-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Күркәм йортло матур ғаилә”

Кескәй генә сыйырсыҡтан алып, һәр ҡош, үҙенә ояны сыбыҡтан, балсыҡтан, мамыҡтан, ҡабыҡтан үрә. Балаларына, ғаиләһенә ел-ямғыр тейҙермәҫ өсөн бөтә көсөн һала. Әҙәм балаһы ла шулай… Донъяға ауаз һалғас та, һәр бер әсә сабыйына, игелекле булһын, был фани донъяларҙа үҙ яртыһын табып, үҙ нигеҙен ҡорһон ине тигән изге теләктәрен теләй, - тигән һүҙҙәр менән башланып китте Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортонда уҙған сара.

Уңған ғаиләләр бай йәрминкә ойоштороп, сараның бәҫен күтәрҙе.
Тәүгеләрҙән булып сәхнә түренә оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән Минзилә апай менән Риф ағай Ихсановтар, Суфия апай менән Баян ағай Хәсәновтар, Таңһылыу апай менән Фәтих ағай Әбделмәновтар ғаиләләре күтәрелде. Алып барыусының: “Нисек һуң, ҡартлыҡ йәшлек түгел, кәйефтәр шәпме?” – тигән һорауына улар бер та-уыштан: “Аллаға шөкөр, күрше-тирәләр, ауылдаштар менән самауыр артынан самауыр ауҙарып ҡаңғыр-көңгөр килеп гөрләшеп йәшәүҙәре үҙе бер ғүмер", - тип яуапланылар. Йәштәштәренең бәҫен күтәреп Риф ағай Ихсанов “Кәкүк”те лә бейеп ебәргәс, байрам сараһына йәм өҫтәлеп китте.

Артабан сәхнәгә 2018 йылда яңы йорт һалыусылар саҡырылды. Рәүиә һәм Альберт Дауытовтар, Антонина һәм Альберт Кәримовтар ине улар.

- Ҡорған нигеҙҙәрегеҙ, һалған йорттарығыҙ ныҡ булһын. Һалҡын елдәр, ҡар-бурандар ишек шаҡымаһын, - тигән теләктәр менән ауыл хакимиәте башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәнова уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ауыл мәҙәниәт йорто ҡарамағында ойошторолған “Тере һыу” вокал ансамбле “Яңы йорт – 2018” номинацияһына тәҡдим ителеүселәргә арнап, “Ҡорама” халыҡ йырын башҡарҙы.

“Күп балалы ғаиләләр – 2018” номинацияһы буйынса Зөлфиә һәм Олег Мөхәмәтйәровтар (өс бала), Гөлназ һәм Раил Сәмсетдиновтар (4 бала) ғаиләләре саҡырылғайны. Аҡ һөлгөләр тотҡан Ағинәйҙәр уларға: “Ныҡлы ғаилә – ил терәге, нигеҙ ташығыҙ ныҡлы булһын, йорттарығыҙҙа балалар тауышы тынмаһын, Башҡортостаныбыҙ һеҙҙең менән ныҡлы булһын”, - тигән теләктәрен еткерҙе.

Ялт итеп торған ихаталар, ҡош-ҡорт, мал аҫрап, баҡса үҫтереп гөрләтеп йәшәй белгән ғаиләләр бик күп Еҙем-Ҡаран ауылында. Һуңғы номинация “Күркәм йортло матур ғаилә – 2018” буйынса тәҡдим ителгән Венера һәм Илдар Бәшәровтар, Рәсилә һәм Исламетдин Нәжметдиновтар, Елизавета һәм Раил Сәлиховтар, Гөлнур һәм Разит Ҡоломбәтовтар, Фәүзиә һәм Айҙар Килмөхәмәтовтар, Диләрә һәм Фәнил Вәлиевтар ғаиләләре тәбрикләнде. Ул көндө ауылдаштарына үҙҙәре әҙерләп килтергән бәйләнгән, сиккән, бешергән әйберҙәрен тәҡдим итеп, оло-ҡара йәрминкә ойошторғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәре ишетеп кинәнделәр матур ғаилә хужалары.

Матур сара ауыл һәүәҫ-кәрҙәренең йыр-бейеүҙәре, Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырыуы менән үрелеп барҙы.

Эйе, тормош елдәре бәндәне тап урынына бер ярҙан икенсе ярға бәрә, һөйөнөс артынан көйөнөс яуҙыра… Ләкин, яҙмыш кешене ниндәй генә һынауҙар алдына ҡуймаһын, ул үҙенең тупһаһына, нигеҙенә, тыуған йортона ҡайтып яңы һулыш ала, көс таба. Яңынан ғәйрәтләнеп йәшәү тигән ләззәтле тормош диңгеҙенә сума…

Рәүилә КИЛМӨХӘМӘТОВА,

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Еҙем-Ҡаран ауылы.