-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғаиләм – ҡәлғәм

2018 йылдың Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе, халыҡ-ара бәхет көнө лә мәҙәниәт усаҡтарының эшен әүҙемләштереүгә ҙур этәргес булды.

Ошо уңайҙан Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто оҙаҡ йылдар ауылдаштарына өлгө булып йәшәгән 10 ғаилә парын юбилей кисәһенә йыйҙы. Кисә Ғаилә йылына арналған “Бирнә һандығы” тип аталған фольклор тамаша менән башланып китте. Буласаҡ киленгә еңгәләре, өләсәйҙәре бирнә әҙерләйҙәр, һандыҡҡа тултыралар. Элекке ғөрөф-ғәҙәт буйынса ҡыҙға ла саф башҡортса камзул, һаҡал һәм башҡаһын кейҙерәләр, өгөт-нәсихәттәрен бирәләр. Йәш ҡыҙ ролен 11-се класс уҡыусыһы Динара Аҙнабаева килештереп уйнаны. Бәләкәй туғандары Илнара Биктимерова менән Илһам Ғиззәтуллин парлы бейеү менән апаһының күңелен йыуатты.

Артабан зауыҡ менән биҙәлгән, пар аҡҡоштар йөҙөп йөрөгән сәхнә түренә гүзәл парҙар, юбилярҙар Миңниә һәм Риф Муллағоловтар, Гөләмзә һәм Рөстәм Рәхмәтуллиндар, Кифая һәм Әнүәр Садиҡовтар күтәрелә. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәнова Ғаилә йылы менән ҡотлап, бөтә юбилярҙарға ла хакимиәттең махсус әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Барыһына ла сәләмәтлек теләне, алтын һәм гәүһәр туйҙарығыҙҙы ла үткәрергә яҙһын, - тине.

Үзбәк ауылы ҡыҙы Миңниә Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһында шәфҡәт туташы булып, хаҡлы ялға туҡтағансы ҙур хеҙмәт юлы үтә. Тормош иптәше Риф Муллағолов менән етен туйҙарын (35 йыл) байрам итәләр. Тыныслығы, сабырлығы менән Риф Рим улының күңелен яулап, матур донъя көтәләр. Ул колхозда төрлө эштәрҙә эшләне, 3 балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарҙылар, 4 ейәнгә ҡәҙерле өләсәй-олатай. Туғандары исеменән Гөлфирә Ишкина байрам бүләге итеп йыр башҡарҙы.

Яҙмыш саҡма таштай, Саҡмағош ҡыҙы Гөләмзә Еҙем-Ҡаран егете Рөстәм менән Өфөлә бер үк ятаҡта йәшәп тә, бер-береһен белмәгәндәр. - Бер көндө ятаҡтан сыҡтыҡ та туҡталышта һөйләшеп киттек. Танышып, 2 йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, өйләнештек, - тип иҫенә төшөрә Гөләмзә, 35 йыл үтеп тә киткән икән. Ҡәйнәһе Наилә апай менән оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләй, матур тормош көтәләр, ҡәйнәһен һуңғы юлға оҙатҡансы ҡарай. Рөстәм Мостафа улы Себер тарафтарында иретеп йәбештереүсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыға, 2 ул үҫтерәләр, мул тормошта йәшәйҙәр, өйҙәре гөл-сәскәгә генә күмелеп ултыра.

Сәхнә түрендә оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәп ғүмер итеүсе, ҡайғы-шатлыҡтарҙы ла, тормош ауырлыҡтарын да бергә күтәреп йәшәүсе Кифая һәм Әнүәр Садиҡовтар ҙа 35 йыл һоҡланғыс тормош юлы үткән гүзәл парҙар. Әнүәр Мирсаяф улы төрлө эштә эшләһә, Кифая Камил ҡыҙы хаҡлы ялға туҡтағансы балалар уҡыта. Йыр-моңға, һүҙгә бай уҡытыусы ауыл сәхнәһендә лә йыш сығыш яһай. Ҡыҙҙары Альбина менән кейәүҙәре Илдар юбилярҙарға йыр бүләк итте.

40 йыл бергә иңгә-иң терәп ғүмер юлын үткәндә, сабырлыҡ һәм аҡыл менән йәшәгәндә генә тормош карабы – ғаиләне ел-дауылдарҙан һаҡлап алып ҡала. Сәхнәгә икенсе төркөм ғаилә юбилярҙары Вера һәм Рәшит Мөхәмәтйәровтар, Альфира һәм Закир Ҡоҙаҡаевтар, Сәриә һәм Ғүмәр Мәхмүтовтар, Минзәр һәм Таһир Хәлиловтар саҡырыла.

Рәшит менән Вера 3 ул тәрбиәләп үҫтерәләр, 5 ейән-ейәнсәрҙәре бар. Рәшит Ғәбдрәхим улы Еҙем-Ҡаранда партком секретары булып эшләй башлай һәм һуңынан 13 йыл М.Ғафури исемендәге колхозды етәкләй. Ул осорҙа колхоз рес-

публикала ҙур танылыу яулай. Унан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы районда ҙур вазифалар биләп эшләй, бөгөнгө көндә ауыл старостаһы. Тормош иптәше Вера эшсән, ғаиләлә йылы атмосфера тыуҙырыусы, ейәндәренә өлгөлө өләсәй һәм гүзәл әсә лә ул. Юбилярҙарҙы ҡотларға улдары ғаиләләре менән килгәндәр.

Һайлаған йәреңде 40 йыл буйына ғүмер юлыңда пар итеп йәшәүсе гүзәл парҙар Альфира менән Закир Ҡоҙаҡаевтарға әйтелгән кеүек. Улар өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем биреп, һәр береһен оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар, 5 ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй-олатай ҙа үҙҙәре. Закир Ҡоҙаҡаев һөнәре буйынса зоотехник. Колхозда беренселәрҙән булып фермала һауынсыларҙың эшен еңелләштереп, автоматлаштырылған һыйыр һауыу ҡоролмаһы булдыра. Һуңынан үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарай. Хәләл ефете Альфира Әхәт ҡыҙы хаҡлы ялға туҡтағансы “Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһы мөдире булып хеҙмәт юлы үтә.

Ҡулға-ҡул тотоношоп, пар былбылдай 40 йыл маҡтаулы ғүмер юлын үтеүсе Сәриә Миңлеғәле ҡыҙы менән Ғүмәр Ислам улы 3 бала тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһенә юғары белем бирәләр. Әле лә уларға, 7 ейән-ейәнсәргә “Ғаилә бәхете ниҙә? – тигән һорауға: “Бер-береңде аңлап, ғәфү итә белеп, ауырлыҡтарҙы бергә күтәреп, балаларға ысын тәрбиә биреп йәшәгәндә генә кеше бәхетле була”, - ти улар. “Бала ояһында нимә күрһә, осҡанында шул була”, - ти ғүмере буйына уҡытыусы һөнәренә тоғро булған Сәриә Миңлеғәле ҡыҙы. Ғүмәр Ислам улы ла эшсән, тәртипле, колхозда оҙаҡ йылдар токарь, ауыл советы рәйесе булып эшләй. Мин был юбилярҙарға “Парлы ғүмер” тигән шиғырымды арнаным.

Минзәр менән Таһир Хәлиловтар ҙа иңгә-иң терәп, татыу ғаилә булып, 4 бала үҫтереп, 8 ейән-ейәнсәргә өләсәй-олатай булып, 40 йыл ғүмер итәләр. Сабыр холоҡло Минзәр мәктәптә йыйыштырыусы, ә Таһир М.Ғафури исемендәге колхозда шофер булып эшләне. Юбилярҙарҙы күршеләре, ауылдаштары ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

Сәхнәгә пар аҡҡоштар кеүек, ҡәҙерләп һаҡлаған аҡ туй фатаһын кейгән Рәйхана һәм Дилмөхәмәт Рәхмәтуллиндар күтәрелә. Залдағылар көслө алҡыштар менән ҡаршыланылар һәм һоҡландылар, сөнки уларҙың тормош юлы ла һоҡланырлыҡ. Рәйхана Кинйәбай ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә “Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһының шәфҡәт туташы” тигән бер генә яҙыу бар. Ғаилә башлығы иһә ғүмере буйына тырышып колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Рәхмәтуллиндар 45 йыл ныҡлы ғаилә парҙары булып ғүмер итәләр, донъялары матур, 4 ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Сайма Ғиззәтуллина теккән сәхнә костюмдарын бик күп йылдар инде Еҙем-Ҡаран артистары яратып кейә. Оҫта тегенсе, алтын ҡуллы, тиҙәр уны ауылдаштары, уңған хужабикә, тормош иптәше Милес менән 45 йыл пар күгәрсендәр кеүек йәшәйҙәр, 2 ҡыҙ үҫтерҙеләр, 4 ейәндәренә гүзәл өләсәй-олатай улар.

Шулай уҡ 45 йыл татыу ғүмер итеүсе Ләлә Ишбулды ҡыҙы менән Әхмәт Хәсәновтар. Ләлә ханым башланғыс кластар уҡытыусыһы, хәстәрлекле әсә, уңған хужабикә, тормош иптәше, өлгөлө ғаилә башлығы, ғүмере буйына колхозда механизатор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Юбилярҙарҙы ҡотларға балалары, ейәндәре ҡайтҡан. Һәүәҫкәр йырсылар Юлиә Хәсәнова, Фәнидә Сәғитова башҡарыуындағы йырҙар юбилярҙарға байрам бүләге булып яңғыраны.

Сәхнәлә сәскәгә күмелгән юбилярҙар ҡатнашыусылар менән бергәләп “Ҡартаямы ни һуң йөрәк?” йырын башҡарғанда залдағылар вальс әйләнде, фотоға төштө, шулай матур тәьҫораттар ҡалдырҙы кисә.


Читайте нас в