-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Татыулыҡта – бәхет нигеҙе

Лидия Семеновна менән Маркиян Кузьмич Ильиндар ғаиләһе Красноусолда хөрмәтле, һәр кем өлгө алырлыҡ, татыулыҡта йәшәгән ғаиләләрҙең береһе. Улар күптән түгел ғаилә ҡороп йәшәй башлауҙарының 60 йыллығын – гәүһәр туйҙарын билдәләне.

Ильиндарҙы был иҫтәлекле көндәре менән ҡотларға район ЗАГС бүлеге начальнигы Зәлифә Сәйфуллина килде. Зәлифә Риф ҡыҙы ғаилә юбилярҙарына

Республика Башлығының Ҡотлауын уҡып ишеттерҙе, бүләген һәм сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.

- Һеҙҙәй юбилярҙарға бары тик һоҡланырға ғына кәрәк. Һеҙ иңегеҙгә төшкән ауырлыҡтарға һәм һынауҙарға бирешмәй, лайыҡлы ғүмер итеүсе һәм әле лә ауылдаштарығыҙға, йәш быуынға өлгө булып йәшәүсе күркәм ғаилә булып тораһығыҙ. Бәхетле оҙон ғүмер һеҙгә, иҫәнлектә-һаулыҡта киләсәктә тағы ла ошондай юбилейҙарҙы ҡаршы алырға яҙһын, - тине З.Сәйфуллина.

Беҙ ҙә, өс тиҫтә йылдан ашыу “Звезда” район гәзитенең алыштырғыһыҙ фотохәбәрсеһе булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған Маркиян Кузьмичтың элекке хеҙмәттәштәре, ихлас ҡотлауҙарға ҡушылдыҡ.

Бынан 60 йыл элек ғаилә ҡорған Ауырғазы районының Сыуаш Ҡарамалы ауылы егете Маркиян Кузьмич менән Кейеҙбаш ауылы ҡыҙы Лидия Семеновна хәҙер күптән беҙҙең районда үҙ кешегә әйләнгән. Ошо йылдар арауығында тормоштоң әсе-сөсөһөн, шатлыҡтарын да күп күрергә тура килә уларға. Өйләнешеп, 4 ай ғына бергә йәшәп ҡала йәштәр, ғаилә башлығын әрме хеҙмәтенә саҡыралар. Уның Ташкентта 3 йыл да 4 ай Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтыуына улы Юра йүгереп йөрөгән була. Бөтмөр, егәрле кәләше яҡындары менән берлектә ҙур булмаған яңы йорт та һалып ингән.

Ире хеҙмәттә булғанда ниндәй генә ауырлыҡтар күрергә тура килмәй йәш ҡатынға. Ауылдарында эш булмағанлыҡтан, йәш ҡатын йөклө көйө Красноусолға килеп (бында апаһы йәшәгән), быяла заводында транспорт цехында хеҙмәт юлын башлай. Улы тыуып, ике ай үтеүгә эшкә сығырға мәжбүр була, сөнки йорт бураһын һатып алыуға алынған ссуданы түләргә кәрәк. Завод дирекцияһы уға үҙенең үтенесе буйынса хәленә инеп, хатта ике смена эшләргә рөхсәт итә. Лида апайҙы белгәндәр уның атлап йөрөгәнен хәтерләмәй ҙә, һәр ваҡыт йүгереп йөрөй, тиҙәр.

-Ул замандарҙа нисә сәғәт йоҡлағанымды белмәйем дә, инде күҙемде йомһам, торорға ваҡыт та еткән була, сөнки мал-тыуарҙы ашатырға, улымды балалар баҡсаһына әҙерләргә – барыһына ла эшкә киткәнсе өлгөрөргә кәрәк. Бына шулай итеп, йүгермәй сара юҡ, - тип йылмайып, хәтер йомғағын һүтә Лида апай. Шулай уҡ тормош юлында Маркиянын осратҡаны өсөн яҙмышына рәхмәтле булыуын белдерә, ул бик һәйбәт ғаилә башлығы һәм: “Эсмәне лә, тартманы ла”, - тип өҫтәй.

Армиянан ҡайтҡас, Маркиян Кузьмич Көнкүреш йортона фотограф булып эшкә урынлаша, артабан уны гәзит редакцияһына саҡыралар. Командировкалар, фотопленкаларҙы Өфөгә алып барып эшләтеп алыуҙар башлана, өйҙә бик һирәк була. Бар хужалыҡ мәшәҡәттәре (һыйыр, сусҡалар, ҡош-ҡорт тәрбиәләү, баҡсаны эшкәртеү) йәнә арыу-талыу белмәҫ, талымһыҙ Лидия Семеновнаның иңенә һалына. Ғаиләләре лә ишләнә, ҡыҙҙары Люда, улдары Олег донъяға килә, уларҙың өҫ-баштарын да ҡарарға кәрәк. Бына шул ваҡытта Лида апайҙың башына бер уй килә: ғаилә бюджетын бер аҙ тулыландырыу өсөн шәхси хужалыҡта нимәлер етештереп һатырға кәрәк. Һәм Ильиндар помидор, борос һәм кәбеҫтә үҫентеләре тәрбиәләп үҫтереп, уңыш йыйып алғас, йәшелсә-емештәрен, бәрәңгеһен баҙарға һатыуға сығара башлай. Ә пенсияға сыҡҡас иһә улар был төшөмлө шөғөлгә ныҡлап тотоноп китә.

Балалары ла үҫеп, буй еткереп, ҡул араһына инеп, атай-әсәйҙәренә ярҙамлаша. Хәҙер барыһы ла ғаиләле, атай-әсәйҙәре янында, Красноусолда төпләнделәр. Бөгөн Ильиндарҙың 8 ейән-ейәнсәре, 4 бүлә-бүләсәрҙәре бар. Ейәндәренең иң өлкәне Николай (Юраның улы) 33 йәштә, ә иң кесеһе – ейәнсәрҙәре Варвара (Олегтың ҡыҙы) 4-се класты тамамланы. Андрей менән Максим (Олегтың улдары) тәүгеһе - Өфө ҡалаһында эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә, капитан дәрәжәһендә, икенсеһе иһә Стәрлетамаҡта йәшәй һәм

банкта эшләй, өйләнгән, ҡыҙ үҫтерә. 2 ҡыҙ әсәһе Людмила менән бер ул һәм ике ҡыҙҙың атаһы Юрий ҙа өләсәй-олатайҙар инде.

Бына шулай, Маркиян Кузьмич менән Лидия Семеновна матур ғүмер итәләр. Сәләмәт булһындар, бәхеттәре оҙаҡ йылдар дауам итһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас в