+23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тарихҡа торошло ғүмер

Красноусолда йәшәүсе Нажиә Сәләхетдин ҡыҙы Ишмөхәмәтова өсөн 30 октябрь икеләтә ҡыуаныслы һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Беренсенән, тап ошо көндө ғүмер байрамын - 90 йәшлек бер быуатҡа торошло оло юбилейын билдәләһә, икенсенән, Рәсәй Президенты В.В.Путиндың Ҡотлауын ҡабул итеп алыу бәхетен кисерҙе.


Сығышы менән күптән бөтөүгә дусар булған Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Биҙәүләт (Яңы Заһит) ауылы ҡыҙы Нажиә Сәләхетдин ҡыҙының тормош юлы, ысын мәғәнәһендә, тарих. Туҡһан йыл эсендә ниҙәр генә күрергә, ниҙәр генә кисерергә тура килмәй уға. Илебеҙ ни күрһә – шуны күреп, ни кисерһә – дәһшәтле һуғыш осорон, унан һуңғы ауыр йылдарҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты, үҙгәртеп ҡороу елдәрен – бөтәһен дә үҙ иңендә татыған, барыһының да шаһиты булған.

Бала сағы, йәшлек йылдарындағы хәтирәләре тырыш хеҙмәт менән бәйле. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ҡыҙға 13 кенә йәш була. Эшкә һәләтле ир-егеттәр фронтҡа китеп бөткәс, ауыл хужалығындағы бөтә эш Нажиә апай кеүектәр иңенә төшә. Тормош нисек кенә ауыр булмаһын, һынмай-һығылмай, киреһенсә сыныға ғына бара улар быуыны. Конторала хисапсы-кассир булып эшләгән атаһы фронтҡа ебәрелгәс, тиҫтерҙәренән иҫәп-хисапҡа маһирлығы менән айырылып, 6-сы класта

ғына уҡып йөрөгән, өс малай араһында үҫкән сая ҡыҙҙың нескә иңдәренә атаһының эшен дауам итеү бурысын йөкмәтәләр. Уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп ҡулынан килгәнсә тырышып-тырмашып башҡара был

яуаплы эште. “Шулай итеп, миңә артабан уҡырға насип булманы, башкөллө эшкә сумдым”, тип хәтер йомғағын һүтә Нажиә әбей.

1946 йылда, Бөйөк Ватан һуғышынан күп тапҡыр яраланып, I төркөм инвалид булып ҡайтҡан Ҡолҡан ауылынан Миңләхмәт Гәрәй улы Ишмөхәмәтов менән ғаилә ҡоралар. 5 балаға (3 ҡыҙ, 2 малай) ғүмер бирәләр. Бөгөн уларҙың дүртәүһе иҫән. Ғаилә Ләмиән (Журавлева поляна) ауылында төпләнеп, өй һалып йәшәй. Әммә тора-бара был ауыл да юҡҡа сыға.

Ишмөхәмәтовтарҙы урмансылыҡ менән бәйле ғаилә династияһы тип әйтергә мөмкин. Шуға ла 1960 йылда Красноусолда леспромхоз барлыҡҡа килгәс, ғаиләләре менән бында күсеп килеп төпләнәләр. Нажиә Сәләхетдин ҡыҙы 20 йылдан ашыу ғүмерен леспромхозға, тара цехындағы эшкә бағышлаған. Балаларының иң өлкәне – ҡыҙҙары Нәжибә лә әсәһе юлын дауам итеп, леспромхозда эшләгән, улдары Винер ҙа ошонда уҡ - тракторсы, ҡыҙҙары Нәзирә башта леспромхозда, артабан Ғафури лесхозында иҡтисадсы булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтағандар. Миңнияр улдары Ҡаҙағстанда ғүмере буйы агроном булып эшләп, пенсияға сыҡҡас, Красноусолға ҡайтып төпләнгән. Ғаиләләге иң бәләкәсе – Винера Татарстанда ғүмер итә. Нажиә әбейҙең бөгөн 12 ейән-ейәнсәре, 21 бүлә-бүләсәре, 1 тыуар, 2 тыуасары бар.

Нажиә әбейгә ҙур ҡайғылар ҙа кисерергә тура килә, ирен һәм өлкән ҡыҙын юғалта. Әммә ғүмер дауам итә, башҡа балалары хаҡына ныҡ булырға тырыша ул.

Эйе, бөгөн оҙон ғүмерле Нажиә Сәләхетдин ҡыҙының ҡартлығы бәхетле, нурлы йөҙөндә бәхет сатҡыһы балҡый. Шулай булмай ни! Ошондай олпат йәшкә етеп, аң-зиһене теүәл, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны булараҡ алынған фатирҙа ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, ҡыҙы Нәзирә, ейәнсәре Ирина, бүләсәре Аделина менән ғүмер йомғағын һүтә, уларға бик ауырлыҡ һалмай, үҙ-үҙен йөрөтөрлөк әле. Башҡа балаларының да иғтибарын, ихтирамын тойоп йәшәй. Ошо бәхет түгелме ни?! Илде аяҡҡа баҫтырыуҙа көсөн, йәнен аямаған Нажиә әбей кеүектәр быуыны, ысын мәғәнәһендә, маҡтауға, ололоҡлауға, бәхеткә лайыҡ. Шуға ла заманында тырыш хеҙмәте менән төрлө наградаларға лайыҡ булған тыл һәм хеҙмәт ветераны - ил инәһен олпат юбилейы менән тәбрикләргә хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары: леспромхоздың элекке директоры, Фәнил Рәшит улы Дәүләтбаев, баш механик, профсоюз ойошмаһы рәйесе Николай Александрович Ипатов, ра-йон хакимиәтенең йәмәғәт советы һәм ветерандар советы рәйесе урынбаҫары уҡытыусы-ветеран Руфина Николаевна Сухорукова, балалары, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары килде. Нажиә Ишмөхәмәтоваға РФ Президенты Ҡотлауын, шәхсән иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙылар, сәскәләргә күмделәр. “Беҙҙе ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙең, ярҙамыңдан ташламаның, ә уны ҡайтарыуҙы һораманың, бәхетле бала сағыбыҙ өсөн һиңә мең рәхмәтлебеҙ. Һин беҙгә көн дә һәм мәңгелеккә кәрәкһең”, - тигән теләктәрен еткерҙе балалары һөйөклөләре, берҙән-берҙәренә. Оло юбилейын билдәләгән Нажиә әбейҙең атыр таңдары тыныс, көндәре имен, бәхетле булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ. Юбилейығыҙ менән, хөрмәтле ил инәһе!

Индира ИШКИНА.
Читайте нас в