-15 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тормоштары беҙгә өлгө

Быйыл Аҡташ ауылында йәшәүсе өлгөлө ғаиләләрҙең береһе Фәриҙә Ғилемдар ҡыҙы менән Фәнил Зиннур улы Иҙрисовтарҙың күркәм ғаилә байрамы – бергә ғүмер итеүҙәренә 40 йыл тула. Ғаилә башлығына - 75, хужабикәгә 70 йәш.

Тормош ҡанундары аяуһыҙ шул, матур ғына йәшәп ятҡанда Фәнил ағайҙың һөйөклө ҡатыны вафат була, береһенән икенсеһе бәләкәйерәк - 3, 6, 7 йәшлек улдары менән япа-яңғыҙ ҡала. Ауыр ҡайғынан нимә эшләргә белмәгән, сабыйҙарының әсәй наҙынан мәхрүм үҫеүен ауыр кисергән Фәнил ағайҙың бәхетенә юлында Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылында йәшәгән үҙе кеүек тол ҡалған Фәриҙә еңгә осрай. Һәм улар яҙмыштарын бергә бәйләргә ҡарар итеп, никахҡа инәләр, дүрт тиҫтә йыл инде бер-береһенә, балаларына терәк-таяныс булып, ғүмер йомғағын һүтәләр. Ошо йылдар арауығында йәнә 3 балалары донъяға килә. Улар тәртипле булып, тулы ғаиләлә, иркен, мул тормошта буй еткерҙеләр. Хәҙер инде барыһы ла ғаиләле, үҙ аллы тормош көтәләр, яратып һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр. Балаларының иң өлкәне – Вәкил Себер тарафтарында эшләп йөрөй, ғаиләһе менән Красноусолда йәшәй. Йәмил Салауат ҡалаһында эске эштәр органдарында хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға туҡтаны, әле лә дәүләт органдарында эшләй. Хәбинур тыуған ауылында төпләнде, 5 бала атаһы. Фәнүр менән Флүр - Себерҙә, Зиләләре Өфөлә эшләй.

Фәнил ағай ҙа Фәриҙә еңгә лә һуғыш осоро балалары. Һуғыш һәм унан һуңғы ваҡытта бала ғына көйөнә эшкә егелергә тура килә. Ағайҙың атаһы Зиннур бабай Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайта алмай, шуға ла әсәһенең төп ярҙамсыһы була ул, 16 йәштән “Мағаш” колхозында төрлө эштәрҙә эшләй. Аҡташта - башланғыс, Ҡауарҙыла урта мәктәп тамамлап, армия сафында 3 йыл хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Ишембай районының Петровский һөнәрселек училищеһында электромонтер һөнәрен үҙләштерә. Салауат машзаводында электрик булып хеҙмәт юлын башлай, әммә тыуған яҡтары үҙенә тартып, бында әйләнеп ҡайта. Артабан Салауат индустриаль техникумын ситтән тороп тамамлаған Ф.Иҙрисов энергетика системаһында 38 йыл лайыҡлы хеҙмәт итеп, Ҡарағай подстанцияһында эшләп, хаҡлы ялға туҡтай. Ә Фәриҙә еңгә 27 йыл тыуған районының Куйбышев исемендәге хужалығында һыйыр һауыу операторы була, артабанғы хеҙмәт юлы беҙҙең районда дауам итә. III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены менән бүләкләнгән, “XI биш йыллыҡ ударнигы”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәләренә лайыҡ булған тырыш хеҙмәткәргә 1964 йылда Мәскәүгә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә (ВДНХ) делегат булып барыу бәхете лә тейә. Икеһе лә хеҙмәт ветераны булып, хаҡлы ялға сығалар.

Әлбиттә, Фәнил ағай менән Фәриҙә еңгәнең тормошо гел шатлыҡтарҙан ғына тормай, ауырлыҡтарҙың төрлөһөн күрергә тура килә. Бары тик түҙемлелектәре, сабыр, бер-береһенә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙары арҡаһында ғына ошондай оҙон ғүмер юлын бергә үтеү насип була. Олоғайҙыҡ инде, тип тормай, күпләп мал-тыуар – 4 ат, 4 һыйыр, тиҫтәнән ашыу баш һарыҡтар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, бал ҡорто умарталары ла бар. Ошо ҙур хужалыҡ эштәрендә балалары ярҙамдарынан ташламай.

Артабан да шулай күркәм ғүмер кисереп, өлгөлө ғаилә булып, ауыл-

даштарын, туған-ырыуҙарын һоҡландырып, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем.