79 йәшендә мәрхүм булған атайыбыҙҙы ла йыш иҫкә ала.

Хәтерләүемсә, беҙҙең ихатала һыйыр, башмаҡ, быҙау, аттан башҡа һәр ваҡыт күркә, тауыҡ-ҡаҙҙар, өйрәктәр күп булыр ине. Йорт хайуандарына көндәлек тәрбиә кәрәк һәм беҙҙең ғаилә берҙәм рәүештә бар эштәрҙе лә башҡарыр ине. Атай-әсәйебеҙ беҙҙе – биш малайҙы һәм бер ҡыҙҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Хеҙмәткә һөйөү бәләкәйҙән тәрбиәләнде. Бынан тыш улар беҙҙе уҡырға өндәнеләр. Беҙ - алты бала атай-әсәйебеҙгә дөрөҫ тәрбиә биргәндәре өсөн ныҡ рәхмәтлебеҙ. Һөҙөмтәлә беҙҙең ғаиләлә ике уҡытыусы, ике мал табибы, журналист һәм авиация инженеры үҫеп сыҡты.

Өлкән ағайыбыҙ Рифҡәт Ленинград институтын тамамлап, 30 йыл мәктәптә балалар уҡытты, педагогик стаж буйынса пенсияға сығып, тағы ла 10 йыл Себерҙә нефть ятҡылыҡтарында эшләне. Икенсе ағайыбыҙ Тәлғәт оҙаҡ йылдар “Ғафури” совхозында ветеринар табип, лесничествола урман мастеры, Табын ауыл биләмәһе башлығы вазифаһында эшләне. Марат авиация институтын тамамлағандан һуң үҙ һөнәре буйынса Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй. Римма Ҡазан педагогия институтын тамамлағандан һуң Йөҙимән мәктәбендә эшләүен дауам итә. Илдус энем ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлағандан һуң һөнәре буйынса эшләне, әле һаҡ структураһында хеҙмәтен дауам итә. Мин үҙем Красноусол быяла заводында эш башланым. Артабан “Звезда”-“Йондоҙ” район гәзиттәренең баш мөхәррире Сергей Евдокимович Спиридонов корреспондент итеп эшкә саҡырҙы. Ошонан хәрби хеҙмәткә алынып, әрме хеҙмәтенән һуң Ҡазан университетын тамамланым, рес-публика гәзит-журналдарында эшләнем. Һуңғараҡ дәүләт именлеге хеҙмәтенә саҡырыу алып, 20 йылдан ашыу именлек хеҙмәтендә булдым.

Ауыр һуғыш йылдарында үҫеүенә ҡарамаҫтан (һуғыш йылдарындағыларҙың бала сағы ла булмаған бит), әсәйебеҙ үҙен бәхетле кеше тип иҫәпләй. Пенсияға тиклем әсәйебеҙ мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләне. Йәй көндәрендә шәкәр сөгөлдөрө утауҙа, совхоздың ырҙын табағында эшләр ине. 90 йәшенә аяҡ баҫҡанда уның алты балаһынан 17 ейәне, 20 бүләре бар.

Әсәйебеҙ “Табын” гәзитен яратып уҡый һәм ошо баҫма аша уны юбилейы айҡанлы ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, үҙенең аҡыллы кәңәштәре, тормошто яратыуы, эшмәкәрлеге менән беҙҙе һөйөндөрөп тороуын теләйбеҙ. Тағы ла оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәргә яҙһын.