+23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәйҙәр, ти, өс бажа...

Әсҡәт еҙнә менән Фатима апай заманында Ибраһим ауылының иң матур егет һәм ҡыҙы була. Егет Еҙем-Ҡаран мәктәбендә 7-се класты тамамлағандан һуң, бухгалтерҙар курсында уҡып сыға һәм колхозда иҫәп-хисап хеҙмәткәре булып эшләй башлай. Оҙаҡ та үтмәй, ул ауылдың сибәр ҡыҙы Фатима апайға өйләнә. Уларҙың бер-бер артлы матур 5 ҡыҙ һәм 2 малайы донъяға килә. Ҡыҙҙарының барыһы ла Еҙем-Ҡаран мәктәбендә урта белем алғандан һуң, Ҡырмыҫҡалылағы бухгалтерҙар курсында уҡып сығалар һәм һәр береһе был һөнәр буйынса эшләйҙәр.

Сибәр ҡыҙҙарға егеттәрҙең күҙҙәре төшмәй ҡалмай. Фәрбиҙә менән Фәрзәнә күрше ауыл егеттәренә тормошҡа сыға. Ә Фәнүзә, Флизә, Әсмәне ауыл егеттәре ситкә ебәрмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләләге ҡыҙҙарҙың иң өлкәне Фәрбиҙә һәм уның тормош иптәше Радик бик иртә мәрхүм булалар. Фәрзәнә иптәше Хәйҙәр менән район үҙәгендә бик матур донъя көтәләр.

Ибраһимда төпләнеп ҡалған өс ҡыҙҙың ирҙәре, йәғни өс бажаның иң өлкәне – Рәшит күп балалы ғаиләлә, 10 бала араһында 4-се булып донъяға килә. Ишембайҙағы мәктәп-интернатта белем ала. Училищела станоксы һөнәрен алып, Өфөлә бер йыл эшләгәндән һуң, хәрби хеҙмәткә алынғанға тиклем ауылда клуб мөдире булып эшләй. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, “Беларусь” тракторында эшләй. Ҡатыны Фәнүзә менән 3 бала тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн Рәсих, Рәсим, Нурсилә үҙ аллы тормошта йәшәйҙәр. Үҙҙәренең яратҡан һөнәрҙәре бар, балалар үҫтерәләр. Рәшит ауылдарҙа старосталар барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк төрлө ойоштороу эштәрен башҡарҙы. 2 саҡырылыш ауыл Советы депутаты булып һайланды. Фәнүзә иһә иҫәп-хисап һөнәре буйынса эшләп, пенсияға сыҡты.

Бажаларҙың икенсеһе – Әхнәф Еҙем-Ҡаран урта мәктәбен тамамлағас, хәрби хеҙмәткә тиклем механизаторҙар курсын үтә. 2 йыл сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен тултырып ҡайта. Ҡайтыу менән яратҡан һөнәре буйынса тракторҙа эшләй башлай. Һуңғараҡ гараж мөдире, фермала ауыр эште механизациялау механигы булып эшләне. Ҡайҙа ғына эшләһә лә уны намыҫ менән башҡарҙы. Тормош иптәше Әсмә үҙенең хеҙмәтен һатыусы булып башлап, артабан мәктәптә оҙайтылған көн төркөмөндә, һуңынан өлкән ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаны. Улар 2 бала – ул һәм ҡыҙ үҫтерҙеләр. Тормош тик шатлыҡтарҙан ғына тормай икән шул, улдары Илшат хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтып ҡына эшләп йөрөгәндә фажиғәле һәләк була. Ҡыҙҙары Раушания Красноусол башҡорт гимназия-интернатында инглиз теленән уҡыта. Кейәүҙәре Айҙар яуаплы эштә эшләй. 2 ейән-ейәнсәрҙәре Айназ менән Анелия үҙҙәренең яҡшы уҡыуҙары менән шатландырып торалар. Айназ “Байыҡ”

республика бейеү конкурсында 1-се урын яуланы.

Ауылда йәшәгән өсөнсө бажа - Таһир ҙа башҡалар менән сәмләшеп, тырышып донъя көтә. Ул да урта белем алып, Совет армияһында Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, бар ғүмерен малсылыҡҡа бағышлай. Ҡатыны Флизә менән 2 бала – Фидан менән Физалиәне тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар, хәҙер үҙҙәре атай-әсәйҙәр инде.

3 бажаның ҡатындары үҙҙәренең төп эштәренән тыш, колхозда сөгөлдөр ҙә үҫтерҙеләр, һәләтлеләр ҙә үҙҙәре. Рәшит менән Флизә – гармунсылар, Фәнүзә - бейеүсе, Таһир – һүҙ оҫтаһы, Әхнәф менән Әсмә – йырсылар. Бажаларҙың өсөһө лә хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыҡты, хөкүмәт наградалары менән дә бүләкләнгәндәр. Сәмләнешеп йорттарын, урам-тирәләрен матурлайҙар, һарай тултырып мал аҫрайҙар. Бына шулай, өс бажа ауылда гөрләтеп

донъя көтә.


Читайте нас в