-15 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ауылыбыҙ йәме

Ғаилә – ул ҙур бер дәүләттең кес кенә өлөшсәһе – кескәй генә бер дәүләт. Бөгөнгө яҙмам шул кескәй генә дәүләт менән идара итеүсе Миңлегөл апай менән Рамазан ағай Кәримовтар тураһында.

Бынан тап ярты быуат элек бухгалтер һөнәрен үҙләштереп, дипломға эйә булғас, М.Ғафури исемендәге колхозда эш башлаған Миңлегөл Әғзәм ҡыҙы яңы ғына армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Юлыҡ ауылы егете Р.Кәримов менән осрашып, бер-береһен бер күреүҙән оҡшатып, ғүмерлеккә бергә булырға һүҙ ҡуйышып, ғаилә усағын ҡабыҙалар.

Миңлегөл апай хеҙмәт юлын “Мағаш” колхозында бухгалтер булып дауам итеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы 30 йыл яратҡан эшен башҡара. Ә Рамазан ағай тиҫтә йыл Юлыҡ мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, оҙаҡ йылдар төҙөлөш бригадаһында эшләй.

Миңлегөл апайҙың эшләү дәүере колхоздарҙа хеҙмәттең һәр төрлө өлкәһендә лә ныҡ ҡыҙыу барған осорона тура килә. Ер эшкәртеү, сәсеү, урып һуғыу, фермала, малсылыҡ, төҙөлөш һәм башҡа һанап бөткөһөҙ эштәрҙе башҡарған кешеләрҙең хеҙмәт көнөн дөрөҫ итеп иҫәпләү, ваҡытында эш хаҡтарын әҙерләү, етмәһә, “елкәгә” һалынған сөгөлдөр плантацияһында эшләү. Иртәнән ҡара кискә тиклем (ҡыш көндәрендә) һуҙылған эш сәғәттәре. Колхоз идараһы 3-4 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Һабай ауылына атлап барып, атлап ҡайтыуҙар. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, 40 градус һыуыҡмы, әсе һалҡын буранмы, яҙғы-көҙгө бысраҡмы, ваҡытында эш урынында булырға кәрәк, тәртип ҡаты. Ул ваҡыттағы юлдарҙың насарлығын шул осор кешеләре генә белә. Ир ҡатыны булғас, иргә лә ярарға, бер-бер артлы тыуған балаларҙы ла бағырға, бер түгел, ике ҡәйнәгә ярарға, донъяһын да көтөргә, түҙергә, тик түҙергә... Ике ҡәйнәһенә лә рәхмәтле Миңлегөл апай (ҡәйнәһе Зәйнәп инәйҙең әсәһе Хәйриямал инәй ҙә иҫән ине). Ул ваҡытта балалар баҡсаһы юҡ, декрет ялында ла оҙаҡ итеп ултырып булмай, үҙебеҙ эштә саҡта әл дә улар булды, тип иҫләп ала Миңлегөл апай. Аллы-артлы ғына 2 ҡыҙ, 2 улды бер осор үҫтерҙеләр, төпсөктәре Рәмзилде генә олоғая төшкәс алып ҡайттылар. Инәй-ҡәйнәләрен Рамазан ағай менән Миңлегөл апай һәйбәт ҡараны. Икеһе лә оҙон ғүмерле булдылар, һуңғы көндәрендә, һаулыҡтары ҡаҡшағас, матур итеп тәрбиәләп, мәңгелек йортҡа оҙаттылар уларҙы.

Оҙаҡ йылдар юл аша күрше булып йәшәгәс, мин уларҙы бик яҡшы беләм, балаларын да уҡыттым, барыһы ла аҡыллы, тәртипле булды. Ике яҡлы матур ғына йортта һәр ваҡыт бөхтәлек, нур балҡып ҡына торҙо. Урам тирәләре лә төҙөк, сәскә-гөлдәре, йәшелсә-емештәре һәр саҡ мул булды. Мин Рамазан ағай менән Миңлегөл апайҙың бер-береһенә төҫтәрен боҙоп та (донъя булғас, төрлө саҡтар була!) йөрөгәнен күрмәнем. Оҙон көн эштә йөрөгән ҡатынына ҡарата шаяртып та ҡырын һүҙ әйтмәгәндер Рамазан ағай. Балалары матур итеп уҡып сығып, үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәрен алдылар, ғаилә ҡороп, көйлө генә донъя көтәләр. Тик бер улдары – Рафаэль ғына яҡты донъянан иртә китеп, ауыр ҡайғыға һалды. Бала ҡайғыларын ауыр кисерһәләр ҙә, төшөнкөлөккә бирелмәй, артабан да тырышып донъя көтөп, ҙур итеп яңы йорт һалып сығып, бөгөнгө көндә лә шатланып-ҡыуанып, йәштәрҙән ҡалышмай ишле мал аҫрап, баҡса тултырып бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтереп, балаларына ярҙам итәләр. Яңы ғына тормош ҡороп, донъя көтә башлаған Рәмзилде ныҡлы аяҡҡа баҫтырыу – уларҙың маҡсаты. 6 ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй ҙә улар. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, йорттарында һаман да бөхтәлек, таҙалыҡ, гөл-сәскәләр йәмләп ултыра. Икәүләшеп еләк-емеш йыйырға ла йөрөйҙәр.

Миңлегөл апай хеҙмәт ветераны, әле һаман да ауылдың йәмәғәт эштәрендә әүҙем. Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы, үҙенең аңлы, төплө фекерҙәре менән йәштәргә лә, олораҡтарға ла кәңәштәрен бирә, клубта ойошторолған мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, сәләмәтлеген һаҡлау маҡсатында фитнес түңәрәгенә лә йөрөй. Күңеле һәр ваҡыт йәш, тормошҡа һәр ваҡыт асыҡ йөҙ, ҙур ышаныс менән ҡарай. Уларға алдағы көндәрендә лә матур тормош, бала-сағаларын, туған-тыумасаларын шатландырып, сәләмәтлектә оҙаҡ йәшәүҙәрен теләргә генә ҡала.